СССР-ҙы һаҡлап ҡалыу тураһында Бөтә Союз референдумы

СССР-ҙы һаҡлап ҡалыу тураһында Бөтә Союз референдумы

17 март 1991 йыл
«Һеҙ Совет Социалистик Республикалар Союзын бөтә милләт кешеләренең хоҡуҡтары һәм иректәре тулыһынса гарантияланған тиң хоҡуҡлы суверен республикаларҙың яңыртылған федерацияһы булараҡ һаҡлап ҡалыу кәрәк тип иҫәпләйһегеҙме?»
Һөҙөмтәләр
Эйе йәки юҡ Тауыштар Өлөш
Эйе 113 512 812 77,85 %
Юҡ 32 303 977 22,15 %
Ғәмәлдәге тауыштар 145 816 789 98,14 %
Ғәмәлдә булмаған тауыштар 2 757 817 1,86 %
Бөтә тауыштар 148 574 606 100 %
Ҡатнашыу 80,03 %
Электорат 185 647 355
Союздаш республикалар буйынса һөҙөмтәләр. Республикаларҙың референдумда ҡатнашҡан бөтә халҡы Союзды һаҡлап ҡалыу өсөн тауыш бирә; төҫө ни тиклем ҡуйыраҡ булһа, был республикала бирелгән тауыштар проценты шул тиклем ҙурыраҡ.
     Ыңғай      Кире
Сығанаҡ: ССР Союзы Референдум буйынса үҙәк комиссияһының 1991 йылдың 17 мартында үткән СССР референдумы йомғаҡтары тураһында белдереүе[1][2][3]

СССР-ҙы һаҡлап ҡалыу тураһында Бөтә Союз референдумы  — СССР йәшәгән бөтә осор тарихында булған берҙән-бер Бөтә Союз референдумы, 1991 йылдың 17 мартында Советтар Союзында үткәрелә һәм тиң хоҡуҡлы суверен республикаларҙың яңыртылған федерацияһы булараҡ СССР-ҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы мәсьәләне ҡарай.

Референдумды ойоштороу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тауыш биреү бюллетене
Файл:Агитация против сохранения СССР 1991.jpg
СССР-ҙы һаҡлап ҡалыуға ҡаршы һәм РСФСР Президенты вазифаһын индереү яҡлы агитация

1990 йылдың 24 декабрендә СССР халыҡ депутаттарының IV съезы, исемләп тауыш биреү үткәреп, бөтә милләт кешеләренең хоҡуҡтары һәм иректәре тулыһынса тәьмин ителгән тиң хоҡуҡлы суверен республикаларҙың яңыртылған федерацияһы булараҡ ССР Союзын һаҡлап ҡалыуҙың мотлаҡ кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул итә[4].

Был Референдумға биш һорау сығарыла:

  1. Һеҙ бөтә милләт кешеләренең хоҡуҡтары һәм иректәре тулыһынса тәьмин ителгән тиң хоҡуҡлы суверен республикаларҙың яңыртылған федерацияһы булараҡ СССР-ҙы һаҡлап ҡалыу кәрәк тип иҫәпләйһегеҙме? (Эйе/Юҡ)
  2. Һеҙ СССР-ҙы берҙәм дәүләт булараҡ һаҡлап ҡалыу кәрәк тип иҫәпләйһегеҙме? (Эйе/Юҡ)
  3. Һеҙ СССР-ҙа социалистик ҡоролошто һаҡлап ҡалыу кәрәк тип иҫәпләйһегеҙме? (Эйе/Юҡ)
  4. Һеҙ яңыртылған Союзда Совет власын һаҡлау кәрәк тип иҫәпләйһегеҙме? (Эйе/Юҡ)
  5. Һеҙ яңыртылған Союзда һәр милләт кешеһенең хоҡуҡтарын һәм иректәрен гарантиялау кәрк тип иҫәпләйһегеҙме? (Эйе/Юҡ)
(теге йәки был ҡарар ҡабул ителгән хәлдә ниндәй ҙә булһа юридик йә ҡануни эҙемтәләр тураһында бер һүҙ ҙә әйтелмәй)

Шул уҡ көндө, СССР Президенты М. С. Горбачёвтың инициативаһы һәм ныҡлы талабы буйынса[5], Съезд тарафынан ергә хосуси милекселек тураһындағы мәсьәлә буйынса [6] һәм яңыртылған Союзды тиң хоҡуҡлы суверен Совет Социалистик Республикалар федерацияһы булараҡ һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе буйынса референдумдар үткәреү хаҡында ике ҡарар ҡабул ителә[7]. Беренсе ҡарарҙы ҡабул итеү өсөн 1553 депутат тауыш бирә, ҡаршылар — 84, тотҡарланыусылар — 70. Икенсе ҡарарҙы ҡабул итеү өсөн 1677 депутат тауыш бирә, ҡаршылар — 32, тотҡарланыусылар — 66[5].

Ләкин беренсе ҡарарға ҡағылышлы Юғары Советтың ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Ю. Х. Калмыков һуңынан СССР Юғары Советы сессияһында президенттың хосуси милекселек тураһындағы һорауҙы референдумға сығармай торорға үтенеүен аңлата[5]. Икенсе ҡарар үтәлеүгә тапшырыла. Унда былай тиелә: «ССР Союзының яҙмышы тураһында борсолған хеҙмәтсәндәрҙең күп һанлы мөрәжәғәттәренә бәйле һәм берҙәм Союз дәүләтен һаҡлау ҡалыу дәүләт тормошоноң мөһимдәрҙән-мөһим мәсьәләһе булыуын, һәр кешенең, Советтар Союзының бөтә халҡы мәнфәғәттәренә ҡағылыуын иҫәпкә алып, СССР халыҡ депутаттары съезы ҡарар итә:

1. Яңыртылған Союзды тиң хоҡуҡлы суверенлы Совет Социалистик Республикалар федерацияһы булараҡ һаҡлап ҡалыу тураһындағы мәсьәләне хәл итеү өсөн, тауыш биреү һөҙөмтәләрен һәр республика буйынса айырым иҫәпләп, СССР референдумы үткәрергә.
2. СССР Юғары Советына референдум датаһын һәм уны тәьмин итеү өсөн саралар билдәләргә ҡушырға. СССР халыҡ депутаттарын съезының 1990 йыл от 24 декабрь 1856-1-се ҡарары

[7].

1990 йылдың 27 декабрендә СССР халыҡ депутаттары съезы шул көндө ҡабул ителгән «Бөтә халыҡ тауыш биреүе (СССР референдумы) тураһында» СССР Законын көсөнә индерергә ҡарар итә [8].

«Бөтә халыҡ тауыш биреүе (СССР референдумы) тураһында» СССР Законының 5-се статьяһына ярашлы[9], СССР референдумын тәғәйенләү хоҡуғына СССР халыҡ депутаттары съезы эйә була, ә СССР халыҡ депутаттары съезы вәкәләттәре даирәһенә мотлаҡ инмәгән һорауҙарҙы съездар араһындағы осорҙарҙа СССР Юғары Советы ҡарай. «Халыҡтың үҙенән башҡа бер кем дә ССР Союзының яҙмышы өсөн тарихи яуаплылыҡты ала алмауынан сығып, СССР халыҡ депутаттарының дүртенсе съезы ҡарарын үтәү йөҙөнән һәм СССР-ҙың референдум тураһындағы ҡануниәтенә ярашлы»[10], 1991 йылдың 16 ғинуарында СССР Юғары Советы ҡарар итте:

1. Йәкшәмбе, 1991 йылдың 17 мартында, СССР-ҙың бөтә территорияһында тиң хоҡуҡлы республикалар федерацияһы булараҡ ССР Союзын һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе буйынса СССР референдумы үткәрергә.

