Румын атенеумы

Иҫтәлекле урын
Румын атенеумы
рум. Ateneul Român
Урыны Бухарест,
Румыния Франклин урамы №№ 1-3, сектор 1
Архитектура стиле неоклассицизм
Архитектор Альберт Галлерон
Беренсе тапҡыр 1888 йыл
Сайт Рәсми сайт


Румын атенеумы (рум. Ateneul RomânAteneul Român) — Бухарест үҙәгендә (Румыния) урынлашҡан концерт залы. Румын баш ҡалаһының төп ориентирҙарының береһе. Хәҙер ҡаланың төп концерт залы, йыл һайын үткәрелә торған халыҡ-ара музыкаль фестиваль урыны. 1889 йылдан — Бухарест филармоник оркестрының төп концерт майҙансығы.

1865 йылда румын мәҙәниәте һәм фәне эшмәкәрҙәренән бер төркөм Атенеум (Atheneum) румын мәҙәни йәмғиәтенә нигеҙ һала. Сәнғәткә һәм фәнгә хеҙмәт итеү маҡсатында, 1888 йылда Бухареста румын Атенеумы бинаһы асыла.

Бина француз архитекторы Альберт Галлерондың проекты буйынса, танылған валаш боярҙары нәҫеле Вакареску аҡсаһына һалына һәм 1888 йылда тантаналы асыла, әммә биҙәү эштәре 1897 йылға саҡлы дауам итә. Төҙөлөш өсөн аҡсаның бер өлөшө 28 йыл дауамында хәйриә эшмәкәрлеге (асыҡ подписка) аша йыйыла. Румынияла: «Атенеумға бер лей йәлләмәгеҙ!» тигән саҡырыуҙы әлегә саҡлы хәтерләйҙәр.

1919 йылдың 29 декабрендә Австро-Венгрия тарҡалғандан һүң, Атенеум алдынғы румын эшмәкәрҙәренең Бессарабияны, Трансильвания һәм Буковинаны Бөйөк Румыния тип атап йөрөтөлгән Румын Короллегенә ҡушыу тураһындағы килешеүҙе ратификациялау буйынса тауыш биреү конференцияһын үткәреү урыны була.

Романтизм элементтары ҡулланылған бай биҙәлешле, көмбәҙ рәүешендәге, формаһы буйынса түңәрәк, неоклассик стилдәге бина. Уның алдында румын шағиры Михай Эминеску һәйкәле урынлашҡан ҙур булмаған парк бар.

Эске яғында, беренсе ҡатында, ҙур матбуғат залы, өҫтәрәк — партерында 600 урынға иҫәпләнгән һәм ложала — 52 урынлы тамаша залы урынлашҡан.

Оҙонлоғо — 75 һәм киңлеге 3 метр булған концерт залының түңәрәк диуарының эске өлөшөн рәссам Костин Петрескуның Дакияны Рим императоры Траян баҫып алған дәүерҙән алып 1918 йылда Бөйөк Румыния барлыҡҡа килгәнгә тиклем румын тарихының мөһим ваҡиғаларын үҙ эсенә алған фреска биҙәй.

1992 йылда Румыния хөкүмәте һәм Европа үҫеш банкы Советы уртаҡ бүлгән 9 миллион евроға реставрация эштәре башҡарыла.

Румын атенеумы бөгөн румын мәҙәниәте символы булып тора. 2007 йылда бина Еворпа мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелә.