Б. э. т. 170 йылдан яңы эраға тиклем Урта Азияя : Скифия, Маргиана, Парфия, Согдиана , Хорасмия
Сактар батшаһы-тиграхауда Скунха. Дарий Беренсенең Бехистун яҙмаһы рельефы, б.э.т. VI быуат.
Са́ктар (др.-перс.бор. фарсы Sakā , др.-греч.бор. грек. Σάκαι , лат. Sacae Sacae) — антик сығанаҡтарҙа иран телле [ 1] [ 2] [ 3] [ 4] [ 5] [ 6] [ 7] [ 8] беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡтан яңы эраға — яңы эраның беренсе быуаттарына тиклем йәшәгән күсмә һәм ярымкүсмә ҡәбиләләрҙең йыйылма атамаһы. Атама скифтарҙың saka – ‘олень’[ 9] (ср. осет. sag 'олень') һүҙенә барып тоташа. Боронғо авторҙар ҙа, сактарҙы хәҙерге заман тикшеренеүселәре лә, уларҙы массагеттар менән бер рәттән скиф халыҡтарының көнсығыш ботағы тип иҫәпләй[ 9] [ 10] .
Сактар иң тәүҙә авеста турандары менән берҙер, моғайын; урта фарсы сығанаҡтарында турандар төрки ҡәбиләләре тип билдәләнә. Әһәмәни яҙмаларында скифтар тотошлайы менән «сактар» тип атала [ 11] .
Сактар бура һәм Андрон мәҙәниәте Алакүл вариантының боронғолоғон кәүҙәләндереүсе вариҫтар, тип иҫәпләнелә[ 12] . Урта Азиялағы сак халҡы андрон антропологик тип нигеҙендә формалаша. Шулай итеп, ретроспектив ысул менән алынған антропологик мәғлүмәттәр иран телле сактарҙың һәм савроматтарҙың андрон мәҙәниәте менән бәйле булыуҙарын раҫлай[ 13] .
Геродот яҙмаларында билдәләп үтелә[ 14] . Боронғо фарсы яҙмаларында сактарҙың дүрт төркөмө билдәләнә[ 15] :
сактар-хаомаварга , «хаома — иҫерткес эсемлек ҡайнатыусылар», Мургаб йылғаһы үҙәнендә йәшәй (Геродотта һәм антик авторҙарҙа — амюргии );
сактар-тиграхауда , «осло кәпәслеләр» (Дарий Беренсенең Бехистун яҙмаһында[ 16] ), Тянь-Шань тау итәгендә йәшәй (йыш ҡына антик авторҙарҙың массагеттары менән бер үк халыҡ тип фараз итәләр); Хотан оазисында уларҙың көнсығыш иран теле XI быуатта уйғырҙар баҫып алғанға тиклем һаҡлана;
сактар-парадарайя , «диңгеҙ (йылға) аръяғындағылар»;
сактар-парасугудам , «Сөғд батшалығы артындағылар», Арал диңгеҙе бассейнында, Һырдаръя һәм Амударъя ның тамағында йәшәй;[ 17]
аримаспы , грифтарҙың алтынын һаҡлаусылар, Алтайҙа һәм Көнсығыш Ҡаҙағстанда йәшәй. Тарихта ҡайһы бер сак ырыуҙарының исемдәре лә һаҡланған: массагеттар, дайҙар (дахтар, дактар, дахтар) , апасиаки, парны, кангхи һәм башҡалар.
исседендар
массагеттар
Боронғо фарсы сығанаҡтарында сактар «ҡөҙрәтле ир-егеттәр», ирандар — «етеҙ атлы турандар» тип атала[ 18] . Пехлевий сығанаҡтарында Белуджи ҡәбиләләре ҡөҙрәтле ир-егеттәр тип нарыҡлана.[ 19] Скифтарға оҡшағанға күрә боронғо грек авторҙары сактарҙы «Азия скифтары» тип атай[ 20] .
Страбон үҙенең «Географияһында» Херилдың (б.э.т. V быуат), Эфорға һылтанып, сактар тураһында әйткән һүҙҙәрен килтерә[ 21] :
Сак телдәре, Сактарҙың йәшәү рәүеше һәм матли мәҙәниәте
Ысыҡ алтын кешеһе . Сак батшаһының йәки батшабикәһенең байрамдарҙа кейеү өсөн ҡулланылған тегелгән алтын һуғыш кейеме, ул күнгә теҙеп тегелгән алтын ҡауҙан тора һәм стилләштерелгән кейем тип иҫәпләнелә, Ысыҡ ҡурғанында табыла, Ҡаҙағстан[ 22]
Борон бик ҙур территорияны биләп йәшәгән сактарҙың теле һәм диалекттары хәҙерге ваҡытта Урта Азияла памир телдәрендә (шугнан-рушан төркөмө, язгулям, вахан, ишкашим телдәре) һаҡланған. Сактарҙың матди мәҙәниәте лә (ҡәберлектәрҙә табылған материалдарҙан) скифтарҙыҡына оҡшаш, ерләнгәндәрҙең ювелир биҙәүестәре лә скифтарҙың «йыртҡыс стилендә» эшләнгән[ 23] . Хәҙерге заман ғилми әҙәбиәтендә Арал диңгеҙе буйында йәшәгән иран телле ҡәбиләләрҙе, Урта Азия , Ҡаҙағстан , көньяҡ Себер ҙең төньяҡ һәм көнсығыш райондарында йәшәгән халыҡтарҙы сактарға индерәләр, мәҙәниәттәре буйынса бер-береһенә яҡын булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар массагеттарҙан һәм Ҡара диңгеҙҙең теньяҡ ярҙарында йәшәгән скифтарҙан айырылып тора. Скифтарҙан айырмалы сактар һәм массагеттар мәҙәниәттәрендә эллин йоғонтоһо юҡ, шуға күрә ҡайһы берҙә «сак-массагет даирәһе мәҙәниәте» тигән термин ҡулланыла[ 24] [ 25] [ 26] [ 27] [ 28] .
Сактар ултыраҡ-күсмә йәшәү рәүешен тота. Көнбайыш һәм Үҙәк Ҡаҙағстан далаларында күсмә малсылыҡ осрай. Көнбайыш һәм Көньяҡ Ҡаҙағстандың дала һәм ярымдала райондарында йәшәүсе сактар дөйә үрсетә. Дөйәне улар йөк ташыу өсөн файҙалана. Сактар хужалығында һыйыр малдары әллә ни ҙур роль уйнамай. Ҡаҙағстандың көньяғында, Һыр-Даръя үҙәнендә ер эшкәртеү алға китә.
Беҙҙең эраға тиклем VII—III быуаттарҙа сак ҡәбиләләре союздарға берләшә. Союздар башында торғандар батша тип атала. Батшаларҙы ырыу башлыҡтары советы һайлай. Дәүләт мәсьәләләре халыҡ йыйылышында тикшерелә. Батша көтөүлектәрҙе һәм башҡа ер биләмәләрен ырыуҙар һәм ҡәбиләләр араһында бүлә.
Сак ҡатын-ҡыҙы ир-егеттәр менән бер үк төрлө хоҡуҡтар менән файҙалана. Батшабикә Зарина, шулай уҡ массагет батшабикәһе Томирис тураһында ла мәғлүмәттәр ҡалған. Сак йәмғиәтендә халыҡ дүрт төркөмгә бүленә: яугирҙар, ҡанбабалар, иген игеүселәр, мал аҫыраусылар. Һәр ҡатламдың үҙ төҫө: яугир өсөн - ҡыҙыл, ҡанбаба - аҡ, иген игеүсе - һары, мал аҫыраусылар - күк[ 29] . Юлбашсылар һәм батшалар яугирҙар ҡатламынан ҡуйыла. Батша күк менән ер араһындағы бәйләнеште тәьмин итеүсе тип иҫәпләнелә.
Яҙын тәүге бураҙнаны батша һала, был уның халыҡ менән бергә булыуын күрһәтә. Һуғыштар ҡәбилә башлыҡтары өсөн файҙалы була. Әсирҙәрҙе ҡол рәүешендә файҙаланалар. Сактар йәмғиәтенең тибы — хәрби демократия[ 30] .
Сактар Алтай, Себер, Европа, Көнсығыш халыҡтары менән сауҙа бәйләнештәре тота. Беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡта Ҡара диңгеҙ ярҙарынан Дон йылғаһына тиклем, артабан савроматтарҙың Көньяҡ Урал итәгендәге ерҙәре, Иртыштан Алтайғаса, Үрге Иртыш һәм Зайсан күле буйында йәшәгән агрипейҙар иленәсә «дала юлы» һуҙыла. Ошо юл буйлап ебәк, йәнлек тиреһе һәм мал тиреһе, Иран келәмдәре, ҡиммәтле металдан эшләнгән биҙәүестәр бөтә донъяға таратыла. Был тауарҙарҙы таратыуҙа сактарҙың һәм скифтарҙың күсмә ҡәбиләләре ҡатнаша. Улар ярҙамында тауарҙар Урта Азияға һәм Урта диңгеҙ буйына уҡ барып етә.
Төркмәндәрҙең сакар ҡәбиләһе килеп сығышы менән боронғо сактарға барып тоташа[ 31] .
Сактар иген иккән һәм мал аҫыраған. Малсылыҡта өс төп йүнәлеш күҙәтелә[ 32] :
йылҡысылыҡ
һарыҡсылыҡ
дөйә үрсетеү
№
Төрҙәре
Төп райондар
Айырымалыҡтары
1.
Күсмә малсылыҡ
Көнбайыш Ҡаҙағстан далаларында һәм бер ни тиклем Ҡаҙағстандың үҙәгендә
Йыл әйләнәһенә күсеп йөрөгәндәр: кыстау(ҡышлау), жайлау(йәйләү), коктеу(яҙлау), куздеу(көҙләү)
2.
ярымкүсмә малсылыҡ
Көнсығыш һәм төньяҡ Ҡаҙағстан далаларында, Жетысу(ете йылға), Үҙәк Ҡаҙағстандың бер нисә районында, Тянь-Шань тауҙары итәгендә
даими ҡышлау һәм йәйләү урындарының булыуы
3.
Ултыраҡ малсылыҡ
Ҡаҙағстандың көньяғында, Һырдаръя, Чу, Талас һәм Келес йылғалары үҙәндәрендә
Игенселек менән бергә алып барыла
Археологик ҡаҙылмаларҙа табылған һөйәктәр буйынса борон үҙәк Ҡаҙағстанда ике төрлө йылыҡы малын аҫырауҙары асыҡлана:
тәпәш, йыуан ботло, ҙур башлы һәм кәүҙәле аттар;
бейек, ҡупшы аттар, уларҙы ҡораллы һыбайлылар өсөн тотҡандар.
Һарыҡтарҙы ит, йөн, тире өсөн тотҡандар. Боронғо һарыҡтары хәҙерге курдюклы һарыҡтарға оҡшаш булған, тигән фараз бар.
Дөйәләрҙе һыбай менеп йөрөү өсөн дө, йөк ташыу өсөн дә файҙаланғандар. Улар һөт, ит һәм йөн биргән.
Үҙәк Азиялағы Пазырыктан сак (скиф) һыбайлыһы, б.э.т. 300 йылдар тирәһе.
Тилля-тепе ҡәберлегенән скиф стилендәге алтын алҡалар, Бактрия (хәҙерге Афғанистан )
Һиндостанда һинд-скиф ҡәбиләләре «шака» тип йөрөтөлә, сак атамаһының һинд варианты. Шактар түбәндә һанап үтелгән текстарҙа йыш телгә алына: «Пураны», «Ману-смрити», «Рамаяна», «Махабхарата », «Махабхашья» Патанджали, «Брихат-Самхита» Варахи Михиры, «Кавьямиманса», «Брихат-Ката-Маньяри», «Ката-Саритсагара» һәм башҡа боронғо текстарҙа. «Шака» термины төньяҡ-көнбайышта борон йәшәгән һуғышсан ҡәбиләләрҙең йыйылма атамаһы. Ҡайһы бер сығанаҡтар[уточнить ] Будда Гаутаменың сактарҙан сығыуына күрһәтә, уның атаһы кшатрийҙар кастаһына ҡараған була. Шакьямуни титулы «шакьяларҙан иң аҡыллыһы» тигәнде аңлата. Бәлки, был яңғылышыу ғыналыр. Будда сакья/шакья (сака/шака түгел) тип аталған һинд ҡәбиләһенә ҡарай.
Билдәле археологик ҡомартҡылар — Тәгискен һәм Уйғараҡ, Ысыҡ [ 25] ҡәберлектәре, Чиликтин ҡурғандары, Бесшатыр ҡурғаны[ 33] ; Ысыҡ ҡурғанының кеше ерләнгән өлөшөндә башҡа әйберҙәр менән бергә дүрт меңдән ашыу алтын изделие, шулай уҡ «Алтын кешенең » бай кәфене табыла.
Үҙәк Ҡаҙағстан сактарының икәүһендә Y-хромосом гаплогруппаһы R1a-Z2125, берәүһендә E-Y31991, Тянь-Шань сактарының өсәүһендә Y-хромосом гаплогруппаһы J2a(Y13534,Z7706). Икәүһендә R-Z2125 һәм Q-L330.[ 34] [ 35]
Әзербайжан : Шеки — ҡала[ 36] .
Әрмәнстан : Шаки (шарлауыҡ), Шикаох (топоним, ҡурсаулыҡ), зоки (субэтник төркөм).
Иран : Систан (< Сеистан < Сакастан).
Тажикистан : Шугнан (< Сакнан < Шикинон)[ 37] (хәҙерге шугнан телендә Хугнон ) — Таулы Бадахшан автономиялы өлкәһенең үҙәк административ районы, Ишкашим (по-ишкашимски Шькошьм ) — Таулы Бадахшан автономиялы өлкәһенең административ районы. Т. Н. Пахалина фекеренсә, топоним һинд-арий сығышлы һәм һинд-арий телендәге. *sakā-kšam- һүҙенә барып тоташа, *sakā-kšam- һүҙе, күрәһең, ‘сактар иле’, ‘Скифия’ тигәнде аңдаталыр[ 38] .
/ Рә сәй/Украина : Саки. Көнбайыш сигендә — Ҡара Түбәлә скиф һәм грек нығытмаларының ҡалдыҡтары.
Төркмәнстан . Төркмәнстандың көнсығышындағы Сакар ҡалаһының атамаһы төркмәндәрҙең боронғо сактарҙың бер ботағы булған сакар ҡәбиләһенә барып тоташа.
↑ Зализняк Происхождение индоевропейцев и их расселение в свете археологических данных (билдәһеҙ) . Генофонд.рф . web (2 март 2016). — «Иранская (ирано-арийская) группа языков включает: авестийский, древне-персидский, мидийский, согдийский, хорезмийский, бактрийский, парфянский, пехлеви, сакский, массагетский, скифский, сарматский, аланский...языки».
↑ Andrew Dalby, Dictionary of Languages: the definitive reference to more than 400 languages, Columbia University Press, 2004, pg 278
↑ Sarah Iles Johnston, Religions of the Ancient World: A Guide, Harvard University Press, 2004. pg 197
↑ Edward A Allworth,Central Asia: A Historical Overview ,Duke University Press, 1994. pp 86.
↑ Кузьмина Е.Е. Откуда пришли индоарии? Материальная культура племён андроновской общности и происхождения индоиранцев. М., 1994, с. 120
↑ I. M. Diakonoff, The Paths of History , Cambridge University Press, 1999, p. 100 :
↑ G. Gnoli, Zoroaster’s time and homeland , Naples 1980; According to Prof. Gherardo Gnoli:
↑ В пользу восточноиранского происхождения сакских диалектов свидетельствует и тот факт, что сохранившиеся слова индийских завоевателей шакьев -саков и саков Хотанского оазиса - восточноиранские.
↑ 9,0 9,1 Дрёмин, словарь В.И. Абаева
↑ О родстве культур массагетов, исседонов, савроматов, скифов и саков смотри: Minns . P. 110 f.; Струве . Этюды. С. 60; Руденко . Горноалтайские находки. С. 16 и след.; Смирнов К. Ф . Савроматы. С. 277 и след.; Толстов . Итина. С. 173 и след.; Смирнов А. П . Скифы. С. 88 и след.; Вишневская . Итина. С. 207 и след.; Kothe . Herkunft. S. 22 f.; Дандамаев . Поход Дария. С. 180; Пьянков . Саки. С. 17; Он же, Массагеты. С. 67; Вишневская . Культура. С. 60 и след., 100 и след., 127 и след.
↑ Авеста в русских переводах. — Санкт-Петербург, 1997. — С. 457. — ISBN 5-88812-039-1 .
↑ Кузьмина Е. Е. Откуда пришли индоарии? Материальная культура племён андроновской общности и происхождения индоиранцев. — М., 1995, — с. 127.
↑ Кузьмина Е. Е. Откуда пришли индоарии? Материальная культура племён андроновской общности и происхождения индоиранцев. — М., 1994, — с. 244.
↑ Геродот . История. I 153; III 93; VI 113; VII 9, 64, 96, 184; VIII 113; IX 31, 71, 113.
↑ История Древнего Востока. Кн. 2. М., 2004. С. 568.
↑ Бехистунская надпись Дария I, столбец V (перевод с древнеперсидского В. И. Абаева). // Литература Древнего Востока. Иран, Индия, Китай (тексты). М., издательство МГУ, 1984. Стр. 41-44.