2. Йәшерен тауыш биреү бюллетененә референдумға сығарылған һорауҙың түбәндәге формулировкаһын һәм тауыш биреүселәр яуаптарының варианттарын индерергә:
«Һеҙ Совет Социалистик Республикалар Союзын бөтә милләт кешеләренең хоҡуҡтары һәм иректәре тулыһынса гарантияланған тиң хоҡуҡлы суверен республикаларҙың яңыртылған федерацияһы булараҡ һаҡлап ҡалыу кәрәк тип иҫәпләйһегеҙме?».
«Эйе» йәки «Юҡ».

3. Һәр республика буйынса тауыш биреү һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, тотош ССР Союзы буйынса тауыш биреү һөҙөмтәләрен билдәләргә.


Референдумды үткәреү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Союздаш республикаларҙың дәүләт власы органдары СССР-ҙы һаҡлап ҡалыу тураһында Бөтә Союз референдумы үткәреүгә төрлөсә ҡарай.

Референдумды хуплаған республикалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РСФСР, Белорус ССР-ы, Украин ССР-ы, Үзбәк ССР-ы, Ҡаҙаҡ ССР-ы, Әзербайжан ССР-ы, Ҡырғыҙ ССР-ы, Тажик ССР-ы, Төркмән ССР-ында республика үҙәк референдум комиссиялары, округтар, округ һәм участка комиссиялары ойошторола, граждандарға бөтә Союз бөтә халыҡ тауыш биреүендә ҡатнашыу мөмкинлеген гарантиялаған башҡа саралар күрелә.

1991 йыл 17 март референдумына саҡырыу

25 ғинуарҙа РСФСР Юғары Советы Президиумы Б. Н. Ельцин рәйеслегендә йәкшәмбе, 1991 йылдың 17 мартында, РСФСР-ҙың бөтә территорияһында берҙәм республикалар федерацияһы рәүешендә ССР Союзын һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе буйынса СССР референдумы үткәрергә ҡарар итә[11]. 1991 йылдың 7 февралендә РСФСР Юғары Советы СССР референдумы менән бергә РСФСР референдумы ла үткәрергә ҡарар сығара[12], был референдумға РСФСР Президенты вазифаһын индереү тураһындағы һорау индерелә.

РСФСР референдумы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1991 йылдың 17 мартында Бөтә Союз референдумы менән бергә РСФСР президенты вазифаһын индереү тураһында беренсе Бөтә Рәсәй референдумы ла үтә. Унда РСФСР раждандарының 75,09 проценты ҡатнаша, шуның 71,3 проценты тәҡдимде хуплай. Өс айҙан, 1991 йылдың 12 июнендә, РСФСР-ҙың беренсе президенты итеп Борис Ельцин һайлана.

РСФСР-ҙа йәмәғәт фекерен һорашыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

28 февралдә Мәскәү ҡала Советы президиумы 17 мартта, СССР һәм РСФСР референдумдарынан тыш, мәскәүҙәр араһында йәмәғәт фекерен һорашыуҙы ла үткәрергә ҡарар итә[13]. Һорау былай яңғырай: «Һеҙ ҡала халҡының Мәскәү мэрын туранан-тура һайлауҙы үткәрергә кәрәк тип иҫәпләйһегеҙме?». Һорашыуҙа мәскәүҙәрҙең 67,63 проценты ҡатнаша, шуларҙың 81,14 проценты мэр һайлау яҡлы була. Һорашыу үткәреү менән бергә, Мәскәүҙең ҡайһы бер район Советтарына депутаттар һайлау була[5].

Ҡаҙаҡ ССР-ының Юғары Советы дөйөм Союз референдумында тауышҡа ҡуйылған һорауҙы үҙгәртеңкерәй: «Һеҙ ССР Союзын тиң хоҡуҡлы суверен дәүләттәр Союзы итеп һаҡлап ҡалдырыу кәрәк тип иҫәпләйһегеҙме?». Шуның менән бергә Ҡаҙаҡ ССР-ының Юғары Советы Президиумы республика буйынса тауыш биреү һөҙөмтәләрен СССР референдумының дөйөм йрмғаҡтарына индереү тураһында рәсми үтенес белдерә[3].

Белорус ССР-ы Юғары Советы Президиумы Н. И. Дементей рәйеслеге аҫтында 21 ғинуарҙа республикала дөйөм Союз референдумын үткәреүҙе ойоштороу һәм халыҡҡа референдумға сығарылған һорау, тауыш биреү тәртибе, шулай уҡ тауыш биргәндә граждандар ҡабул иткән ҡарарҙың тарихи әһәмиәте буйынса аңлатыуҙар алып барырға тәҡдим итеү тураһында ҡарар сығара [14].

Украин ССР-ы Юғары Советы Президиумы бөтә Союз референдумын үткәреүҙе хуплай[15]. Бюллетенгә тағы бер һорау өҫтәлә: «Һеҙ Украинаның Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияһы нигеҙендә Украинаның Совет суверен дәүләттәр Союзы составында булырға тейешлеге менән ризаһығыҙмы? „Эйе“ йәки „Юҡ“»[16][17]. Беренсе һорауға тауыш биреүселәрҙең 70,2 проценты — ыңғай, 28 проценты кире яуап бирә, Украинаны Совет суверен дәүләттәр Союзы составына индереү тураһындағы икенсе һорауға тауыш биреүселәрҙең 80,2 проценты ыңғай яуап бирә[18][19].

Ҡырымда тауыштар айырым һаналмай. Ҡырым Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы УССР-ҙың 1991 йыл 12 февраль законы менән тергеҙелә, әммә тейешле поожение УССР Конституцияһына 1991 йылдың 19 июнендә генә индерелә[20], ә СССР Конституцияһына тейешле төҙәтеү индерелмәй ҡала.

Референдумды хупламаған республикалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1991 йылдың 25 февралендә үк СССР Юғары Советы айырым республикаларҙа юғары власть органдарының, СССР Конституцияһын һәм ҡануниәтен боҙоп, СССР халыҡ депутаттарының IV съезының референдум үткәреү тураһындағы ҡарарын үтәргә йыйынмауын билдәләй. Был республикаларҙа СССР Юғары Советы раҫлаған референдум формулировкаһын үҙгәртергә, уны республика һәм урындағы әһәмиәттәге башҡа һорауҙар менән тулыландырырға йә дөйөм Союз референдумы урынына республикала һорашыу үткәреү, плебисцит менән алмаштырырға тырышыуҙар билдәләнә[21].

Референдумға ҡуйылған һорауҙа суверен республикаларҙың эске эштәренә ҡыҫылыу булмағанлыҡтан, ә граждандарҙы референдумда ҡатнашыуҙан мәхрүм итеү СССР Конституцияһына һәм закондарына ҡаршы килгәнлектән, шулай уҡ кешенең үҙ иленә идара итеүҙә ҡатнашыуға хоҡуҡтарын боҙғанлыҡтан, СССР Юғары Советы теге йәки был урында СССР референдумын үткәреүгә аяҡ салған ҡарарҙар законлы түгел һәм уларҙы башҡарыу тыйыла тип белдерә[21].

СССР Юғары Советы республика үҙәк референдум комиссияларын ойоштормаған союздаш республикаларҙың урындағы властарына үҙҙәренә СССР референдумының участкаларын һәм округтарын ойошторорға, округ һәм участка комиссияларын раҫларға рөхсәт итә. Шулай уҡ был республикаларҙа, СССР Оборона министрлығының, СССР КГБ-һының, СССР Эске эштәр министрлығының ғәскәри частарында референдумдың участка һәм округ комиссиялары ойошторола, уларға өҫтәмә исемлектәргә был частарҙың хәрби хеҙмәткәрҙәренең ғаилә ағзаларын; шулай уҡ йәшәгән урыны буйынса тауыш биреүҙән мәхрүм ителгән башҡа граждандарҙы индерергә рөхсәт ителә[21].

Үҙ территорияларында бөтә Союз референдумын үткәреүгә теге йәки был кимәлдә Грузия, Латвия, Литва, Молдавия, Әрмәнстан һәм Эстонияның юғары власть органдары аяҡ сала; уларҙа республика үҙәк референдум комиссиялары ойошторолмай. Шуға ҡарамаҫтан, был республикаларҙың территорияларында участка һайлау комиссиялары ойошторолған тораҡ пункттарҙа, ғәскәри частарҙа тауыш биреү үткәрелә[3]. Был республикаларҙа референдум үткәреү өсөн 31 һайлау округы, 330 үҙаллы участка, 1300 участка һайлау комиссияһы ойошторола[22].

1990 йылдың авгусында уҡ үҙенең бойондороҡһоҙлоғо тураһында иғлан иткән Әрмәнстандың властары бөтә Союз референдумын үткәреүҙе ойоштороуҙан баш тарта һәм 1991 йылдың февралендә Әрмәнстан Юғары Советы республиканың бойондороҡһоҙлоғо тураһындағы һорау буйынса референдум үткәреүҙе ойоштороу процедураһын ҡабул итә. Референдум 6 айҙан үтергә тейеш була.

21 сентябрҙә СССР составынан сығыу һәм бойондороҡһоҙ дәүләтселекте урынлаштырыу тураһындағы һорау буйынса референдум үткәрелә, һорау былай яңғырай: «Һеҙ Әрмәнстан Республикаһының СССР составына инмәгән бойондороҡһоҙ демократик дәүләт булыуын теләйһегеҙме?»[23]. Һайлаусыларҙың 95 проценты тауыш биреүҙә ҡатнаша, уларҙың 99 проценты Әрмәнстандың Советтар Союзы составынан сығыуы өсөн тауыш бирә[24][25].

Грузин ССР-ы властары СССР референдумына бойкот белдерә һәм 31 мартта «Бойондороҡһоҙлоҡ тураһында 1918 йыл 26 май актына нигеҙләнеп, Грузияның дәүләт бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү» тураһында республика референдумы үткәрә[26]. Республика референдумында һайлаусыларҙың 90,79 проценты (шул иҫәптән, Абхазиянан) ҡатнаша, уларҙың 99,08 проценты Грузияның дәүләт суверенитетын тергеҙеү өсөн тауыш бирә[27].

4 февралдә үҙ-үҙен иғлан иткән Көньяҡ Осетия Республикаһының Юғары Советы СССР Президентына Көньяҡ Осетиянан Грузияның ҡораллы формированиеларын сығарыу һәм Көньяҡ Осетияның бөтә территорияһында СССР Эске эштәр министрлығы көстәре менән ғәҙәттән тыш хәл индереү тураһында үтенес бирә. Грузияла тыйылған, әммә Көньяҡ Осетия территорияһында үткәрелгән Бөтә Союз референдумы көнөндә грузин ҡораллы формированиелары Цхинвалды штурмлай[28] (иртәгәһенә, 18 мартта, Ередвиҙа үлтереш була). Көньяҡ Осетияла 44 мең һайлаусынан тик 9 кеше генә СССР-ҙы һаҡлап ҡалыуға ҡаршы тауыш бирә[29].

Абхазияла яңы Союз договоры буйынса референдум халыҡтың тулыһынса (99,06 процент) СССР-ҙың берҙәмлеген һаҡлау яҡлы булыуын күрһәтә[30].

Латыш ССР-ының юғары власть органдары Бөтә Союз референдумын бойкотлай.

3 мартта бойондороҡһоҙлоҡ мәсьәләһе буйынса «һайлау консультацияһы» үткәрелә[31]. Унда Латыш Республикаһында йәшәгән 1 666 128 кеше (бөтә һайлаусыларҙың 87,6 проценты) ҡатнаша, уларҙың 73,7 проценты бойондороҡһоҙлоҡ өсөн тауыш бирә, 24,7 проценты ҡаршы була[32].

СССР Юғары Советының Бөтә Союз референдумы үткәреү тураһындағы ҡарарына бәйле, Литва Юғары Советы «Литва Республикаһында йәшәүселәрҙән һорашыу үткәреү тураһында» ҡарар ҡабул итә (артабан 1991 йыл 18 ғинуар ҡарары менән уға аныҡлау индерә), был ҡарарҙарға ярашлы, Литвала республиканың үткән йылдың 11 мартында иғлан ителгән бойондороҡһоҙлоғо тураһында «бөтә халыҡтан һорашыу» үткәрелергә тейеш була. Быны СССР Президенты респубикала референдумды үткәреү тураһындағы ҡарарға ҡаршы сығыу тип баһалай, был һорашыуҙы һәм уны "Литва дәүләтенең киләсәге тураһында плебисцит» тип иғлан итеүҙе юридик көскә эйә түгел тип таба[33]. Бөтә Союз референдумында ҡатнашырға урындағы властар рөхсәт бирмәй, ул шул мәлгә Үҙәктең көс органдары ҡарамағы аҫтында булған айырым биналарҙа ойошторолған һайлау участкаларында ғына үткәрелә.

9 февралдә Литваның үҙаллылығы мәсьәләһе буйынса «бөтә халыҡтан һорашыу» («һайлау консультацияһы»[34]) уҙа. Унда һайлаусыларҙың 84 проценты ҡатнаша, шуларҙың 90,4 проценты бойондороҡһоҙ демократик Литва Республикаһы өсөн тауыш бирә. Ошо нигеҙҙә 12 февралдә Исландия Литваның бынан алда иғлан ителгән бойондороҡһоҙлоғо фактын таный[35].

Молдаван ССР-ында Бөтә Союз референдумына бойкот иғлан ителә, әммә үҙ-үҙен иғлан иткән Ғағауз Республикаһы менән Днестр буйы Молдаван ССР-ы уны үткәреүҙе хуплай. Днестр буйы һайлаусыларының 84 проценты тауыш биреүҙә ҡатнаша, шуның 98 проценты СССР-ҙы һаҡлап ҡалыу яҡлы була[36]. Ғағаузда һайлаусыларҙың 97 проценты ҡатнаша, шуның 98 проценты СССР-ҙы һаҡлап ҡалыу өсөн тауыш бирә[37]. Кишинёвта Бөтә Союз референдумы СССР Оборона министрлығының ғәскәри частары территорияларында үткәрелә.

Эстон ССР-ында 17 мартта үткәрелгән Бөтә Союз референдумына бойкот иғлан ителһә лә, башлыса рустар йәшәгән төньяҡ-көнсығыш райондарҙа һәм Таллинда урындағы властар тауыш биреү ойоштора. Был райондарҙа референдумда һайлаусыларҙың 74,2 проценты тауыш бирә, шуның 95,0 проценты СССР-ҙы һаҡлап ҡалыу яғында була.

3 мартта Эстонияла Эстония Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү тураһындағы һорау буйынса референдум үтә, унда тик «Эстония Республикаһының хоҡуҡи вариҫлы граждандары» (башлыса эстон милләтлеләр), шулай уҡ Эстония Конгресының «йәшел карточкаларын» алған кешеләр (Эстония Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон хуплауҙы белдереү карточканы алыу шарты була) генә ҡатнаша ала[38]. Тауыш биреүселәрҙең 77,8 проценты милли бойондороҡһоҙлоҡ идеяһын хуплай.

