Федераль закон | |
Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексы Беренсе өлөш | |
Номер: | 146-ФЗ |
Ҡабул ителгән: | Дәүләт Думаһы тарафынан 1998 йылдың 16 июлендә |
Раҫлау: | Федерация Советы тарафынан 1998 йылдың 17 июлендә |
Ҡул ҡуйыу: | РФ Президенты тарафынан 1998 йылдың 31 июлендә |
Көсөнә ингән: | 1999 йылдың 1 ғинуарынан |
Первая публикация: | «Собрание законодательства Российской Федерации», 3.08.1998, № 31 |
Ғәмәлдәге редакция: | 2016 йылдың 28 декабре |
Федераль закон | |
Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексы икенсе өлөш | |
Номер: | 117-ФЗ |
Ҡабул ителгән: | Дәүләт Думаһы тарафынан 2000 йылдың 19 июлендә |
Раҫлау: | Федерация Советы тарафынан 2000 йылдың 26 июлендә |
Ҡул ҡуйыу: | РФ Президенты тарафынан 2000 йылдың 5 авгусында |
Көсөнә ингән: | 2001 йылдың 1 ғинуарынан |
Первая публикация: | «Собрание законодательства Российской Федерации», 7.08.2000, № 32 |
Ғәмәлдәге редакция: | 2017 йылдың 3 апреле |
Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексы — Рәсәй Федерацияһында һалымдар һәм йыйымдар системаһын нығытыусы кодлаштырылған закон акты.
Ике өлөштән тора: беренсе өлөштә (дөйөм өлөш) һалым һалыуҙың төп принциптары билдәләнә, икенсе өлөштә (махсус өлөш) илдә булдырылған һәр бер һалымды һалыу тәртибе нығытыла.
Кодекстың беренсе өлөшө, Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан 1998 йылдың 31 июлендә ҡул ҡуйылып, 1999 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә ингән. Рәсәй Федерацияһында һалым һалыуҙың һәм йыйымдар түләүҙең дөйөм принциптарын нығыта, шул иҫәптән:
Кодекстың икенсе өлөшө, Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан 2000 йылдың 5 авгусында ҡул ҡуйылып, 2001 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә ингән. Кодекстың икенсе өлөшө Кодекс менән булдырылған һалымдар һәм йыйымдарҙың һәр береһен иҫәпләү һәм түләү принциптарын билдәләй.
Һәр һалымға йә махсус һалым режимына Кодекстың икенсе өлөшөнөң айырым бүлеге бағышланған. Дәүләт пошлинаһын иҫәпләү һәм түләү тәртибе лә айырым бүлектә бирелгән. Йәнә хайуандар донъяһы объекттары менән файҙаланған һәм һыуҙың биологик ресурстары менән файҙаланған өсөн йыйымдарҙы иҫәпләү һәм түләү тәртибе лә Кодекстың икенсе өлөшөндә айырым бүлек итеп бирелгән.
2001 йылдың 1 ғинуарынан Кодекстың дүрт бүлеге генә үҙ көсөнә инә, улар менән түбәндәгеләр нығытыла:
2002 йылдың 1 ғинуарынан индереләләр:
2003 йылдың 1 ғинуарынан индереләләр:
2003 йылдың июнендә продукцияны бүлеү тураһындағы килешеүҙе үтәгәндә түләнә торған һалым системаһы (махсус һалым режимы) индерелә.
2004 йылдың 1 ғинуарынан Кодекстың түбәндәгеләрҙе нығытҡан бүлектәре көсөнә инә:
2005 йылдың 1 ғинуарынан Кодекстың түбәндәгеләрҙе нығытҡан бүлектәре көсөнә инә:
2015 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының физик шәхестәр мөлкәтенә һалымды көйләгән 32-се статьяһы ғәмәлгә инә.