Ҡала | |
Рогашка-Слатина Rogaška Slatina | |
Ил | |
---|---|
Регион | |
Община | |
Координаталар | |
Жупан |
Бранко Кидрич |
Бейеклеге |
223,6 м |
Халҡы |
4801 кеше (2002) |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
3250 |
Һанлы танытмалар | |
Рәсми сайт | |
Ро́гашка-Сла́тина[1] (слов. Rogaška Slatina) — Словенияның көнсығышындағы ҡала, бальнеологик (башлыса эсәр) курорт, Целе ҡалаһынан 45 км, баш ҡала Люблянанан 82 км алыҫлыҡта урынашҡан. Курорт үҙенең «Donat Mg» шифалы һыуы менән билдәле.
Рогашка-Слатина — Словенияла һәм европала иң боронғо һәм иң билдәле спа-курорттарының береһе. Слатина үҙәне борондан уҡ билдәле — Рогатецтан Лембергҡа үткән Petovium Celeia тигән боронғо римлыларҙың юлын ҡаҙыу, был урын Рим империяһы осоронда уҡ популяр булыуы тураһында фараз итергә мөмкинлек бирә. Ошо юл янында алты башлы Боронғо Рим ҡула энәһе, римлылар һәм кельттарҙың тәңкәләре табылған. Шул уҡ ваҡытта «Donat Mg» һыуының шифалы үҙенсәлектәре асылған. Бөтә Штирия һәм унан ситтәрәк паломниктарҙың һыуҙың тылсымлы көсө тураһында хәбәрҙәре тарала. Тәүге тапҡыр минераль һыуҙың үҙенсәлектәре тураһында 1572 йылда баҫылып сыға, ошо ваҡытта билдәле алхимик Леонард Турнейссер үҙенең Pison тигән хеҙмәтендә һыу үҙенсәлектәре анализын тасуирлай. Һыуҙа ул биш элементты асҡан: алтын, «бергклер», көкөрт, «магнит» һәм «ҡырағай» һыу.
XVII быуатта Рогашка һыуын эсеү арҡаһында граф Пётр Зринский дауалана, был табибтарҙы сығанаҡтан һыу йоғонтоһон өйрәнеүгә илһамландыра. Тикшеренеү һөҙөмтәләре шул тиклем иҫ киткес була, хатта тиҙҙән һыуҙы шешәләргә ҡоя башлайҙар, ә XIX быуат башында заманса шифахана усреждениеһына нигеҙ һалалар. 1685 йылда Рогашка минераль һыуы тураһында тәүге монография нәшер ителә. Быға тикем Европала тик бер генә бындай китап булған — Бельгияның «Спа» минераль һыуы тураһында монография.
1803 йыл шифаханаға нигеҙ һалыу йылы тип иҫәпләнә. Ошо йылда яҡын тирәләге ерҙәрҙе граф Фердинанд Аттемс һатып ала. Уның инициативаһы буйынса Рогашка-Слатинала беренсе даими табип килеп урынлаша. Ул үҙенең эшендә Грац, Вена һәм Будапешттан билдәле табибтар һәм профессорҙар менән хеҙмәттәшлек иткән. Граф Аттемс был һыуҙы бөтә донъя буйлап таратҡан — уны барлыҡ Австрия империяһы провинцияларында, Венгрияла, Хорватияла, Италияла, Грецияла һәм Мысырҙа һата башлағандар.
XX быуат башында, 1908 йылда Карловы Варының геологы һәм докторы Д. Кнет етәкселегендә Donat Mg хәҙерге һыу скважинаһы асылған. Һыуҙың составында магнийҙың күп булыуы, минераль һыу метаболтк ауырыуҙарҙа һәм диабетта ярҙам итә, шулай уҡ профилактика өсөн ҡулланыла.
Риүәйәткә ярашлы, Рогашка шифалы сығанағы Ҡояш илаһы Аполлон заказы буйынса килеп сыға. Ул ҡанатлы ат Пегасҡа Рогатец янында тояғы менән һуғырға һәм кешеләргә һаулығын яҡшыртырға ярҙам итәсәк шифалы һыу сығанағын асырға бойорған. Хәҙерге ваҡытта ошо риүәйәткә бәйләп Пегас ҡала гербында һүрәтләнә һәм ҡала майҙандарының береһендә уға һәйкәл ҡуйылған.
Рогашка-Слатинала тыуған йәки йәшәгән шәхестәр араһында артабанғылар бар: