Родиния

Родиния
1000—750 млн йыл элек
Родиния, тоний уртаһы (900 миллион йыл элек)
Родиния, тоний уртаһы
(900 миллион йыл элек)
Этимология
«Асылыуы»
Асылған ваҡыты

1970

Беренсе асыусы

Valentine & Moores

Төп мәғлүмәт
Формалашыуы

Стений

Тарҡалыуы

Тоний

Төп өлөштәре

Лаврентия (боронғо материк)
Балтика (континент)
Көнбайыыш Африка платформаһы
Амазон платформаһы

Уратып алған океан

Донъя океаны

Колумбия (суперконтинент)
Паннотия


Роди́ния («Родина»[1] йәки «родить» һүҙенән[2]) — фаразланыуынса, протерозой — докембрий эонаһында бар булған гипотетик суперконтинент.

Яҡынса 1,1 миллиард йыл элек барлыҡҡа килгән һәм 750 миллион йыл элек тарҡалған. Ул ваҡытта Ер бер гигант ҡоро ерҙән һәм Мировия тип аталған бер гигант океандан торған. Родиния йыш ҡына билдәле иң боронғо суперконтинент тип иҫәпләнә, әммә уның позицияһы һәм һыҙаттары һаман да бәхәс предметы булып тора. Геофизиктар фаразлауынса, Родинияға тиклем башҡа суперконтиненттар ҙа булған: Кенорленд максималь йәше ≈2,75 млрд йыл элек, Нуна (Колумбия, Хадсонленд) —максималь йәше ≈1,8 млрд йыл элек[3]. Родиния Прото-Лавразияға (төньяҡ континент) һәм Прото-Гондванға (көньяҡ континент) тарҡалғандан һуң, континенттар яңынан Паннотия (≈600 — 540 млн йыл элек) суперконтинентына берләшә. Паннотиятарҡалғандан һуң, континенттар Пангея суперконтинентына берләшә һәм яңынан тарҡалып, хәҙерге хәлендә формалаша.

Материктарҙың фаразланған урынлашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Плиталарҙың ситтәрендә Көньяҡ Америка һәм Антарктида менән һиҙелерлек тап килеүҙәр был ике континент протерозойҙа тоташҡан тип фаразларға мөмкинлек бирә. Уларҙан төньяҡтараҡ, күрәһең,, Австралия һәм Һиндостан урынлашҡандыр. Гренландия менән Төньяҡ Америка Европа менән тоташҡан булырға тейеш. Европа менән Азия бәрелешкәндә бөгөнгө көндә иң боронғо тау массивтарының береһе булған һәм эрозия эҙемтәһендә формалашҡандан һуң сағыштырмаса бәләкәйерәк булып ҡалған Урал тауҙары барлыҡҡа килгән.

Палеоклимат реконструкцияларының береһенә ярашлы (хәҙерге фәндә таралған «Земля-снежок» фаразы), Родиния дәүерендә, йәғни яҡынса 850—635 миллион йыл элек, планетала глобаль боҙлоҡ осоро башлана, һәм Родиния тарҡалғас ҡына тамамлана. Криогений атамаһын алған геохронологик осор, фаразлауҙар буйынса, Родинияның күп өлөшө экваторға. яҡын урынлашҡан булған. Эдиакарийҙа, 600 миллион йыл элек, Родинияның ярсыҡтары полюстарға таралғандан һуң, уларҙа күп күҙәнәкле ябай тормош үҫешә башлай, Мировия Панталасса һәм Панафрикан океандарына әйләнгән.

2013 йылдың февралендә Nature Geoscience журналында геологтарҙың Һинд оеканындағы Маврикий утрауында составында циркон минералдар булған ҡом табылыуы тураһында мәҡәлә баҫылып сыға, быны ситләтелгән Родинияның ҡалдыҡтары тип иҫәпләргә мөмкин[4].

2017 йылда тәҡдим ителгән фараз буйынса Родиния суперконтинентының тарҡалыуы Ерҙең сәйәхәтсе планета менән туранан-тура булмаған бәрелешеүе арҡаһында килеп сыға. Был яҡынса 750 миллион йыл элек, Ҡояш системаһыныың Ҡош Юлы галактика еңдәренең береһе аша булыуы мөмкин. Һөжүмдең фаразланған районы Колорадо яйлаһына тура килгән.

  1. Статья о Родинии на портале образовательных ресурсов. Дата обращения: 22 апрель 2022. Архивировано 31 март 2022 года.
  2. Li, Z. X.; Bogdanova, S. V.; Collins, A. S.; Davidson, A.; B. De Waele, R. E. Ernst, I. C. W. Fitzsimons, R. A. Fuck, D. P. Gladkochub, J. Jacobs, K. E. Karlstrom, S. Lul, L.M. Natapov, V. Pease, S. A. Pisarevsky, K. Thrane and V. Vernikovsky (2008). «Assembly, configuration, and break-up history of Rodinia: A synthesis». Precambrian Research 160: 179—210
  3. Н. В. Лубнина: «Восточно-европейский кратон от неоархея до палеозоя по палеомагнитным данным». Дата обращения: 9 август 2011. Архивировано из оригинала 2 февраль 2012 года.
  4. Ученые нашли на дне Индийского океана древний континент: Голос России. Дата обращения: 1 март 2013. Архивировано 11 март 2013 года.