Рәсәй Федерацияһының Юғары суды | |
Нигеҙләү датаһы | 4 ғинуар 1923 |
---|---|
Ойошма етәксеһенең вазифаһы | Председатель Верховного суда Российской Федерации[d] |
Етәксе | Ирина Леонидовна Подносова[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Юрисдикция таралышы | Рәсәй |
Бойһонған ойошма (филиал) | Рәсәй дәүләт суд эшмәкәрлеге университеты[d][1] |
Рәсми сайт |
vsrf.ru vsrf.ru/en/ vsrf.ru/fr/ |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 11 600 ± 99[2] |
Рәсәй Федерацияһының Юғары суды Викимилектә |
Рәсәй Федерацияһының Юғары суды[3] — Рәсәй Федерацияһының юғарғы суд органы. Мәскәүҙә элекке СССР Юғары Суды бинаһында урынлашҡан.
Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан 2014 йылдың 5 февралендә ҡул ҡуйылған «Рәсәй Федерацияһының Юғары суды һәм Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы тураһындағы» № 2-ФКЗ Закон менән Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәреш индерелә, һәм Рәсәй Федерацияһы Юғары судының 1993 йылдың 12 декабрендә ҡабул ителгән РФ Конституцияһы менән нығытылған хоҡуҡи статусы үҙгәрә. Был Законға ярашлы, Рәсәй Федерацияһының Юғары суды менән Юғары арбитраж суды уларҙың вариҫы булып торған яңы органға берләштерелә, ул Рәсәй Федерацияһының Юғары суды тип атала һәм эшен башлаған мәлдән алып дөйөм юрисдикциялағы федераль судтар системаһына инмәй[4][5][6][7][8][9].
«Рәсәй Федерацияһының Юғары суды тураһында» Федераль конституцион Законының 22-се статьяһына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Юғары судының даими урыны булып Санкт-Петербург ҡалаһы һанала, ләкин был положение Рәсәй Федерацияһы Юғары суды үҙ вәкәләттәрен ошо ҡалала үтәй башлаған мәлдән көсөнә инә, ә ваҡытын Рәсәй Федерацияһы Юғары суды менән яраштырғандан һуң Рәсәй Федерацияһы Президенты билдәләй. Был дата билдәләнгәнгә тиклем Рәсәй Федерацияһы Юғары суды вәкәләттәрен Мәскәү ҡалаһында башҡара.
Рәсәй Федерацияһының Юғары суды граждандар эштәре, иҡтисади бәхәстәрҙе хәл итеү, енәйәтселек, административ эштәр һәм дөйөм юрисдикция судтарына ҡараған башҡа эштәр буйынса юғарғы суд органы булып тора (РФ Конституцияһының 126-сы статьяһы)[10]. Ул
Рәсәй Федерацияһы Юғары суды вәкәләттәре, уның ойошторолоу (йәғни судьяларҙы тәғәйенләү тәртибе) һәм эшмәкәрлек тәртибе Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы, «Рәсәй Федерацияһының суд системаһы тураһында» Федераль конституцион закон (1996), «Рәсәй Федерацияһының Юғары суды тураһында» Федераль конституцион закон, шулай уҡ "Рәсәй Федерацияһында судьяларҙың статусы тураһында"Рәсәй Федераль закон һәм «Рәсәй Федерацияһында судьялар берләшмәһе органдары тураһында» Федераль закон (2002) менән билдәләнә.
Рәсәй Федерацияһының Юғары суды рәйесе — Вячеслав Михайлович Лебедев.
Рәсәй Федерацияһы Юғары суды түбәндәге составта эшләй:
Бынан тыш, Рәсәй Федерацияһы Юғары судының аппараты һәм Юғары суд эргәһендәге Ғилми-консультатив совет эшләй.
Тағы Рәсәй Федерацияһы Юғары суды эргәһендә Суд департаменты бар, ул дөйөм юрисдикция судтарының эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе ведомство булып тора һәм[11] Рәсәй Юғары суды рәйесе менән Рәсәй Судьялар советына буйһона.
Рәсәй Федерацияһы Юғары суды рәйес, уның урынбаҫарҙары һәм Рәсәй Федерацияһы Юғары суды ағзалары (улар Рәсәй Федерацияһы Юғары суды судьялары булып тора) составында эш итә. Хәрби коллегия рәйесе («Рәсәй Федерацияһының хәрби судтары тураһында» Федераль конституцион законға ярашлы) бер үк ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Юғары суды рәйесенең урынбаҫары ла булып тора.
Рәсәй Федерацияһы Юғары суды рәйесе булмағанда уның хоҡуҡтары һәм бурыстары уның ҡушыуы буйынса урынбаҫарҙарының береһе тарафынан башҡарыла.
По данным сайта Верховного суда Российской Федерации (по состоянию на 1 января 2012 года)[12]
Председатель Верховного суда Российской Федерации
Первый заместитель председателя Верховного суда Российской Федерации
Заместитель председателя Верховного суда Российской Федерации — председатель Судебной коллегии по гражданским делам
Заместитель Председателя Верховного суда Российской Федерации — председатель Судебной коллегии по уголовным делам
Заместитель Председателя Верховного суда Российской Федерации — председатель Судебной коллегии по административным делам
Заместитель Председателя Верховного суда Российской Федерации — председатель Судебной коллегии по экономическим спорам
Заместитель Председателя Верховного суда Российской Федерации — председатель Судебной коллегии по делам военнослужащих
Заместитель Председателя Верховного суда Российской Федерации — председатель Дисциплинарной коллегии
Секретарь Пленума Верховного суда Российской Федерации
Президиум Верховного суда Российской Федерации
Судебная коллегия по административным делам
Судебный состав первой инстанции
Судебный состав по административным делам
Судебная коллегия по гражданским делам
Судебный состав по гражданским делам
Судебный состав по трудовым и социальным делам
Судебная коллегия по уголовным делам
Судебный состав докладчиков Президиума
Судебный состав первой инстанции
2 судебный состав
3 судебный состав
4 судебный состав
5 судебный состав
6 судебный состав
Военная коллегия
Апелляционная коллегия