![]() | |
Урынлашыуы | |
---|---|
Төҙөлгән | |
Асылған | |
Һыйҙырылышлығы |
11 000 |
Өйҙәге команда |
ФК СКВО (Дондағы Ростов футбол клубы ) |
![]() |
ТКХО АСК— Дондағы Ростов ҡалаһы стадионы. 1971 йылда төҙөлгән, 27300 тамашасыны һыйҙыра[1]. Стадионда шулай уҡ ТКСК-ның өйҙәге матчтары ла үткәрелә.
Спорт комплексы төҙөү 60-сы йылдарҙа ТКХО Ғәскәрҙәре Командующийы генерал-полковник Алтунин инициативаһы менән төҙөлә башлай. Округ спорт комплексы составына 33 000 урынлыҡ спорт аренаһы һәм трибуналары, футбол яланы, еңел атлетика йәҙрәһе, өс ванналы һыу -спорт комплексы һәм спорт майҙансыҡтары инә.
Төп спорт аренаһы һәм ТКХО СКА барлыҡ спорт комплексы 1971 йылдың апрелендә сафҡа индерелә. Комплекстың барлыҡ биналарының һәм ҡоролмаларының проектлаусыһы- «Военпроект» ойошмаһы.
2007 йылдың февраленән алып стадионреконструкция стадияһында. Тулыһынса Көнсығыш һәм Көнбайыш трибуналары (түбәнге ярус, VIP-ложа) эшләй. Бөгөн стадион 11 000 кешене ҡабул итергә әҙер. Көньяҡ һәм Төньяҡ трибуналарҙағы аяҡҡа баҫтырғандан һуң спорт комплексының һыйҙырышлығы 25 000 тамашасы тәшкил итәсәк.
2016 йылдың 28 ғинуарында халыҡ-ара футбол федерацияһы ассоциациялары (ФИФА) 2018 йылда үткәрелсәк футбол буйынса донъя чемпионатының 36 тренировкалар үткәреү стадионының береһе итеп был стадионды раҫланы. Бының менән бәйле рәүештә ҡуйылған талаптарға яуап итерлек итеп стадионды реконструкциялау мотлаҡ[2].