Рәсәйҙең киң мәғлүмәт саралары | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
![]() |
Рәсәйҙең киң мәғлүмәт саралары — Рәсәй Федерацияһында киң аудиторияларға тәғәйенләнгән мәғлүмәтте көндәлек йыйыу, эшкәртеү һәм таратыу саралары (органдары).
Рәсәй Федерацияһының «Киң мәғлүмәт саралары тураһында»ғы 1991 йыл 27 декабрь 2124-I-се Законының 2-се статьяһына ярашлы, киң мәғлүмәт сараларына түбәндәгеләр инә:
Киң мәғлүмәт саралары Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт (Роскомнадзор) органдарында мотлаҡ теркәлергә, китапханаларға баҫма продукцияның мәжбүри даналарын ебәреп торорға йә һәр сығарылыштың яҙмаһын (телерадиотапшырыуҙар) 1 йыл буйы һаҡларға тейеш һ.б. Хоҡуҡтар һәм гарантиялар ҙа билдәләнгән, алдан цензураға дусар итеү тыйыла.
2010 йылдың июленә алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, Рәсәйҙә 93 меңдән ашыу ваҡытлы матбуғат баҫмаһы теркәлгән, уларҙың күпселеге — 90 проценты — «дәүләткә ҡарамаған ваҡытлы матбуғат саралары»[2].
Рәсәйҙәге ваҡытлы матбуғат саралары түбәндәге билдәләргә эйә:
Рәсәй ваҡытлы матбуғат саралары түбәндәгеләргә бүленә:
Рәсәйҙә түбәндәгеләр киң мәғлүмәт сараларына инмәй: стена гәзиттәре, бәләкәй тиражлы баҫмалар, китапханалар, дөйөм Интернет — интернет-блогтар (көнөнә 3000-дән ашыу инеүсеһе булғандарҙан башҡа), чаттар, форумдар, конференциялар һәм башҡалар[3].
Матбуғат баҫмалары — Рәсәй Федерацияһында киң матбуғат сараларының иң таралған төрө. 2009 йыл башына Рәсәй Федерацияһында 27 425 гәзит һәм аҙналыҡ теркәлгән була, ләкин даими әйләнештә йөрөгәндәре — шуның 14 меңе самаһы ғына. Шулай уҡ 20 433 журнал, 787 альманах, 1297 йыйынтыҡ, 1519 бюллетень һәм магнит йөрөткөстәге 214 баҫма теркәлгән. 2009 йыл башына бөтәһе 51 мең баҫма киң мәғлүмәт сараһы теркәлгән[4].
Рәсәйҙең баҫма киң матбуғат саралары юридик ҡына түгел, социаль планда ла (уҡыусыларҙан) бойондороҡһоҙ: баҫмалар ғәмәлдә уҡыусыларҙың хаттарына иғтибар итмәй, улар менән «кире бәйләнеш» тотмай, эшмәкәрлектәренә уҡыусылар биргән баһаны өйрәнмәй, уҡыусыларҙың мәғлүмәткә булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырышмай, үҙ зауығына тап килгән баҫма полосаларҙы һәм журналистар яҙған сюжеттарҙы ғына тәҡдим итә[5]. Совет осоронан һуң Рәсәй гәзиттәрен уҡыусылар һаны ҡырҡа ҡыҫҡара: һорашыу мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, 1990 йылда — һорашылғандарҙың 4 проценты, 2002 йылда — 13,5 проценты, 2006 йылда 30 проценты матбуғатты даими уҡымаған[6].
Рәсәйҙең көндәлек гәзиттәрен уҡыусыларҙың тулайым һаны 2008 йылдың май-октябрендә — 6,5 миллион кеше, дөйөм һәм эш йөкмәткеһендәге көндәлек гәзиттәрҙе уҡыусылар һаны 14 миллион булған.
Журналдарҙың тулайым аудиторияһы — 36,2 миллион кеше (2008 йылдың аҙағы). Кино- һәм телегидтар (28,5 %), ҡатын-ҡыҙ һәм мода баҫмалары (28,1 %) башҡа тематикаға ҡарағанда ҙурыраҡ һорау менән файҙалана.[7].
