Самокат | |
Самокат Викимилектә |
Самокат (ингл. скутер, фр. троттинер) — баҫып торған килеш аяҡ менән ерҙән этеп ебәреп йөрөтөп булған транспорт сараһы, башҡорт телендә уны «этенгес» тип тә атайҙар. Самокат шәхси транспорт итеп кенә түгел, ә ял итеү, спорт һәм физкультура менән шөғөлләнеү өсөн дә файҙаланыла. Самокаттың (скутер) төрлө сифаттар менән айырылып торған бер нисә төрө бар, ләкин хәрәкәт итеүҙең төп асылы үҙгәрешһеҙ. Башта самокат тип велосипедты атап йөрөткәндәр[1].
Самокатты 1761 йылда Германияла кареталар эшләүсе оҫта Михаэль Касслер уйлап сығарған. Самокатты икенсе немец уйлап сығарыусыһы Карл фон Дрез 1817 йылда эшләгән тигән фекер ҙә бар, 1820 йылда ул самокаттың алғы тәгәрмәсен идара итә торған итеп үҙгәртә. Был самокаттар Франция һәм Англияла киң тарала.
1819 йылда инглиз уйлап табыусыһы Денис Джонсон барон Карл Дрез алдараҡ эшләгән самокатты яҡшыртып, патент ала. Рамы һәм тәгәрмәстәре ағастан эшләнә. Шиналары урынына ҡаты металл туғындар ҡуя, тормоз булмай. Алғы сатаһы, ултырғысы менән уның таянсығы тимерҙән эшләнә. Тәгәрмәстәрҙең диаметры 76,2 см (30 дюйм), ауырлығы 30 килограмм була[2]. Хәрәкәт итеүе хәҙерге заманда киң таралған беговелға оҡшаш — ерҙән ике аяҡ менән бергә этеп ебәрергә кәрәк була.
1922 йылда төшөрөлгән «A Trip Through the Streets of Amsterdam» («Амстердам урамдары буйлап») документаль фильмында самокатта йөрөгән балалар күренә[3].
Был моделдәрҙең ҡала урамдары буйлап йөрөү өсөн тәғәйенләнгән, шуға күрә етештереүселәр уны мөмкин тиклем яйлы итеп эшләргә тырыша. Ҡала самокаттарының тәгәрмәс диаметры — 150—250 миллиметр, улар шәп йөрөй, асфальт, плтикаларҙағы ярыҡтар һәм бордюрҙар аша үтә ала. Амортизаторҙар, бер аҙ һыйғырыраҡ (бөгөлөүсән) дека (платформа), йомшаҡ тәгәрмәстәр юлда барғанда һелкенеүҙе әҙәйтеү өсөн ҡуйыла, уны йыйып ҡуйыу системаһы даими яҡшыртыла, был самокатты халыҡ йөрөгән урындарҙа һәм йәмәғәт транспортында күтәреп йөрөтөү уңайлы булһын өсөн эшләнә. Ҡала самокаттары төрлө әкәмәт хәрәкәттәр (трюк) эшләү өсөн тәғәйенләнмәгән.
Ҡала самокатының бер төрө — электросамокат. Аккумулятор батареяһы менән двигатель ҡуйылған самокат үҙйөрөшлө транспортҡа әйләнә.
Йыйылмай торған, тәгәрмәстәренең ҙурлығы 125 миллиметрҙан ашмай, дека менән руле тейешле ҙурлыҡта. Төрлө әкәмәт хәрәкәттәр эшләүгә яраҡлы, үҙең һәм балаңа зыян итмәҫ өсөн тейешле кәрәк-яраҡ кейеү мөһим.
Был самокат ташлы юлда, трамплинлы дёрт-парктарҙа йөрөү өсөн тәғәйенләнә.Төрлө әкәмәт хәрәкәттәр эшләү өсөн яраҡлы. Киң, тын тултырылған тәгәрмәсле, төҙөлөшө ныҡ һәм йыйылмай торған самокат.
Футбайк — төҙөлөшөндә велосипед компоненттары ҡулланылған самокат. Ул йыраҡ араға, шәп тиҙлек менән йөрөй ала, тик бындай футбайкта йөрөр өсөн күп көс тә талап ителә. Төрлө спорт төрҙәре өсөн төрлө футбайктар була— шоссе, түбәнгә тиҙ елдерә торған һәм спорт һәм ял итеү өсөн моделдәр.
Рәсәй юл йөрөү ҡағиҙәләре (Правила дорожного движения России) буйынса самокат йәйәүлеләр категорияһына инә
2001 йылда Америка кешеһе Джим Делзер АҠШ ты самокатта үткән тәүге кеше була. Үҙ маршрутын ул 35 көндә үтә[4].
самокат Викиһүҙлектә | |
Самокат Викимилектә | |
Самокат Викияңылыҡтарҙа |