Сергей Иванович Руденко | |
![]() 1924 йылғы фото. | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Рәсәй империяһы |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Ленинград ҡалаһы |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
археология, антропология, этнология |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
техник фәндәр докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Награда һәм премиялары |
|
Руденко Сергей Иванович (29 ғинуар 1885 йыл — 16 июль 1969 йыл) — ғалим-археолог, антрополог, этнолог, гидролог. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. География магистры (1917), техник фәндәре докторы (1945), профессор (1919), Рәсәй география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1911), Париж антропология йәмғиәте ағзаһы (1914). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1954).
Сергей Иванович Руденко 1885 йылдың 29 ғинуарында Харьков ҡалаһында тыуған, Уралда үҫкән.
1904—1910 йылдарҙа Санкт-Петербург университеты физика-математика факультеты тәбиғи бүлеге студенты. Уҡыуын уңышлы тамамлағас, уны университетта профессор дәрәжәһенә әҙерләү өсөн ҡалдыралар.
1906 һәм 1907 йылдарҙа Башҡортостан буйлап экспедицияла була, ә 1908 йылда Волга буйы халыҡтары (сыуаш, мари, мордва) араһында этнографик тикшеренеүҙәр үткәрә, рус музейеның Этнография бүлегенә экспонаттар йыя.
1910 йылдан рус география йәмғиәтенең картографик комиссияһы эшендә ҡатнаша. Экспедиция барышында Обь бассейнындағы хант халҡын өйрәнә. Урал алдында йәшәүсе башҡорттарҙың, шулай уҡ Көнбайыш Себерҙең көньяғында йәшәүсе алтай халҡының антропологияһын, этнографияһын өйрәнә.
1913—1914 йылдарҙа сит илдәрҙә: Италия, Франция, Төркиә, Палестина һәм Египетта фәнни командировкала була.
1914 йылда, Тыуған иленә ҡайтҡас, Петербург университетының география һәм антропология кафедраһы профессоры итеп һайлана.
1917 йылда Рәсәй һәм уға сиктәш илдәр халыҡтарының ҡәбилә-ырыу составын өйрәнеү комиссияһына индерелә.
1919—1921 йылдарҙа Томск университетының география факультеты профессоры, физика-математика факультеты деканы.
1921—1954 йылдарҙа Ленинград университетының антропология кафедраһы профессоры. Бер үк ваҡытта рус дәүләт музейы директоры урынбаҫары булып та эшләй, унда этнография бүлеген етәкләй.
1927—1930 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡорт экспедицияһы етәксеһе.
1930 йылда ҡулға алына. 1934 йылға тиклем Беломор-Балтика каналын төҙөүҙә ҡатнаша.
1947—1950 йылдарҙа пазарык ҡәберлектәрен тапҡан Таулы Алтай районына археологик экспедицияны етәкләй.
1969 йылда Ленинградта вафат була.
1910 йылда Санкт-Петербург университетын тамамлағанда С. И. Руденконың исеме фәнни йәмәғәтселеккә яҡшы билдәле була. Ул остазы, Рәсәйҙән ситтә лә яҡшы билдәле этнограф, антрополог, тәбиғи фәндәр докторы Ф. К. Волковтың идея һәм ниәттәрен тормошҡа лайыҡлы ашырыусы уҡыусыһы булараҡ таныла.
С. И. Руденконың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары һәм ғилми эҙләнеүҙәре ғайәт киң. Ул бер нисә сит илдәр телдәрен яҡшы белә. 25 йәшендә Францияның Ниме ҡалаһында уҙғарылған антрополог һәм этнографтарҙың халыҡ-ара конгресында Рәсәй фәнен яҡшы яҡтан таныта. Ғалим фәндең ҡайһы ғына өлкәһенә тотонһа ла, археология, этнография, антропология йә гидрология булһынмы — уларҙы тәпсирләп өрәнеп, фәнни асыштар яһауға өлгәшә.
С. И. Руденконың ғилми эшмәкәрлегендә Башҡортостанды, башҡорттарҙы, уларҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен, этник тарихын ғилми яҡтан өйрәнеү ҙур урын биләй. Ғилми экспедициялар материалдарын эшкәртеп, анализлап ул «Башҡорттар: тарихи-этнографик очерктар» тигән монографик хеҙмәтен яҙа. Уны өҫтәп, тулыландырып, ғилми яҡтан байытып бер нисә тапҡыр баҫтырып сығара. Был ғилми хеҙмәт башҡорт этнографтарының өҫтәл китабына әйләнде. Бынан тыш ғалим 1908—1909 йылдарҙа Парижда француз телендә «Башҡорт риүәйәттәре һәм әкиәттәре» исемле китабын баҫтырып сығара.
С. И. Руденконың фундаменталь хеҙмәттәре башҡорт этнографияһының, антропологияһының артабанғы уңышлы үҫешенә ыңғай йоғонто яһаны, уларҙың артабанғы йөкмәткеһен, йүнәлештәрен билдәләште, фәндең был өлкәләрендәге эталонға әйләнде.