Бер үк ваҡытта «Һеҙ суверен Эстонияның СССР составында ҡалыуын теләйһегеҙме?» тигән һорау буйынса тауыш биреү ҙә ойошторола. Тауыш биреүселәрҙең күпселеге был һорауға ыңғай яуап бирә[39].


Референдум һөҙөмтәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1991 йылдың 17 мартында үткән референдумда СССР-ҙың тауыш биреү хоҡуғына эйә 185,6 миллион (80 %) гражданы араһынан 148,5 миллионы (79,5 %) ҡатнаша; шуның 113,5 миллионы (76,43 %) «Эйе» тигән яуап менән яңыртылған СССР-ҙы һаҡлап ҡалыу өсөн тауыш бирә[2][3][40].

Бөтә республикалар һәм өлкәләр араһынан тик Свердловск өлкәһе генә СССР-ҙы һаҡлап ҡалыуға ҡаршы тауыш бирә — Союзды һаҡлап ҡалыу өсөн «эйе» тигән яуапты тауыш биреүҙә ҡатнашҡандарҙың 49,33 проценты бирә, ә Свердловскиҙа (хәҙер — Екатеринбург) һөҙөмтә тағы да түбәнерәк була һәм илдә иң түбәне була – 34,17%[41]. Мәскәүҙәрҙең һәм ленинградтарҙың яртыһы самаһы ғына СССР-ҙы һаҡлап ҡалыу яҡлы була.


Республикалар буйынса һөҙөмтәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
СССР-ҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы референдумды хуплаған союздаш (һәм автономиялы) республикаларҙа референдум һөҙөмтәләре[2][3][42]
Республика Тауыш биреү исемлегенә индерелгән граждандар һаны Тауыш биреүҙә ҡатнашҡан

граждандар һаны[43]
«Эйе» тип яуап биргән

граждандар һаны
«Юҡ» тип яуап биргән

граждандар һаны
Ғәмәлдә түгел тип табылған

бюллетендәр һаны
абс. % абс. % абс. % абс. %
Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы РСФСР 105.643.364 79.701.169 75,4 56.860.783 71,3 21.030.753 26,4 1.809.633 2,3
Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Башҡортостан ССР-ы 2.719.637 2.221.158 81,7 1.908.875 85,9 269.007 12,1 43.276 2,0
Бүрәт АССР-ы 668.231 535.802 80,2 447.438 83,5 78.167 14,6 10.197 1,9
Дағстан АССР-ы 1.008.626 812.009 80,5 670.488 82,6 131.522 16,2 9.999 1,2
Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ы (ҠБССР) 489.436 372.607 76,1 290.380 77,9 77.339 20,8 4.888 1,3
Ҡалмыҡ АССР-ы 204.301 169.124 82,8 148.462 87,8 17.833 10,5 2.829 1,7
Карел АССР-ы 551.644 418.101 75,8 317.854 76,0 92.703 22,2 7.544 1,8
(Коми ССР-ы) 797.049 543.403 68,2 412.842 76,0 119.678 22,0 10.883 2,0
Мари ССР-ы 525.685 418.599 79,6 333.319 79,6 77.239 18,5 8.041 1,9
Мордва АССР-ы (Мордва ССР-ы) 677.706 571.631 84,3 459.021 80,3 101.886 17,8 10,724 1,9
Төньяҡ Осетин АССР-ы 428.307 367.858 85,9 331.823 90,2 32.786 8,9 3.249 0,9
Татар ССР-ы 2.532.383 1.951.768 77,1 1.708.193 87,5 211.516 10,8 32.059 1,7
Тыва СР-ы 171.731 138.496 80,6 126.598 91,4 9.404 6,8 2.494 1,8
Удмурт АССР-ы 1.103.083 819.140 74,3 622.714 76,0 180.289 22,0 16.137 2,0
Чечен-Ингуш АССР-ы 712.139 419.012 58,8 318.059 75,9 94.737 22,6 6.216 1,5
Сыуаш ССР-ы 900.913 748.420 81,3 616.387 82,4 113.249 15,1 18.784 2,5
Яҡут-Саха ССР-ы 688.679 541.993 78.7 415.712 76,7 116.798 21,6 9.483 1,8
Украин ССР-ы ¹ 37.732.178 31.514.244 83,5 22.110.899 70,2 8.820.089 28,0 583.256 1,8
Белорус ССР-ы 7.354.796 6.126.983 83,3 5.069.313 82,7 986.079 16,1 71.591 1,2
Үзбәк ССР-ы 10.278.938 9.816.333 95,4 9.196.848 93,7 511.373 5,2 108.112 1,1
Ҡараҡалпаҡ АССР-ы 584.208 577.717 98.9 563.916 97,6 10.133 1,8 3.668 0,6
Ҡаҙаҡ ССР-ы ² 9.999.433 8.816.543 88,2 8.295.519 94,1 436.560 5,0 84.464 0,9
Әзербайжан Республикаһы³ 3.866.659 2.903.797 75,1 2.709.246 93,3 169.225 5,8 25.326 0,9
Нахичеван АССР-ы (Нахичеван Автономиялы Республикаһы) 174.364 35.866 20,6 31.328 87,3 3.620 10,1 918 2,6
Ҡырғыҙстан Республикаһы 2.341.646 2.174.593 92,9 2.057.971 96,4 86.245 4,0 30.377 1,4
Тажик ССР-ы 2.549.096 2.407.552 94,4 2.315.755 96,2 75.300 3,1 16.497 0,7
Төркмән ССР-ы 1.847.310 1.804.138 97,7 1.766.584 97,9 31.203 1,7 6.351 0,4
Иҫкәрмәләр:

¹ Ҡырымда тауыш биреү һөҙөмтәләре Украин ССР-ында тауыш биреү һөҙөмтәләренә индерелә (Севастополдән башҡа Ҡырымда тауыш биреүҙә ҡатнашҡан 1239092 кешенең (79,3 %) 1085570-е (87,6 %) "Эйе" тип яуап бирә).

² Ҡаҙаҡ ССР-ында референдум һорауының формулировкаһы үҙгәртелә[44][45] (ул былай тиелә: «Һеҙ тиң хоҡуҡлы суверен дәүләттәр Союзы булараҡ ССР Союзын һаҡлау ҡалыу кәрәк тип иҫәпләйһегеҙме?»[3]).

³ Таулы Ҡарабахта референдумда Ҡарабах әзербайжандары һәм өлкә территорияһында дислокацияланған хәрби хеҙмәткәрҙәр менән уларҙың ғаилә ағзалары ғына ҡатнаша. Ҡарабах әрмәндәре тауыш биреүҙә ҡатнашыуҙан баш тарта, быны Таулы Ҡарабахта конституцияға ярашлы власть органдарының таратылғанлығы менән аңлата [46].
СССР-ҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы референдумды яҡламаған һәм республика үҙәк референдум комиссиялары ойоштормаған союздаш республикаларҙа

тауыш биреүҙең округтар һәм участкалар буйынса һөҙөмтәләре ¹

(ғәскәри частарҙа тауыш биреү һөҙөмтәләренән тыш)[2][42]
Республика Тауыш биреү исемлегенә индерелгән граждандар һаны Тауыш биреүҙә ҡатнашҡан граждандар һаны[43] «Эйе» тип яуап биргән

граждандар һаны
«Юҡ» тип яуап биргән

граждандар һаны
Ғәмәлдә түгел тип табылған

бюллетендәр һаны
абс. % абс. % абс. % абс. %
Молдова Молдова ССР-ы 841.507 700.893 83,3 688.905 98,3 8.916 1,3 3.072 0,4
Латвия Латвия (Латыш ССР-ы) 670.828 436.783 65,1 415.147 95,1 18.015 4,1 3,621 0,8
Литва Литва (Литва ССР-ы) 582.262 501.375 86,1 496.050 98,9 4.355 0,9 970 0,2
Эстония Эстония (Эстон ССР-ы) 299.681 222.240 74.2 211.090 95,0 10.040 4,5 1.110 0,5
Грузия Грузия (Грузин ССР-ы) ² 45.696 44.012 96,3 43.950 99,9 9 0 53 0,1
Абхазия Абхаз АССР-ы ³ 318.317 166.544 52,3 164.231 98,6 1.566 0,9 747 0,5
Әрмәнстан Әрмәнстан (Әрмән ССР-ы) 4.923 3.549 72,1 2.549 71,6 966 27,2 42 1,2
Иҫкәрмәләр:

¹ Ҡайһы бер урындарҙағы халыҡ депутаттары Советтары, предприятиеларҙа, учреждениеларҙа һәм ойошмаларҙа хеҙмәт коллективтары һәм йәмәғәт берекмәләре, шулай уҡ ғәскәри частарҙың командованиелары үҙаллы округтар һәм участкалар, округ һәм участка комиссиялары ойоштора һәм уларҙы СССР Үҙәк референдум комиссияһында теркәтә.

² Грузин ССР-ында тауыш биреү һөҙөмтәләре ғәмәлдә Көньяҡ Осетияла — үҙен-үҙе иғлан иткән Көньяҡ Осетия Совет Республикаһында — тауыш биреү һөҙөмтәләрен сағылдыра [47].

³ Абхазияла үҙенең республика үҙәк референдум комиссияһы ойошторола[48].

4 Аджар АССР-ында тауыш биреү үткәрелмәй.
Республика үҙәк референдум комиссиялары ойошторолмаған республикаларҙа урынлашҡан ғәскәри частарҙағы

округтар һәм участкалар буйынса

(өҫтәмә исемлектәргә кертелгән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзаларын һәм йәшәгән урыны буйынса тауыш биреү мөмкинлеге булмаған

башҡа граждандарҙы ла индереп),

шулай уҡ сит илдәрҙәге совет учреждениеларында һәм ғәскәри частарҙа ойошторолған округтар һәм участкалар буйынса һөҙөмтәләр[2][42]
Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса бирелмәләр,

СССР Үҙәк референдум комиссияһы тарафынан

тотош ССР Союзы буйынса иҫәпкә алынырға тейеш[21]
Тауыш биреү өсөн

исемлектәргә индерелгән

граждандар һаны
Тауыш биреүҙә ҡатнашҡан

граждандар һаны[43]
«Эйе» тип яуап биргән

граждандар һаны
«Юҡ» тип яуап биргән

граждандар һаны
Ғәмәлдә түгел тип табылған

бюллетендәр һаны
абс. % абс. % абс. % абс. %
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР 1.261.721 1.233.858 97,8 1.107.980 89.8 113.283 9,2 12.595 1,0

Референдум йомғаҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1991 йылдың 21 мартында СССР Юғары Советы референдумға яҡынса һығымталар яһай. Ул 112 миллион кешенең, йәғни тауыш биргәндәрҙең 76 процентының, Совет Социалистик Республикалар Союзын һаҡлап ҡалыу яҡлы булыуын, тимәк, «ил халыҡтары яҙмышының бүленгеһеҙлеген, улар берлектәге тырышлыҡтар менән генә иҡтисади, социаль һәм мәҙәни үҫеш мәсьәләләрен уңышлы хәл итә аласағын» билдәләй[49]. Аныҡланған мәғлүмәттәр буйынса, референдумда 113 512 812 кеше "эйе" тигән[3].

Йәнә шул да билдәләнә: ҡайһы бер республикаларҙың (Грузия, Литва, Молдова, Латвия, Әрмәнстан, Эстония) власть органдары тарафынан СССР халыҡ депутаттарының IV съезының һәм СССР Юғары Советының референдум үткәреү тураһындағы ҡарарҙары үтәлмәһә лә, СССР-ҙың был республикаларҙа йәшәгән ике миллиондан ашыу кешеһе үҙ ихтыярын белдерҙе һәм ССР Союзына «эйе» тип әйтте. Был гражданлыҡты күрһәтеү ғәмәлен СССР Юғары Советы «ҡаһарманлыҡ һәм патриотизм акты» тип баһалай[49].СССР Юғары Советы ҡарар итә:

1. ССР Союзының һәм республикаларҙың дәүләт органдарына үҙҙәренең ғәмәли эшмәкәрлегендә референдум юлы менән халыҡтың яңыртылған Совет Социалистик Республикалар Союзын хуплау ҡарарын, уның үҙгәртелмәйәсәгенән һәм СССР-ҙың бөтә территорияһында мәжбүрилегенән сығып, ҡулланма итеп алырға.
2. СССР Президентына һәм Федерация Советына, республикаларҙың Юғары Советтарына, үткән референдум йомғаҡтарынан сығып, яңы Союз Договорына иң ҡыҫҡа мөҙҙәттәрҙә ҡул ҡуйыу өсөн уның өҫтөндә эште тамамлау яғына йәһәтләтеүҙе тәҡдим итергә. Бер үк ваҡытта ССР Союзының яңы Конституцияһының проектын эшләүҙе тиҙләтергә.

— Постановление ВС СССР от 21 марта 1991 года № 2041-1[49]

СССР Юғары Советының 1991 йыл 21 март 2041-1-се ҡарары[49]СССР Юғары Советы шулай уҡ СССР Конституция күҙәтеүе комитетына республикалар дәүләт власы юғары органдарының референдум үткәреү менән бәйле ҡабул ителгән СССР граждандары хоҡуҡтарын сикләгән акттарының СССР Конституцияһына һәм СССР закондарына ярашлы булыуы мәсьәләһен ҡарарға тәҡдим итә[49].

3 апрелдә СССР Конституция күҙәтеүе комитеты республикалар дәүләт власы юғары органдарының СССР граждандарының 1991 йыл 17 март дөйөм Союз референдумында ирекле ҡатнашыуына туранан-тура йә ситләтеп аяҡ салған бөтә төр акттары СССР-ҙың 1977 йылғы Конституцияһына ҡаршы килеүе тураһындағы 5 март белдереүен раҫлай [45].

РСФСР халыҡ депутаттарының сираттан тыш III съезында «Суверен Республикалар Союзы (Союз договоры) һәм уға ҡул ҡуйыу тәртибе тураһында» ҡарар проекты ҡабул ителә, унда «СССР халыҡтарының ССР Союзын һаҡлап ҡалыу тураһындағы референдум йомғаҡтарында сағылған ихтыяры» иҫәпкә алына һәм «РСФСР-ҙың Суверен Республикалар Союзы тураһындағы договорға (Союз договорына) ҡул ҡуйырға тәүәккәллеге» белдерелә[50].

Референдум эҙемтәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Референдум йомғаҡтарына ярашлы, үҙәк һәм республикалар властары тарафынан вәкәләтлек бирелгән эш төркөмө Яңы Огарёвсола 1991 йылдың яҙы-йәйендә «Суверен Республикалар Союзы тураһында» федерация договорының проектын төҙөй[51], уға ҡул ҡуйыу 20 авгусҡа билдәләнә. Әммә Ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитеты 1821 августа М. С. Горбачёвты СССР Президенты посынан көс ҡулланып алып ташлау маҡсатында уңышһыҙ тамамланған Август путчын ойоштора һәм Союз договорына ҡул ҡуйыуға ҡамасаулай:

«…Бирелгән иректәрҙән файҙаланып, яңы шытып сыҡҡан демократия үҫентеләрен тапап, Советтар Союзын юҡ итеүгә һәм, дәүләтте емереп, нисек тә власты эләктереүгә йүнәлеш алған экстремистик көстәр барлыҡҡа килә. Ватандың берҙәмлеге тураһындағы дөйөм милли референдумдың һөҙөмтәләре тапала.» —ГКЧП-ның 1991 йылдың 18 авгусындағы «Совет халҡына мөрәжәғәт»енән[52].

