Самоса | |
| |
Авторы | |
---|---|
Тыуған иле | |
Компоненттар | |
Төп |
|
Оҡшаш аҙыҡтар | |
самса | |
Викимилектә медиафайлдар Самоса |
Самоса (фарсы. سنبوساگ Sanbosag[1], урду کاغذی سموسہ kaghazi samosa) — эслек (тәмләткес картуф, һуған, борсаҡ, яҫмыҡ борсағы, ит, тауыҡ) һалып ҡыҙҙырылған йәки бешерелгән ҡамыр. Ҙурлығы һәм формаһы төрлө, әммә иң киң таралғандары - өсмөйөш. Йыш ҡына соустар менән бирелә. Самоса Һиндостан субконтинентында, көньяҡ-көнсығышта, Үҙәк һәм Көньяҡ-Көнбайыш Азияла, Ғәрәбстан ярымутрауында, Урта диңгеҙ яры буйында, Африканың төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрендә популяр.
Яҡынса был ризыҡ X быуатта Үҙәк Азияла (унда ул самса булараҡ билдәле) барлыҡҡа килгән. Самоса иран тарихсыһы Әбү-әл-Фадль Байхакиҙың хеҙмәттәрендә телгә алына (995—1077).[2] Самоса Һиндостанда XIII быуаттан башлап популярлыҡ яулай һәм сауҙагәрҙәр тарафынан күрше төбәктәргә килтерелә. Израилдә һәм Ираҡта бер үк ризыҡтың төрлө атамалар аҫтында бик күп төбәк версиялары бар, мәҫәлән, «самбус(а)к» (йәһ. סמבוסק sambusaq, ғәр. سمبوسك sambousek).[3][4]