СССР-ҙың 1977 йылғы Конституцияһы — 1977 йылдың 7 октябрендә СССР-ҙың Юғары Советы тарафынан ҡабул ителә.
Тәүге редакция дәүләт ҡоролошон һиҙелерлек рәүештә үҙгәртмәй — КПСС, ВЛКСМ, ВЦСПС, ВСК, ВЦСПО, КСЖ, ижади союздар менән бер рәттән легаль йәмәғәт ойошмалары хеҙмәт коллективтары итеп таныла, уларға депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеүгә формаль хоҡуҡ бирелә. Шулай уҡ хеҙмәтсәндәрҙең депутаттары Советтары халыҡ депутаттары Советтары итеп үҙгәртелә һәм Юғары Советының вәкәләттәр срогын 5 йылға, ә халыҡ депутаттары Советтарының вәкәләттәр срогын 2 йылдан 2,5 йылға тиклем арттырыла. Конституция бер партиялы сәйәси системаһын нығытып ҡуя (6-сы статья). Тарихҡа «үҫешкән социализм конституцияһы» булараҡ инә.
1988 йылғы конституция редакцияһы СССР-ҙа ғәмәлдә булған дәүләт власы органдары системаһына үҙгәрештәр индерә: СССР-ҙың дәүләт власының юғары органы итеп Юғары Совет урынына халыҡ депутаттары Съезы иғлан ителә. Күрһәтелгән кандидаттарҙың һаны сикләнмәй; халыҡ депутаттары съездары араһында даими ғәмәлдә булған закондар сығарыусы һәм тикшереүсе орган эшләй, был орган «СССР-ҙың Юғары Советы» исемен ала һәм ике палатанан тора — Милләт Советы һәм Союз Советы. Юғары Советтың ойоштороусы органы уның Президиумы була, ә элекке Юғары Советы Президиумы вәкәләттеренең күпселеге ошо уҡ төҙәтмәләр менән индерелгән Юғары Советтың Рәйесе вазифаһына күсә. Ошо уҡ төҙәтмәләр менән СССР-ҙың конституцион надзор Комитеты булдырыла.
Иң мөһим төҙәтмәләр конституцияға 1990 йылғы редакцияһында индерелә. Ысынбарлыҡта улар ижтимағи һәм иҡтисади ҡоролоштоң үҙгәрештәрен раҫлай. КПСС-тың етәкләүсе һәм йүнәлтеүсе роле тураһында телгә алыныу юҡҡа сыға, шәхси милекселек тергеҙелә, СССР-ҙың Президенты вазифаһы ғәмәлгә индерелә.
Яңы конституция өҫтөндә эш 1962 йылда уҡ башлана[1], шул йылдың 25 апрелендә СССР-ҙың Юғары Советы СССР Конституция проектын әҙерләү буйынса ҡарар сығара һәм 97 кешенән торған Конституция комиссияһын булдыра. Конституция комиссияһының рәйесе итеп Н. С. Хрущев тәғәйенләнә.
1962 йылдың 15 июнендә Конституция комиссияһы ултырышында Яңы конституцияның проектын әҙерләү буйынса төп бурыстар тикшерелә һәм 9 подкомиссия ойошторола.
1964 йылдың авгусында Конституция комиссияһы СССР Конституцияһының проекты һәм уға ҡарата аңлатма тексы буйынса эштәрҙе тамамлай[2]. Проект 276 статьянан ғибәрәт була, әммә артабан ул бик етди эшкәртеүгә дусар була һәм баштағы вариантта раҫланмай.
1964 йылдың 11декабрендә Конституцион комиссияның рәйесе итеп Л. И. Брежнев тәғәйенләнә.
1966 йылдың 19 декабрендә Юғары Совет ҡарарына ярашлы, Конституция комиссияһы составына исемлектән төшөп ҡалғандар урынына 33 яңы депутат индерелә.
Конституцияһы проектын әҙерләү буйынса эш төркөмөн 1962 йылдан — Л. Ф. Ильичев, 1968 йылдан — А. Н. Яковлев, 1973 йылдан — Б. Н. Пономарев етәкләнеләр.
1977 йылдың 4-6 октябрендә Юғары Советы палаталары ултырыштарында Коституцияның тыңлауҙары үтә. Конституция юғары палатаһы советы ултырышында тыңлауҙары үтте. 7 октябрҙә СССР-ҙың Юғары Советы палаталарының берлектәге ултырышы үтә, унда тәүҙә киҫәктәр буйынса, ә һуңынан Конституция тулыһынса ҡабул ителә. Шул уҡ көндө СССР-ҙың Юғары Советы палаталары айырым тауыш биреү аша Конституцияны (Төп Закон) ҡабул һәм иғлан итеү тураһында СССР-ҙың Юғары Советы Декларацияһы ҡабул итәләр. Декларацияға шулай уҡ СССР Конституцияһын (Төп Закон) ҡабул иткән көнөн халыҡ байрамы итеп иғлан итеү тураһында һәм СССР Конституцияһын (Төп Закон) ғәмәлгә индереү тәртибе тураһында СССР закондары инә.
8 октябрҙә СССР-ҙың яңы Конституцияһы илдең бөтә гәзиттәрендә баҫыла.
1977 йылда ҡабул ителгән конституцияла 9 киҫәк, 21 бүлек һәм 174 статья була. Конституцияның структураһы ҡабул итеү ваҡыты (1977 йылдың 7 октябре:
Конституцияның преамбулаһында, дөйөм алғанда, Октябрь революцияһынан һуңғы 60 йыл эсендә совет йәмғиәте үткән тарихи юлға баһа бирелә. «Коммунизмға барған юлда ҡануни этабы, үҫешкән социалистик йәмғиәт» булараҡ совет йәмғиәтенә характеристика бирелә. Шулай уҡ преамбулала, Конституция элекке Конституцияларҙың принциптарын һаҡлай тип әйтелә һәм Совет власы бик тәрән социаль-иҡтисади үҙгәрештәр булдырыуын, мәңгегә кеше тарафынан кешене иҙеүҙе бөтөрөүен, синфи антагонизмдар һәм милли дошманлыҡҡа сик ҡуйыуын раҫлай.
1977 йылғы Конституцияла преамбула тексы Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы преамбулаһынан яҡынса 20 тапҡырға артыҡ.
1990 йылдың 14 мартында преамбуланан йәмғиәт үҫеше барышында «бөтә халыҡ авангарды — коммунистар партияһының етәксе роле» артты тигән һүҙҙәр алып ташлана.
Конституцияның беренсе киҫәге социалистик йәмғиәт ҡоролошоноң дөйөм принциптарын һәм үҫешкән социалистик йәмғиәттең төп һыҙаттарын нығыта.
1-се статья билдәләүенсә, СССР — «эшселәрҙең, крәҫтиәндәрҙең, интеллигенцияның, илдең бөтөн милләт халыҡтарының ихтыярын һәм мәнфәғәттәрен сағылдырыусы социалистик бөтә халыҡ дәүләте».
6-сы статьяла закон рәүешендә СССР-ҙың сәйәси системаһының ядроһы булған КПСС-тың етәкләүсе һәм йүнәлтеүсе ролен нығытып ҡуя. Законға ярашлы сәйәси системала профсоюздарҙың, комсомолдың һәм башҡа массауи йәмәғәт ойошмаларының элекке Конституцияларҙан айырмалы рәүештә мөһим роле нығытыла: СССР-ҙың 1936 йылғы Конституцияһында ВКП(б) «бөтә хеҙмәтсәндәр ойошмаларының етәксе ядроһы»булһа (126 статья), ә 1924 йылғы Конституцияла бөтөнләй телгә алынмай[3].
Башҡа партиялар булыу мөмкинлеге тураһында Конституцияла бер нәмә лә әйтелмәй; Конституция граждандарҙың «йәмәғәт ойошмаларында берләшеүенә» конституцион хоҡуҡтарын ғына таный (51-се статьяһы).
1990 йылда 1977 йылғы Конституцияға шаҡтай ҙур төҙәтмәләр ҡабул ителә, мәҫәлән, күп фирҡәле сәйәси система индерелә[4]. Шуның менән бергә 6-сы статьяның яңы редакцияһы КПСС тураһында иҫкә алыуҙы ҡалдыра, был урынлаштырылған сәйәси ҡоролошто өҫтөнлөклө партия система тип һүрәтләргә мөмкинлек бирә.
2-се бүлектең 10-сы статьяһында СССР-ҙың иҡтисади системаһының нигеҙен етештереү сараларына социалистик милекселек тәшкил итә тип теркәлә, ул ике формала ғәмәлдә була: дәүләт (дөйөм) һәм колхоз-кооператив.
1990 йылдың 14 мартында 10 статья яңы редакцияла бирелә, уға ярашлы СССР-ҙың иҡтисади системаһының нигеҙ итеп совет граждандарының милке һәм дәүләт милке иғлан ителә.
16-сы статья дәүләт иҡтисад планлаштырыу принцибын нығыта, шуның менән бергә хужалыҡ үҙаллығы һәм предприятиелар инициативаһы менән үҙәкләштергән идаралыҡтың ойоштормаһын, хужалыҡ иҫәп-хисаптың, табыш, үҙҡиммәт һәм башҡа иҡтисади рычагтар һәм стимулдарҙың ҡулланыуын фаразлай.
Яңы Конституцияла яңы IV киҫәк — «Халыҡ депутаттары Советтары һәм уларҙы һайлау тәртибе» — индерелә, унда Советтарҙың бөтә булған системаһы нығытыла, Юғары Советтарҙың вәкәләттәр срогы — 4 йылдан 5 йылға тиклем, урындағы Советтарҙың — — 2,5 йылдан 2,5 йылға тиклем арттырыла. Һуңынан (1988 йылда) бөтә Советтар өсөн берҙәм срок билдәләнә — 5 йыл.
Шулай уҡ элекке Конституцияла ғәмәлдә булған дөйөм, тиң, йәшерен һайлауҙарҙа туранан-тура һайлау хоҡуғы принцибы нығытыла. Шул уҡ ваҡытта 96-се статьяға ярашлы Советтарға пассив һайлау хоҡуғы 18 йәшкә тиклем кәметелә, СССР-ҙың Юғары Советына — 21 йәшкә тиклем (элегерәк — 23 йәшкә тиклем булған).
V киҫәк юғары дәүләт власы органдары — СССР-ҙың Юғары Советы һәм Министрҙар Советы тураһында положениеларҙы нығыта. VI киҫәктә союздаш һәм автономиялы республикаларҙың власть органдары билдәләнә, унда юғары дәүләт власть органдары булып Юғары Советтар һәм Министрҙар Советтары тора.
III киҫәк СССР-ҙың милли һәм дәүләт ҡоролошо билдәләй, шулай уҡ , элекке СССР Конституциялары һымаҡ, Союз республикаларының СССР составынан ирекле сығыуына хоҡуғын нығыта. Был положение 1991 йылда СССР-ҙың тарҡалыуында мөһим роль уйнай.
Конституция ғәмәлдә булған ваҡытта уға алты тапҡыр төҙәтмәләр индерелә.
1981 йылдың 24 июнендә 132-се статьяға төҙәтмәләр индерелә, уларға ярашлы СССР-ҙың Министрҙар Советы Президиумы составына СССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарары буйынса СССР хөкүмәтенең башҡа ағзалары ла инә ала[5].
1988 йылдың 1 декабрендә төҙәтмәләр бер ыңғай һайлау системаһына ҡағышылы булған һәм халыҡ депутаттары Советтарын булдырған өс бүлеккә индерелә[6].