1991 йылдың көҙөндә Яңы Огарёво процесының эш төркөмө тарафынан бойондороҡһоҙ дәүләттәр конфедерцияһы булараҡ «Суверен Дәүләттәр Союзын төҙөү тураһында» Союз договорының яңы проекты әҙерләнә[53]. Уға 9 декабрҙә ҡул ҡуйыу планлаштырыла.

Әммә 1991 йылдың 8 декабрендә Белоруссияның, РСФСР-ҙың һәм Украинаның президенттары «яңы Союз Договорын әҙерләү буйынса һөйләшеүҙәр көрсөккә инеүен, республикаларҙың ССР Союзы составынан сығыуының объектив процесс булыуын һәм бойондороҡһоҙ дәүләттәр барлыҡҡа килеүенең реаль фактҡа әйләнеүен билдәләп»[54], дәүләт статусына эйә булмаған хөкүмәт-ара ойошмаБойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе ойоштороу тураһында Беловежье килешеүен төҙөй.

1991 йылдың 21 декабрендә Алма-Ата килешеүҙәре һөҙөмтәһендә БДБ-ға ҡалған союздаш республикалар ҙа ҡушыла.

1991 йылдың 26 декабрендә Республикалар Советы — СССР Юғары Советының палаты Верховного Совета СССР, образованной 5 сентябрҙә ойошторолған юғары палатаһы (ул мәлгә палатанан Урта Азия республикалары вәкилдәре генә саҡырып ҡайтарылмай ҡала) сессияһы СССР-ҙың йәшәүҙән туҡтауы тураһында 142-Н һанлы декларацияны ҡабул итә.

Бөтә был ваҡыт буйына СССР Президенты М.С.Горбачёв, СССР КГБ-һы етәксеһе В.В.Бакатин һәм СССР-ҙың генераль прокуроры Н.С.Трубин прокурорлыҡ күҙәтеүе үткәреү менән мәшғүл була.

1991 йылдың 27 декабрендә Рәсәй Федерацияһы Юғары Советы 1992 йылдың 2 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһы территорияһында СССР халыҡ депутаттарының депутатлыҡ эшмәкәрлеген туҡтатырға ҡарар сығара[55] һәм СССР халыҡ депуттарының эшмәкәрлеген көйләгән СССР норматив акттарын ҡулланыуҙы тыя[55], Рәсәй Юғары Советы Президиумы Рәсәй Федерацияһы территорияһында элекке СССР-ҙың ниндәй ҙә булһа органдарының эшмәкәрлеген тергеҙергә тырышыуҙарҙы Рәсәйҙең дәүләт суверенитетына ҡул һуҙыу һәм бойондороҡһоҙ дәүләт булараҡ Рәсәй Федерацияһы статусы менән һыйышмай торған аҙым тип таный[56].

Референдумды баһалау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РФ Дәүләт думаһының сәйәси баһаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биш йыл үткәс, 1996 йылдың 15 мартында, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт думаһы, СССР-ҙың «Бөтә халыҡ тауыш биреүе (СССР референдумы) тураһында» 1990 йыл 27 декабрь Законының 29-сы статьяһындағы: «СССР референдумы юлы менән ҡабул ителгән ҡарар һуңғыһы булып тора, СССР-ҙың бөтә территорияһында мотлаҡлыҡ көсөнә эйә була һәм СССР-ҙың яңы референдумы юлы менән генә көсөнән сығарыла йә үҙгәртелә ала» тигән положениеға таянып[9], «ССР Союзын һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе буйынса 1991 йылдың 17 мартындағы СССР референдумы һөҙөмтәләренең Рәсәй Федерацияһы — Рәсәй өсөн юридик көсө тураһында» ҡарар ҡабул итә[57], унда СССР-ҙың йәшәүе мәсьәләһе буйынса башҡа референдум үткәрелмәгәнлектән, был референдумдың һөҙөмтәләре юридик көсөн һаҡлауын билдәләй. Ҡарарҙа, атап әйткәндә, былай тиелә:[57]:

РСФСР-ҙың ССР Союзының йәшәүҙән туҡтауы тураһында ҡарарҙы әҙерләгән, ҡул ҡуйған һәм ратификациялаған вазифалы кешеләре Рәсәй халыҡтарының ССР Союзын һаҡлап ҡалыу буйынса ихтыярын тупаҫ боҙҙо.

Ошо сәбәпле Рәсәй Дәүләт думаһы шул уҡ көндө, «ил халҡының күпселегенең 1991 йыл 17 март үткән СССР референдумында белдергән ихтыярына» таянып, РСФСР Юғары Советының «СССР-ҙы ойоштороу тураһындағы договорҙы денонсациялау тураһында» 1991 йыл 12 декабрь ҡарарын көсөнән сыҡҡан тип таный [58] [59].

Был ике ҡарарға яуап итеп, Рәсәй парламентының түбәнге палатаһы депутаттары, юғары палата — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзалары — уларға «телгә алынған акттарҙы ҡарауға кире ҡайтыуҙы һәм уларҙы ҡабул итеүҙең ихтимал эҙемтәләрен тағы бер ҡат ентекле анализлауҙы үтенеп» мөрәжәғәт итә[60].

Шул саҡта Рәсәй Дәүләт думаһы [61] 15 мартта ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың «бөтәһенән элек сәйәси төҫтә булыуын, Советтар Союзы тарҡалғандан һуңғы хәлгә туғандаш халыҡтарҙың теләктәренә һәм өмөттәренә, уларҙың берҙәм демократик хоҡуҡи дәүләттә йәшәргә ынтылышына яуап рәүешендә баһа биреүен» таный[61].

Ул шулай уҡ был ҡарарҙарҙың «бары тик депутаттарҙың гражданлыҡ һәм сәйәси ҡараштарын сағылдырыуын һәм Рәсәй Федерацияһының хоҡуҡ системаһының тотороҡлолоғона һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ-ара йөкләмәләренә ҡағылмауын» раҫлай[62]. Әммә ул шуны ла билдәләй:

…нәҡ Дәүләт думаһы ҡарарҙары Рәсәй Федерацияһы, Белоруссия Республикаһы, Ҡаҙағстан Республикаһы һәм Ҡырғыҙ Республикаһы араһында иҡтисади һәм гуманитар өлкәләрҙә интеграцияны тәрәнәйтеү тураһында дүрт яҡлы договорҙы төҙөүгә этәргес бирҙе. Дүләт думаһы инициативаһының хоҡуҡи дөрөҫлөгө 1996 йылдың 2 апрелендә Рәсәй Федерацияһы менән Белоруссия Республикаһы араһында Берләшмә ойоштороу тураһындағы тулы масштаблы Договорға ҡул ҡуйыу менән раҫлана. — РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт думаһының 1996 йыл 10 апрель № 225-II ГД ҡарары.

Йәнә шуны өҫтәргә кәрәк: үрҙә аталған 15 март ҡарарҙарына Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе ағзаһы булған ҡайһы бер илдәрҙең башлыҡтары (Грузия Республикаһы, Үзбәкстан Республикаһы, Әрмәнстан Республикаһы һәм Молдавия Республикаһы президенттары), шулай уҡ Әзербайжан Республикаһы Милли Йыйылышы яғынан кире реакция белдерелә[63].

  1. Из сообщения Центральной комиссии референдума СССР об итогах референдума СССР // Выборы в Советском Союзе в 1989—1991 гг. — agitclub.ru
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Об итогах референдума СССР, состоявшегося 17 марта 1991 года (Из сообщения Центральной комиссии референдума СССР) // Известия. — 1991. — 27 марта.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Сообщение Центральной комиссии референдума СССР об итогах референдума СССР, состоявшегося 17 марта 1991 года // Правда. — 1991. — 27 марта.
  4. Постановление СНД СССР от 24 декабря 1990 года № 1853-1 «О сохранении Союза ССР как обновлённой федерации равноправных суверенных республик» // Ведомости СНД и ВС СССР. — 1990. — № 52. — ст. 1158.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Любарев А. Е. Выборы в Москве: опыт двенадцати лет. 1989—2000. — М.: Стольный град, 2001. — 412 с. — ISBN 5-89910-019-2.
  6. Постановление СНД СССР от 24 декабря 1990 года № 1855-I «О проведении референдума СССР по вопросу о частной собственности на землю» // Ведомости СНД и ВС СССР. — 1990. — № 52. — ст. 1160.
  7. 7,0 7,1 Постановление СНД СССР от 24 декабря 1990 года № 1856-I «О проведении референдума СССР по вопросу о Союзе Советских Социалистических Республик» // Ведомости СНД и ВС СССР. — 1990. — № 52. — ст. 1161.
  8. Постановление СНД СССР от 27 декабря 1990 года № 1870-1 «О введении в действие Закона СССР „О всенародном голосовании (референдуме СССР)“» // Ведомости СНД и ВС СССР. — 1991. — № 1. — ст. 11.
  9. 9,0 9,1 Закон СССР от 27 декабря 1990 года № 1869-1 «О всенародном голосовании (референдуме СССР)» // Ведомости СНД и ВС СССР. — 1991. — № 1. — ст. 10.
  10. Постановление ВС СССР от 16 января 1991 года № 1910-I «Об организации и мерах по обеспечению проведения референдума СССР по вопросу о сохранении Союза Советских Социалистических Республик» // Ведомости СНД и ВС СССР. 1991. — № 4. — ст. 87.
  11. Постановление Президиума ВС РСФСР от 25 января 1991 года «О проведении 17 марта 1991 года на территории РСФСР референдума СССР по вопросу о сохранении Союза Советских Социалистических Республик» // Ведомости СНД и ВС РСФСР. — 1991. — № 4. — ст. 57.
  12. Постановление ВС РСФСР от 7 февраля 1991 года «О мерах по обеспечению проведения референдума СССР и референдума РСФСР 17 марта 1991 года» // Ведомости СНД и ВС РСФСР. — 1991. — № 7. — ст. 104.
  13. Решение Президиума Московского городского Совета народных депутатов от 28 февраля 1991 года № 41 «О проведении в Москве опроса общественного мнения 17 марта 1991 г.» // Официально опубликовано не было.
  14. Постановление Президиума ВС БССР от 21 января 1991 года № 537-XII «Об организации подготовки и проведения в Белорусской ССР референдума СССР по вопросу о сохранении Союза Советских Социалистических Республик».
  15. См: Постановление Президиума ВС УССР от 28 января 1991 года № 649-XII «Об организации и мерах по обеспечению проведения на территории Украинской ССР всесоюзного референдума 17 марта 1991 года»; Постановление Президиума ВС УССР от 11 февраля 1991 года № 708-XII «О проведении на территории Украинской ССР референдума по вопросам сохранения Союза ССР и определения начал отношений с суверенными республиками и содержания бюллетеня для тайного голосования».
  16. Декларация о государственном суверенитете Украины 2016 йыл 11 сентябрь архивланған.
  17. Постановление Президиума ВС УССР от 22 февраля 1991 года № «О содержании бюллетеня, который выносится Верховным Советом Украинской ССР на референдум 17 марта 1991 года» («Про зміст бюлетеня, що виноситься Верховною Радою Української РСР на референдум 17 березня 1991 року») // Відомості Верховної Ради УРСР. — 1991. — № 13. — ст. 150.
  18. Референдум о сохранении СССР (6 республик бойкотируют)
  19. Андрей Полунин. «Референдум краха: Двадцать лет спустя». «Свободная пресса» (11 март 2011).
  20. Закон Украинской ССР № 1213а-XII «О внесении изменений и дополнений в Конституцию (Основной Закон) Украинской ССР» от 19.06.1991
  21. 21,0 21,1 21,2 21,3 Постановление ВС СССР от 25 февраля 1991 года № 1975-1 «О ходе выполнения Постановления Верховного Совета СССР об организации и мерах по обеспечению проведения референдума СССР 17 марта 1991 года» // Ведомости СНД и ВС СССР. — 1991. — № 10. — ст. 249.
  22. Сессия обсуждает первые итоги референдума // Известия. — 1991. — 19 марта.
  23. "Референдум: точки над «I» 2015 йыл 4 апрель архивланған. // «Российская газета», 21 сентября 1991, № 197 (243)
  24. Армения тоже стала независимой 2015 йыл 4 апрель архивланған. // Известия, 23 сентября 1993, № 227 (23493)
  25. Маркедонов С. Триумф суверенизации и мифы о СССР 2013 йыл 28 июль архивланған. // «ПОЛИТКОМ.RU». — 2006. — 30 августа.
  26. Грузия потеряла Акт о восстановлении независимости(недоступная ссылка)
  27. Конфликт между Грузией и Абхазией. История вопроса // РИА Новости.
  28. Хроника событий грузино-осетинского конфликта с 1988 по 1994 годы // РИА Новости.
  29. Асташкин Н. Последний перевал перед съездом // Красная Звезда. — 1991. — 27 марта.
  30. Информация Центральной избирательной комиссии Абхазской АССР об итогах референдума СССР и информация окружной комиссии о выборам депутата в парламент СССР по территориальному избирательному округу №669 —  Сухум. Regional Resource Center. Дата обращения: 20 ноябрь 2008. Архивировано 21 август 2011 года. 2015 йыл 29 май архивланған.
  31. События 1991 года на ХРОНОСе. Дата обращения: 24 ғинуар 2011. Архивировано 21 август 2011 года.
  32. Информация Центральной избирательной комиссии Латвийской Республики. Дата обращения: 27 июль 2011. Архивировано 24 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 24 ғинуар архивланған.
  33. см. Указ Президента СССР от 5 февраля 1991 года № УП-1425 «О решениях Верховного Совета Литовской ССР от 16 и 18 января 1991 года о проведении опроса жителей республики» // Ведомости СНД и ВС СССР. — 1991. — № 7. — ст. 181.
  34. в дальнейшем плавно ставшая именоваться «плебисцитом», и далее — уже и «референдумом»
  35. Ken Polsson. Chronology of World History January — February 1991 (ингл.) (июль 2010). Дата обращения: 24 ғинуар 2011. Архивировано 21 август 2011 года.
  36. Днестровская правда. — 1991. — 21 марта.
  37. Распад Союза и становление ПМР 2015 йыл 24 сентябрь архивланған. // Кодряну Г. Днестровский разлом. Приднестровский кризис и рождение ПМР: роль и место спецслужб. — Тирасполь: ГИПП «Типар», 2002.
  38. Постановление «О государственной независимости Эстонии». Справка | РИА Новости
  39. Маанди В.Голос за независимость // Молодёжь Эстонии. — 2001. — 5 марта.
  40. 17 марта. РИА Новости (16 март 2005). Дата обращения: 22 ғинуар 2011. Архивировано 21 август 2011 года.
  41. 20 лет без СССР. Областная газета
  42. 42,0 42,1 42,2 Воля, которую мы потеряли… (Ровно 10 лет назад состоялся референдум, после которого история России стала историей заговора против России) // Время. Еженедельное издание русских консерваторов. — 2005. — № 5. — 16 марта 2001 года.
  43. 43,0 43,1 43,2 «Принявших участие в голосовании» — это отношение количества проголосовавших к числу граждан, включённых в списки для голосования.
  44. Закатнова А. Коммунисты бьются за референдум // Российская газета. — № 89 (3203). — 14 мая 2003 года.
  45. 45,0 45,1 Постановление Комитета конституционного надзора СССР от 3 апреля 1991 года № 18 «О законодательных актах, принятых в связи с проведением референдума СССР» // Ведомости СНД и ВС СССР. — 1991. — № 17. — ст. 499.
  46. Предварительные итоги всесоюзного референдума 17 марта // Русская мысль. — 22.03.1991. — № 3871. — С. 6.
  47. Чибиров А. Л. Взаимоотношения Грузии и Южной Осетии в 1988—1992 гг.: по материалам периодической печати(недоступная ссылка): автореф. дис. … к. и. н.: 07.00.02 [Место защиты: Сев.-Осет. гос. ун-т им. К. Л. Хетагурова]. — Владикавказ, 2010. — 22 с.
  48. INFORMATION OF THE CENTRAL COMMISSION OF THE ABKHAZ ASSR on holding the referendum of the USSR 2015 йыл 29 май архивланған. // From: Sovetskaia Abkhazia. — № 50-51. — 22 March 1991.
  49. 49,0 49,1 49,2 49,3 49,4 Постановление ВС СССР от 21 марта 1991 года № 2041-1 «Об итогах референдума СССР 17 марта 1991 года(недоступная ссылка)» // Ведомости СНД и ВС СССР. — 1992. — № 13. — ст. 350.
  50. Постановление СНД РСФСР от 5 апреля 1991 года «О Союзе Суверенных Республик (Союзном договоре) и порядке его подписания(недоступная ссылка)» // Ведомости СНД и ВС РСФСР. — 1991. — № 16. — ст. 502.
  51. Договор о Союзе суверенных государств // Советская Россия. — 1991. — № 159 (10610). — 15 августа.
  52. Обращение к советскому народу // Известия. — 1991. — 20 августа.
  53. Проект договора о Союзе Суверенных Государств // Правда. — 1991. — 27 ноября.
  54. Заявление глав государств Республики Беларусь, РСФСР, Украины 8 декабря 1991 года 2008 йыл 11 май архивланған. // Ведомости СНД и ВС РСФСР. — 1991. — № 51. — ст. 1798.
  55. 55,0 55,1 Постановление ВС РСФСР от 27 декабря 1991 года № 3025-1 «О народных депутатах бывшего Союза Советских Социалистических Республик» // Ведомости СНД и ВС РСФСР. — 1992. — № 1. — 2 января. — ст. 8.
  56. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; vossozd төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  57. 57,0 57,1 Постановление ГД ФС РФ от 15 марта 1996 года № 157-II ГД «О юридической силе для Российской Федерации — России результатов референдума СССР 17 марта 1991 года по вопросу о сохранении Союза ССР» // Российская газета. — 1996. — № 53. — 20 марта 1996 года.
  58. Постановление Верховного Совета РСФСР от 12 декабря 1991 года «О денонсации Договора об образовании СССР» // Ведомости СНД РСФСР и ВС РСФСР. — 1991. — № 51. — ст. 1799.
  59. Постановление ГД ФС РФ от 15 марта 1996 года № 156-II ГД «Об углублении интеграции народов, объединявшихся в Союз ССР, и отмене Постановления Верховного Совета РСФСР от 12 декабря 1991 года „О денонсации Договора об образовании СССР“» // Российская газета. — № 54. — 21 марта 1996 года.
  60. Обращение СФ ФС РФ от 19.03.1996 N 95-СФ «К депутатам Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации» // Российская газета. — № 54. — 21 марта 1996 года
  61. 61,0 61,1 Постановление ГД ФС РФ от 10 апреля 1996 года № 225-II ГД «Об Обращении Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации „К членам Совета Федерации Федерального Собрания Российской Федерации“» // Собрание законодательства РФ. — 1996. — № 16. — ст. 1800. — 15 апреля 1996 года.
  62. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; postgd226 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  63. Постановление ГД ФС РФ от 10 апреля 1996 года № 227-II ГД «О Заявлении Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации „В связи с реакцией в государствах — членах Содружества Независимых Государств на принятие Государственной Думой 15 марта 1996 года Постановлений № 156-II ГД и № 157-II ГД“» // Собрание законодательства РФ. — 1996. — № 16. — ст. 1802. — 15 апреля 1996 года.
  • Керимов Д. А., Черноголовкин Н. Что означает новый закон о референдуме // Правда. — 1991. — 15 января.
  • О работе партийных организаций в связи с подготовкой и проведением референдума СССР по вопросу о сохранении Союза Советских Социалистических Республик. Постановление Политбюро ЦК КПСС 30 января 1991 года // Известия ЦК КПСС. — 1991. — № 3. — С. 9-11.
  • Референдум 17 марта: позиция КПСС // Известия. — 1991. — 7 февраля.
  • Обновлённый Союз — надёжное будущее для всех. Выступление М. С. Горбачева по телевидению 6 февраля 1991 года // Известия. — 1991. — 8 февраля.
  • Курасов В. О чём же спросить народ? // Известия. — 1991. — 8 февраля.
  • Сичка И. Вопрос, конечно, интересный… // Комсомольская правда. — 1991. — 13 февраля.
  • Референдум — мера исключительная // Известия. — 1991. — 15 февраля.
  • Бовин А. Почему я скажу «да». Некоторые мысли в связи с референдумом // Известия. — 1991. — 22 февраля.
  • Готовясь к референдуму // Советская Россия. — 1991. — 26 февраля.
  • Не ущемлять права человека // Известия. — 1991. — 26 февраля.
  • Референдум о референдуме, или Что думают главы республик о Союзном договоре // Литературная газета. — 1991. — № 2.
  • Судьбу страны решает каждый: (О первом референдуме СССР) / Материал подгот. Г. В. Атаманчук, Б. Б. Задарновский, М. Г. Мойсеенко и др. — М.: Изд-во «Известия Советов народных депутатов СССР», 1991. — 64 с.
  • Пятая сессия Верховного Совета СССР: Стенографический отчёт / Ч. 4: 7-20 марта 1991 г. — М.: Известия, 1991. — 252 с. — ISBN 5-206-00277-1.
  • Шальнев А. «Да» или «нет» не всегда равно воле народа // Союз. — 1991. — № 6.
  • Лучин В. А. Контроль за соблюдением законодательства на выборах и референдуме. — М.: Советская Россия, 1991. — 76 с.
  • Собянин А. А., Суховольский В. Т. Демократия, ограниченная фальсификациями : Выборы и референдумы в России в 1991—1993 гг. — М.: Изд-во ИНТУ, 1995. — 263 с.
  • Любарев А. Е. Выборы в Москве: опыт двенадцати лет. 1989—2000. — М.: Стольный град, 2001. — 412 с. — ISBN 5-89910-019-2.
  • Синцов Г. В. Референдумы в новейшей истории России // Законодательство и экономика. — 2005. — № 11. — С. 94-96.