↑ Ҡалып:Cite article
↑ Зепп Т. Б. История Казахстана. Алматы: «Зият Пресс», 2006. — 196 с. ISBN 5-7667-7905-4
↑ Шахнама (2310) (билдәһеҙ) .
↑ Сосанов К. История Казахстана. Справочное пособие. Алматы: «Ол-Жас Баспасы», 2007. — 112 с. ISBN 9965-651-56-6
↑ Страбон. География. Книга VII. Глава III.9.
↑ Акишев К. А. Курган Иссык. Искусство саков Казахстана. М.: Искусство, 1978; Акишев А. К. Костюм «Золотого человека» и проблема катафрактария; Акишев К. А., Акишев А. К. Происхождение и семантика Иссыкского головного убора // Археологические исследования в Казахстане. Алма-Ата, 1979.
↑ Байте // БРЭ. Т.2. М.,2005.
↑ Массагеты // БРЭ. Т.19. М.,2011.
↑ 25,0 25,1 Иссык // БРЭ. Т.12. М.,2008.
↑ Бактрия // БРЭ. Т.2. М.,2005.
↑ Бактра // БРЭ. Т.2. М.,2005.
↑ Андроновская культура // БРЭ. Т.1. М.,2005.
↑ Локотионова О. С. Методические рекомендации по подготовке школьников к ЕНТ по истории Казахстана Алматы: «Институт повышения квалификации и переподготовки кадров системы образования», 2005. — 99 с.
↑ Бакина Н. С. Методические рекомендации по подготовке школьников к ЕНТ по истории Казахстана Алматы: «Институт повышения квалификации и переподготовки кадров системы образования», 2007. — 70 с.
↑ ТУРКМЕНСКОЕ ПЛЕМЯ САКАР (рус.). Проверено 12 августа 2018.
↑ История Казахстана. Учебно-методическое пособие и сборник тестов для поступающих в ВУЗы.-Алматы: ЩЫҢ-КІТАП,2006-434с.-ISBN 9965-9784-4-1
↑ Бесшатыр // БРЭ. Т.3. М.,2005.
↑ Peter de Barros Damgaard, Nina Marchi, Simon Rasmussen, Michaël Peyrot, Gabriel Renaud 137 ancient human genomes from across the Eurasian steppes (En) // Nature . — 2018-05-09. — ISSN 1476-4687&f=1003&t=1&v1=&f=4&t=2&v2=&f=21&t=3&v3=&f=1016&t=3&v4=&f=1016&t=3&v5=&bf=4&b=&d=0&ys=&ye=&lng=&ft=&mt=&dt=&vol=&pt=&iss=&ps=&pe=&tr=&tro=&cc=UNION&i=1&v=tagged&s=0&ss=0&st=0&i18n=ru&rlf=&psz=20&bs=20&ce=hJfuypee8JzzufeGmImYYIpZKRJeeOeeWGJIZRrRRrdmtdeee88NJJJJpeeefTJ3peKJJ3UWWPtzzzzzzzzzzzzzzzzzbzzvzzpy5zzjzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzztzzzzzzzbzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzvzzzzzzyeyTjkDnyHzTuueKZePz9decyzzLzzzL*.c8.NzrGJJvufeeeeeJheeyzjeeeeJh*peeeeKJJJJJJJJJJmjHvOJJJJJJJJJfeeeieeeeSJJJJJSJJJ3TeIJJJJ3..E.UEAcyhxD.eeeeeuzzzLJJJJ5.e8JJJheeeeeeeeeeeeyeeK3JJJJJJJJ*s7defeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeSJJJJJJJJZIJJzzz1..6LJJJJJJtJJZ4....EK*&debug=false 0028-0836, 1476-4687 . — DOI :10.1038/s41586-018-0094-2
↑ Ancient Eurasian Steppe selected Y and mtDNA haplogroups and Gedmatch IDs (билдәһеҙ) . docs.google.com. Дата обращения: 15 май 2018.
↑ Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь: Около 5 000 единиц / Отв. ред. Р. А. Агеева. — М .: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — С. 471. — 512 с.
↑ Мирзо Сангмухаммади Бадахши, Мирзо Фазлалибеки Сурхафсар. ТАЪРИХИ БАДАХШОН - ИСТОРИЯ БАДАХШАНА / Академия Наук РТ, Душанбе, 2007. — С. 6.
↑ Пахалина Т. Н. О происхождении топонимов «Ишкашим», «Язгулям» и «Вахан» // Иранское языкознание. М., 1976. — С. 43-49.