Рәсәй гәзиттәре:
Европа берләшмәһенең Рәсәй Федерацияһы буйынса доклады нигеҙендә баҫма киң мәғлүмәт саралары телдәр буйынса[8]:
Тел | Рәсәй халыҡтары телдәрендә гәзит сығарыу (баҫмалар һаны 1996 йылға ҡарата) | Рәсәй халыҡтары телдәрендәге гәзиттәрҙең йыллыҡ тиражы (1996 йылға ҡарата) | Рәсәй халыҡтары телдәрендәге журнал баҫмалары һаны (1996 йылға ҡарата) | Рәсәй халыҡтары телдәрендәге журнал баҫмаларының йыллыҡ тиражы (1996 йылға/мең дана/) | Рәсәйҙә халыҡтың һаны (2002) | Исемлек |
---|---|---|---|---|---|---|
Абазин | 1 | 422 | 0 | 0 | 37 942 | |
Агуль | 0 | 0 | 0 | 0 | 28 297 | |
Авар | 11 | 4497 | 1 | 6 | 814 473 | Список аварских печатных СМИ (авар.) |
Адыгей | 2 | 1706 | 2 | 5 | 128 528 | |
Алтай | 2 | 974 | 2 | 5 | 67 239 | Список алтайских печатных СМИ (алт.) |
Балкар | 1 | 900 | 2 | 2 | 108 426 | Список карачаево-балкарских печатных СМИ (карач.-балк.) |
Башҡорт | 30 | 27059 | 9 | 1541 | 1 673 389 | Список башскирских печатных СМИ (баш.) |
Бүрәт | 7 | 1305 | 0 | 0 | 445 175 | Список бурятских печатных СМИ (баш.) |
Вепс | 1 | ? | 2 | ? | 8240 | Список вепсских печатных СМИ (вепс.) |
Даргин | 1 | 275 | 1 | 2 | 510 156 | |
Долган | 0 | 0 | 0 | 0 | 801 | |
Ингуш | 0 | 0 | 1 | 3 | 413 016 | Список ингушских печатных СМИ (ингуш.) |
Ительмен | 0 | 0 | 0 | 0 | 3180 | |
Кабарды | 3 | 3047 | 1 | 5 | 519 958 | Список кабардино-черкесских печатных СМИ (каб-чер.) |
Ҡалмыҡ | 1 | 1225 | 2 | 48 | 173 996 | Список калмыцких печатных СМИ (калм.) |
Ҡарасай | 1 | 1260 | 0 | 0 | 192 182 | Список карачаево-балкарских печатных СМИ (карач.-балк.) |
Карел | 3 | ? | 2 | ? | 93 344 | Список карельских печатных СМИ (карел.) |
Кет | 0 | 0 | 0 | 0 | 1494 | |
Коми | 4 | 1381 | 3 | 107 | 293 406 | Список коми печатных СМИ (ком.) |
Коми-пермяк | 0 | 0 | 0 | 0 | 125 235 | Список коми-пермяцких печатных СМИ (коми-перм.) |
Коряк | 0 | 0 | 0 | 0 | 8743 | |
Ҡумыҡ | 4 | 855 | 1 | 2 | 422 409 | |
Лак | 4 | 330 | 1 | 2 | 156 545 | Список лакских печатных СМИ (лак.) |
Лезгин | 2 | 438 | 1 | 2 | 411 535 | Список лезгинских печатных СМИ (лезг.) |
Манси | 1 | 20 | 0 | 0 | 11 432 | |
Мари (тау) | 1 | 350 | 1 | 1 | Список горномарийских печатных СМИ (горномар.) | |
Мари (ялан) | 13 | 4820 | 4 | 149 | Список луговомарийских печатных СМИ (луговомар.) | |
Мордва (муҡшы) | 1 | 1005 | 2 | 72 | Список мокшанских печатных СМИ (мокш.) | |
Мордва (эрзә) | 2 | 318 | 2 | 54 | Список эрзянских печатных СМИ (эрз.) | |
Нанай | 0 | 0 | 0 | 0 | 12 160 | |
Нганасан | 0 | 0 | 0 | 0 | 834 | |
Ненец | 1 | 30 | 0 | 0 | 41 302 | |
Нивх | 0 | 0 | 0 | 0 | 5162 | |
Нуғай | 2 | 449 | 0 | 0 | 90 666 | |
Осетин | 3 | 4730 | 3 | 7 | 514 875 | Список осетинских печатных СМИ (осет.) |
Рус | 4604 | 7644040 | 2620 | 381174 | 111 016 896 | |
Рутул | 0 | 0 | 0 | 0 | 29 929 | |
Саам | 0 | 0 | 0 | 0 | 1991 | |
Селькуп | 0 | 0 | 0 | 0 | 4249 | |
Табасаран | 0 | 0 | 1 | 2 | 131 785 | |
Татар | 91 | 65090 | 17 | 2610 | 5 554 601 | Список татарских печатных СМИ (тат.) |
Тат | 0 | 0 | 0 | 0 | 2303 | |
Тофалар | 0 | 0 | 0 | 0 | 837 | |
Тува | 7 | 2443 | 2 | 10 | 243 442 | Список тувинских печатных СМИ (тувин.) |
Удмурт | 9 | 3235 | 4 | 76 | 636 906 | Список удмуртских печатных СМИ (удм.) |
Фин | 1 | ? | 2 | ? | ? | |
Хакас | 0 | 0 | 0 | 0 | 75 622 | |
Ханты | 1 | 30 | 0 | 0 | 28 678 | |
Цахур | 0 | 0 | 0 | 0 | 10 366 | |
Черкес | 0 | 0 | 0 | 0 | 60 517 | Список кабардино-черкесских печатных СМИ (каб-чер.) |
Чечен | 2 | 118 | 1 | 20 | 1 360 253 | Список чеченских печатных СМИ (чеч.) |
Сыуаш | 30 | 20841 | 6 | 452 | 1 637 094 | Список чувашских печатных СМИ (сыуаш.) |
Чукот | 0 | 0 | 0 | 0 | 15 767 | |
Шор | 0 | 0 | 0 | 0 | 13 975 | |
Эвенк | 0 | 0 | 0 | 0 | 35 527 | |
Эвен | 0 | 0 | 0 | 0 | 19 071 | |
Эскимос | 0 | 0 | 0 | 0 | 1750 | |
Юкагир | 0 | 0 | 0 | 0 | 1509 | |
Яҡут | 26 | 22129 | 3 | 50 | 443 852 | Список якутских печатных СМИ (саха) |
СССР-ҙа даими телевидение 1931 йылдың 1 октябрендә эшләй башлай. Оптик-механик телевидение тапшырыуҙары күп ҡалаларҙа, шул иҫәптән Ленинградта, Түбәнге Новгородта, Томскиҙа ҡабул ителә.
Бөгөнгө көнгә Рәсәй Федерацияһында 16 дөйөм Рәсәй телеканалы, 117 юлдаш һәм кабель телеканалы, Рәсәйҙән ситтә күрһәтеүсе 7 телеканал, 180 самаһы төбәк телеканалы һәм бәләкәй ҡалаларҙың һәм ауылдарҙың 30 каналы эшләй. Телеканалдарҙың дөйөм һаны — яҡынса 330.
Уларҙың айырыуса популярҙары: Беренсе канал, «Россия-1», НТВ, ТНТ, РЕН ТВ, СТС, Культура, Домашний, Пятый канал, ТВ Центр, Матч ТВ, Че, Муз-ТВ, OCEAN-TV, MTV, ТВ3, A-ONE, Канал Disney, 2×2, РБК, Звезда, Карусель, Bridge TV, Евроновости, Мир, Спас, Союз, Благовест, Ностальгия, ТДК һ.б. Оппозицияға яҡын торған канал — «Дождь» телеканалы.
Рәсәйҙәге беренсе радиостанция «Всесоюзное радио» (һуңынан — Бөтә Союз радиоһының 1 программаһы, Радио 1) 1924 йылдың 23 ноябрендә эшләй башлай.
1945 йылда «2 программа» (һуңынан — «Маяк»), 1948 йылда «3 программа» (һуңынан — Юность) эшләтеп ебәрелә.
Рәсәйҙәге беренсе коммерция радиостанцияһы «Европа Плюс» 1990 йылдың 30 апрелендә эшен башлай.
