Рочестер[1] (ингл. Rochester) — АҠШ-та, Нью-Йорк штатының көнбайыш өлөшөндә Онтарио күле яры буйында урынлашҡан ҡала. Муниципалитет халҡы (Монро графлығы) 1 039 028 кеше тәшкил итә (2005 йылға ҡарата), ҙурлығы буйынса штатта өсөнсө урында тора. Рочестерҙың үҙенең халҡының һаны 212,5 кеше тәшкил итә (2004 йылға ҡарата). Ҡала агломерацияһы Бөйөк күлдәр Мегаполисы мегатөбәгенә ҡарай.
Ҡалала Kodak Eastman, Bausch & Lomb һәм Xeroxкорпорацияларының штаб-фатиры урынлашҡан — оптика сәнәғәте предприятиеларының күплеге арҡаһында, Рочестер «донъя оптикаһының баш ҡалаһы» абруйын ҡаҙанған.[2] Ҡалала Рочестер университеты (UoR) һәм уның составына ингән Истмен музыка мәктәбе эшләй, Рочестер филармония оркестры, университеттан тыш Рочестер технология институты (RIT) урынлашҡан.
Рочестер халҡы[3] | |
---|---|
1840 | 20 191 |
1850 | 36 403 |
1860 | 48 204 |
1870 | 62 386 |
1880 | 89 366 |
1890 | 133 896 |
1900 | 162 608 |
1910 | 218 149 |
1920 | 295 750 |
1930 | 328 132 |
1940 | 324 975 |
1950 | 332 488 |
1960 | 318 611 |
1970 | 296 233 |
1980 | 241 741 |
1990 | 231 636 |
2000 | 219 773 |
2004 | 212 481 |
Был ҡалала билдәле америка педагогы һәм рәссамы Фрэнк Дюмон тыуған.
Энтони Сьюзан, активист, бында күп йылдар дауамында йәшәгән.