Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1992 |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Награда тапшырыусы | Рәсәй Президенты |
Алыштырған | СССР дәүләт премияһы |
Башланыу датаһы | 1992 |
![]() | |
Лауреаттар категорияһы | Категория:РФ Дәүләт премияһы лауреаттары |
![]() |
Рәсәй федерацияһының Дәүләт премияһы рус. Госуда́рственная пре́мия Росси́йской Федера́ции—фән һәм техника, әҙәбиәт һәм сәнғәт үҫешенә индергән өлөш, етештереүҙәге бик юғары һөҙөмтәләр өсөн 1992 йылдан Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан бирелә торған премия.
Фән һәм технологиялар өлкәһендәге Дәүләт премияларына, Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияларына, Гуманитар эшмәкәрлек өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Дәүләт премияларына лайыҡ булған кешеләргә «Фән һәм технологиялар өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты», «Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты» һәм «Гуманитар эшмәкәрлек өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты» тигән маҡтаулы исемдәр бирелә, аҡсалата бүләк, диплом, Дәүләт премияһы лауреаты почёт билдәһе һәм уның таныҡлығы тапшырыла. Лауреаттың почёт билдәһенә өҫтәп Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаты фрак билдәһе бирелә.
Дәүләт премиялары тантаналы шарттарҙа Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан тапшырыла. Традиция буйынса тантана 12 июндә — Рәсәй Көнөндә үтә[1]
Фәнни-техник прогресс ҡаҙаныштарын дәүләт кимәлендә дәртләндереү маҡсатында РФ Президентының 1992 йылдың 5 июнендәге 282-рп һанлы бойороғо[2] менән 1992 йылға — 18, ә 1993 йылдан — ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәрен үткәреүгә бүленгән бюджет ассигнованиелары сиктәрендә һәр береһе 100 мең һум күләмендә Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендәге 20 Дәүләт премияһы булдырыла.
Ошо уҡ ҡарар менән Рәсәй Фәндәр Академияһы президенты Ю. С. Осипов рәйеслегендә Рәсәй Федерацияһы Фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премиялары буйынса комитет составы, шулай уҡ Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премиялары тураһындағы Положение раҫлана.
Комитет һайлап алыу турын һәм премияларға дәғүә иткән эштәрҙе ҡарауҙы тормошҡа ашыра. Дәүләт премияларын биреү тураһындағы комитеттың ҡарарҙары Рәсәй Федерацияһы Президенты указдары менән раҫлана.
Премия лауреаттарына СССР Дәүләт премияһы лауреатына бирелгән кеүек миҙал өлгөһөндә күкрәккә таға торған миҙал тапшырыла, миҙалдың планкаһы Рәсәй триколоры төҫөндә эшләнә.[3].
Рәсәй Федерацияһы Фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премиялары буйынса комитет составында 51 ағза.
2004 йылда бирелгән Дәүләт премияларынан башлап[4] Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияларын тапшырыуҙың яңы ҡағиҙәләре билдәләнә:
Һәр премия күләме миллион һум тәшкил иткән[6]. Премиялар ошо премия лауреаттарының артабанғы ғилми һәм ижади эшмәкәрлеген дәртләндереү, яңы фәнни асыштар һәм ижади ҡаҙаныштар өсөн уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында бирелә. 2020 йылдан Дәүләт премияһының күләме 10 миллион һум тәшкил итә.
Рәсәй Федерацияһының фән һәм технологиялар өлкәһендәге Дәүләт премияһы Ватан һәм донъя фәнен ярайһы ныҡ байытҡан һәм фәнни-техник прогресты үҫтереүгә ҙур йоғонто яһаған күренекле эштәре, асыштары һәм ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Федерацияһы граждандарына бирелә.
Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы Ватан һәм донъя мәҙәниәте үҫешенә тос өлөш индергән, айырыуса әһәмиәтле әҙәби әҫәрҙәр һәм ижади эштәр булдырған Рәсәй Федерацияһы граждандарына бирелә.
Гуманитар эшмәкәрлек өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн РФ Дәүләт премияһы әүҙем мәғрифәтселек, тыныслыҡҡа саҡырып емешле эшмәкәрлек алып барған, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе раҫлауға, йәмғиәтте туплауға һөҙөмтәле булышлыҡ иткән һәм Рәсәйҙә йәмәғәтселектә киң танылыуға өлгәшкән кешеләргә бирелә. Дәүләт премияһының был төрө шәхсән йүнәлешле һәм һәр ваҡыт бер генә кешегә тапшырыла, Дәүләт премияһының был төрөн ҡабаттан бер үк кешегә биреү рөхсәт ителмәй.
Хәйриә эшмәкәрлеге һәм хоҡуҡ өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштар өсөн РФ Дәүләт премияһы 2015 йылда булдырылған. Декабрь айында тапшырыла.[7]
Дәүләт премияларын биреү тураһында тәҡдимдәр Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса совет һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса совет тарафынан тәҡдим ителә.
Дәүләт премияһы шәхси характерҙа һәм, ҡағиҙә булараҡ, бер дәғүәсегә бирелә. Әгәр ҡаҙанышта бер нисә кеше хәл иткес роль уйнаһа, Дәүләт премияһы өс кешенән артмаған дәғүәселәр төркөмөнә бирелеүе мөмкин. Был осраҡта Дәүләт премияһы лауреаттары араһында аҡсалата бүләк, диплом, маҡтау билдәһе һәм уға таныҡлыҡ һәр лауреатҡа тапшырыла.
Айырым осраҡтарҙа ғына, яңы, айырыуса әһәмиәтле һөҙөмтәләргә өлгәшһә, Дәүләт премияһы лауреаттарға ҡабаттан тапшырыла ала.
Үлгәндән һуң Дәүләт премияһын тапшырыу рөхсәт ителә. Мәрхүмдең дипломы һәм почёт билдәһе уның ғаиләһенә иҫтәлек булараҡ тапшырыла йәки ҡалдырыла, ә аҡсалата бүләк мираҫ буйынса тапшырыла.
1996 йылдан шулай уҡ Советтар Союзы Маршалы Г. К. Жуков исемендәге Рәсәй Дәүләт премияһы («1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының Еңеүен мәңгеләштереү тураһында» ғы Федераль закон) тапшырыла[8].Премия тураһындағы положение Рәсәй Президентының «Рәсәй Федерацияһының Советтар Союзы Маршал Г. К. Жуков исемендәге Дәүләт премияһы тураһында» ғы Указы менән раҫланған[9]. Премия Рәсәй Федерацияһы граждандарына йыл һайын 300 000 һум күләмендә ошо маҡсаттарҙа тапшырыла: хәрби фәндәр өлкәһендә; ҡоралдар һәм хәрби техника булдырыу өлкәһендә; әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә — 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында халыҡ батырлығының бөйөклөгөн һәм күренекле совет полководецтарының ролен, яугирҙәрҙең һәм партизандарҙың ҡаһарманлығы һәм батырлығы, Ватанды һаҡлаусыларҙың дуҫлыҡ, берҙәмлек һәм хәрби туғанлыҡ күрһәтеүен асҡан әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәренә[10]. «Рәсәй Федерацияһының Советтар Союзы Маршалы Г. К. Жуков исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты» исеме билдәләнгән тәртиптә Еңеү көнө алдынан бирелә.