Рәсәйҙә радиотапшырыуҙар дәүләттекенә һәм коммерцияға ҡарағандарға бүленә. Дәүләт тапшырыусыһы — ВГТРК, уға ике дөйөм милли радиостанция — «Радио России» һәм «Маяк» инә, бөтә төбәктәргә лә тиерлек тапшырыусы «Европа Плюс», «Дорожное радио», «Русское радио», төбәктәрҙең яртыһынан ашыуына тапшырыусы «Ретро FM», «Love Radio», «Авторадио» коммерцияға ҡараған тапшырыусылар булып тора. Иң эре радиохолдинг — «Европейская медиагруппа» (ЕМГ).
Рәсәй мәғлүмәт агентлыҡтары: ТАСС (дәүләттеке), Интерфакс, Росбалт.
2014 йылдың 1 авгусынан Рәсәйҙә тәүлегенә 3 меңдән ашыу яҙылыусыһы булған блогерҙар өсөн мотлаҡ теркәлеү индерелде. Был блогерҙар яуаплылыҡ йәһәтенән киң мәғлүмәт сараларына тиңләштерелде. 2015 йылдың йәйендә Роскомнадзор хәбәр итеүенсә, Закон эшләгән беренсе йылда 640 «өс меңсе блогер» теркәлгән[9].
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы мәғлүмәт азатлығына билдәле бер сикләүҙәр ҡуя. Мәғлүмәтте (шул иҫәптән киң мәғлүмәтте) эҙләүҙең, алыуҙың, тапшырыуҙың, етештереүҙең һәм таратыуҙың законлы ысулы дәүләт сере йә закон менән махсус һаҡланыусы башҡа сер булып торған мәғлүмәтте таратыуҙы рөхсәт итмәй. Киң мәғлүмәт сараларын енәйәт язаһына тарттырыла торған эш-ғәмәлдәр ҡылыу — власты тартып алыуға; конституцион ҡоролошто һәм дәүләттең бөтөнлөгөн көс ҡулланып үҙгәртеүгә саҡырыу; милли, синфи, социаль, дини түҙеп тормаусанлыҡ йә ҡаршы тороу уятыу; һуғышты пропагандалау һәм порнография, көс һәм ҡанһыҙлыҡ культы пропагандалау — маҡсатында ҡулланыу тыйыла.
Айырым сығанаҡтар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ватан киң мәғлүмәт сараларына хас сифаттар — ҡаты цензура, властарҙың баҫымы, журналистарға ҡарата ҡурҡытыу һәм көс ҡулланыу, телевизион каналдар өҫтөнән дәүләттең тоталитар контроле һәм дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәт биреү[10][11][12][13].
Совет ҡоролошон емереүҙе хыянат тип баһалап, В. В. Путин власҡа килгәс тә Рәсәйҙә демократияны ҡаҡшатыуға һәм һүҙ азатлығын быуыуға йүнәлтелгән аҙымдар яһай[14] — киң мәғлүмәт саралары өҫтөнән контроль көсәйә, ә журналистарға ҡарата ҡылынған енәйәттәргә яза бирелмәй. 2014 йылдың 5 майында Президент РФ В. Путин кинола, әҙәбиәттә һәм киң мәғлүмәт сараларында һүгенеү һүҙҙәрен ҡулланыуҙы тыйған законға ҡул ҡуя[15].
Бөгөн талант һәм компетентлылыҡ урынына әшнәлек һәм формаль булмаған бәйләнештәр хәл иткес әһәмиәткә эйә
. Советтан һуңғы осорҙоң типик журналисы — һайлаған профессияһынан ҡәнәғәтлек кисергән, үҙендә ике йөҙлөлөктө — дәүләттең сәйәси контролен ҡабул иткән медиахеҙмәткәрҙе һәм шәхси иҡтисади мәнфәғәттәре менән ижади амбицияларын күҙәткән фрилансерҙы — берләштергән журналист ул.«Сиктәрҙе белмәгән репортёрҙар» ойошмаһы йыл да баҫтырған матбуғат азатлығы рейтингында, 2013 йылда Рәсәй 148-се урынға төшә һәм 2014 йылда ла шунда ҡала. Европала киң мәғлүмәт саралары азатлығының бынан да түбәнерәк күрһәткесе — Белоруссияныҡы[16][17].