Роднина Ирина Константиновна (12 сентябрь 1949 йыл) — СССР фигурисы, өс тапҡыр Олимпия, ун тапҡыр донъя чемпионы, Рәсәйҙең йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, V һәм VI саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы ағзаһы[1].
Алексей Уланов менән, 1970
Ири́на Константи́новна Роднина́ 1949 йылдың 12 сентябрендә Мәскәүҙә тыуған. Атаһы — Константин Николаевич Роднин, хәрби хеҙмәткәр, офицер, Вологда эргәһендәге, хәҙер инде ҡалаға ҡушылған Янино ауылынан. Әсәһе Украинанан, Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Харьков медицина институтында өс курс уҡып ҡала; шәфҡәт туташы. Ирина Константиновнаның ата-әсәһе Бөйөк Ватан һуғышында таныша. Фигуристка: «Әсәйемдең хәрби ордендары атайымдыҡына ҡарағанда күберәк. Бәлки, был уның һуғышҡа иртәрәк инеүенә бәйлелер. Уларҙың һуғыш тураһында хәтирәләре күп булыу ғына түгел, хатта тормошҡа ҡараштарын да һуғыш билдәләй. Туғандарҙан тыш беҙҙә бик йыш ата-әсәйемдең хәрби дуҫтары ла ҡунаҡ була ине», - тип хәтерләй[2].
- ↑ Генеральный совет Партии (билдәһеҙ). «Единая Россия» — Официальный сайт. Дата обращения: 17 сентябрь 2013. 2015 йыл 28 декабрь архивланған.
- ↑ Роднина И. Слеза чемпионки. — М: Время, 2013. — С. 17. — 384 с. с.
- Ирина Роднина. [Фотоочерк]. — М.: Физкультура и спорт, 1977. — 48 с. — (Герои Олимпийских игр).
- Ирина Роднина. Негладкий лёд. — М.: Правда, 1978. — 64 с. — (Библиотека Огонёк).
- Роднина И. К., Зайцев А. Г. Олимпийская орбита. — М.: Физкультура и спорт, 1984. — 302 с. — (Сердца, отданные спорту).
- Ирина Роднина. Слеза чемпионки. — М.: Время, 2013. — 480 с. — (Диалог).