1989 йылдың 20 декабрендә төҙәтмәләр халыҡ депутаттары Советтарына ҡағылышы булған 10-се, 110-сы, 111-се, 121-се, 122-се һәм 130-сы статьяларға индерелә[7].
Шул уҡ йылдың 23 декабрендә төҙәтмәләр конституцион надзорға ҡағылышлы 125 статьяға индерелә[8].
1990 йылдың 14 мартында Конституцияға иң ҙур төҙәтмәләр индерелә, уларға ярашлы бер фирҡәлек һәм КПСС-тың етәксе роле бөтөрөлә, СССР ПРезиденты посы булдырыла, шәхси милек институты индерелә («совет граждандары милке»)[9].
1990 йылдың 26 декабрендә Конституцияға дәүләт идаралығы системаһына ҡағылышлы аҙаҡҡы төҙәтмәләр индерелә[10],өс көн үтеүгә уларҙы ғәмәлгә индереү тураһында закон ҡабул ителә[11].
1991 йылдың 5 сентябрендә, шул уҡ йылдың 19-21 август ваҡиғаларынан һуң, СССР-ҙың халыҡ депутаттары Съезы «Дәүләт власы органдары һәм күсеү дәүерендәге ССР Союзы идаралығы тураһында»[12]конституцион законы көсөнә, әһәмиәтенә һәм үҙенсәлегенә эйә булған Законды ҡабул итә, әммә Конституцияның үҙенә төҙәтмәләр индерелмәй. Был законға ярашлы, СССР-ҙың Юғары Советының формалашыуы һәм структураһы үҙгәрә, СССР Вице-президенты вазифаһы бөтөрөлә, СССР-ҙың Дәүләт советы һәм башҡа дәүләт һәм идара итеү органдары ойошторола. СССР Конституцияһы ошо законға тура килгән өлөштәрендә генә ғәмәлдә булыуын дауам итә.
1991 йылдың 8 декабрендә Брест тирәһендәге Вискулдәрҙә (Беларусь Республикаһы) РСФСР һәм Украина президенттары Борис Ельцин һәм Леонид Кравчук, шулай уҡ Белоруссияның Юғары Советы рәйесе Станислав Шушкевич тарафынан "Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе ойошторолоуы тураһында Килешеү"гә ҡул ҡуйыла (матбуғатта Беловеж килешеүе исеме аҫтында билдәле). Преамбуланан һәм 14 статьянан торған документта ССР Союзының халыҡ-ара хоҡуҡ субъекты һәм геополитик реаллеге булараҡ ғәмәлдән сығарылыуын иҫбатлана. Халыҡтарҙың тарихи уртаҡлығын, улар араһындағы бәйләнештәрҙе, ике яҡлы килешеүҙәрҙе, демократик хоҡуҡи дәүләткә ынтылышты, дәүләт суверенлығын таныу һәм хөрмәт итеү нигеҙендә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү ниәтен иҫәпкә алып, яҡтар Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһен төҙөргә һүҙ ҡуйышалар[13].
10 декабрҙә Украина һәм Белоруссия]ның Юғары Советтары БДБ-ны булдырыу тураһында килешеүҙе ратификациялайҙар[14][15].
12 декабрҙә килешеү РСФСР-ҙың Юғары Советы тарафынан ратификациялана[16]. Был ратификацияның законлығы рәсәй парламентының ҡайһы бер ағзаларында шик тыуҙыра, сөнки РСФСР-ҙың 1978 йылғы Конституцияһына ярашлы бындай документтың ҡаралыуы РСФСР-ҙың Халыҡ депутаттары Съезының махсус ҡарамағында булырға тейеш була[17][18].
1991 йылдың 21 декабрендә Алма-Атала (Ҡаҙағстан) республикалар башлыҡтары осрашыуында БДБ-ға тағы ла 8 республика ҡушыла: Әзербайжан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдова, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан, Алма-Ата декларацияһы һәм БДБ төҙөлөүе тураһында беловеж килешеүе протоколи протоколына ҡул ҡуйыла[19].
23 декабрҙә Ҡаҙаҡ ССР-ның Юғары Советы Алма-ата протоколы менән бергә Беловеж килешеүен ратификациялай[20]. Ҡаҙағстан СССР-ҙың союздаш республикаһы тигән һүҙҙәр Ҡаҙаҡ ССР-ның 1978 йылғы Конституцияһында (7 бүлек. Ҡаҙаҡ ССР-ы — СССР составындағы Союздаш Республика, 68-75-се ст.) 1993 йылдың 28 ғинуарына, Ҡаҙағстан Республикаһының Конституцияһы үҙ көсөнә ингәнгә тиклем, ҡалды[21][22][23][24].
25 декабрендә Михаил Горбачев СССР Президенты посында үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатыуы тураһында иғлан итә. Ошо уҡ көндә БДБ-ның төҙөлөүе тураһында килешеү Тажикстандың Юғары Советы тарафынан ратификациялана[25].
1991 йылдың 26 декабрендә СССР-ҙың Юғары Советының Республикалар Советы БДБ төҙөлөүе сәбәпле СССР-ҙың ғәмәлдән сығыуы тураһында декларация ҡабул итә[26].
1992 йылдың апрелендә Рәсәй Федерацияһының халыҡ депутаттарының Съезы өс тапҡыр Беловеж килешеүен ратификациялауҙан һәм РСФСР Конституцияһынан СССР-ҙың конституцияһы һәм закондары тураһында телгә алыуҙы бөтөрөүҙән баш тарта[27], һуңынан халыҡ депутаттары Съезының президент Ельцин менән ҡара-ҡаршы тороуға сәбәптәрҙең береһе була һәм артабан 1993 йылдың октябрендә Съезды көс ҡулланып таратыуға килтерә[28][29]. СССР конституцияһы һәм СССР закондары Рәсәй Федерацияһы — Рәсәйҙең (РСФСР) 1978 йылғы Конституцияһында 4-се һәм 102-се статьяларҙа Рәсәй Федерацияһының Конституцияһының проекты бөтә халыҡ тауыш биреүҙә ҡабул ителгәнгә, 1993 йылдың 25 декабренә тиклем, телгә алына[30].
1992 йылдың 19 июнендә Украина президенты Леонид Кравчук Украинаның 1978 йылғы Конституцияһынан СССР тураһында (шул иҫәптән СССР конституцияһы тураһында ла) телгә алыу бөтөрөлөүе хаҡында законға ҡул ҡуя[31].
45-се статья белем биерүҙең бөтә төрҙәре лә бушлай булыуын раҫлай — ситтән тороп һәм киске белем алыуҙы үҫтереү, уҡыусыларға һәм талиптарға дәүләт стипендияларын һәм льготаларҙы биреү, бушлай мәктәп дәреслектәре менән тәьмин итеү, үҙаллы белем алыу өсөн шарттар тыуҙырыу (1936 йылғы конституцияла быларҙың барыһы ла булмай).
Шул уҡ ваҡытта 1936 йылғы конституцияла «мәктәптә туған телде уҡытыу» (121 статья), 1977 йылғы конституцияла «мәктәптәрҙә туған телдә уҡыу мөмкинлеге» булыуы тураһында (45-се статья) әйтелә — был статьялар күп кенә ата-әсәләрҙең балаларын милли мәктәптәргә түгел, ә рус телле мәктәптәренә биреү киң таралған практикаһын сағылдыра.
1936 йылғы конституция менән сағыштырғанда, атап әйткәндә, ошондай статьялар барлыҡҡа килә:
Брежнев конституцияһының проекты фекер алышыу стадияһында етди тәнҡиткә дусар була[33], әммә торғонлоҡ осоронда рәсми матбуғатта закон проектын яҡлаған фекерҙәр генә баҫылып сыға, ә тәнҡитле төҙәтмәләр цензураһыҙ баҫмаларҙа ғына күренә.