Самшвилде | |
груз. სამშვილდე | |
Нигеҙләү датаһы | Б. э. т. III быуат |
---|---|
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Тетрицкаройский муниципалитет[d] |
Урын | Kvemo Kartli[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Самшвилде (рус. Самшвилде, грузинса სამშვილდე, [sɑmʃwildɛ]) — Грузиялағы бик ҙур археологик объект, емерелгән ҡала-ҡәлғә[1]
Самшвилде ҡәлғәһе Грузияның көньяғында, Квемо Картли төбәгенең Тетри-Цкаро ҡалаһы янында, шул уҡ исемдәге бөгөнгө Самшвилде ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан.
Самшвилде ҡәлғәһе — мәжүсилек осоронда уҡ барлыҡҡа килгән, ташландыҡ ҡала биләмәһе. Ҡаланан хәҙер харабалар һәм бер нисә ҡорам ғына ҡалған, улар араһында VIII быуатҡа ҡараған Самшвилде Сионы. Уны 1578 йылда төрөктәр емергән.
Нығытманың оҙонлоғо — километр самаһы. Ул тәрән тарлауыҡтың тар ғына һыҙатында ята.
Ҡаланың харабалары Храма йылғаһы үҙәнендә оҙонлайға 2,5 км, киңлеге 400 метр (1300 фут)[2].
Самшвильде урта быуат грузин йылъяҙмаларында Боронғо Картлиҙың иң боронғо ҡалаларының береһе булараҡ, беҙҙең эраға тиклем 3 быуат менән билдәләп яҙыла. Урта быуаттарҙа был ҡәлғә йәнле сауҙа һәм сәнәғәт ҡалаһы булған. Самшвилде бер нисә тапҡыр үҙгәрә.
Х быуатта ҙур булмаған Әрмән батшалығының баш ҡалаһы булған.
1064 йылда Грузия батшалығы составына индерелә.
13 быуаттың уртаһынан алып, грузин монархияһы юҡҡа сыҡҡандан һуң, ул бөлөнә башлай һәм 18 быуат аҙағында унан харабалар ғына ҡала.
Самшвилде Сионы һәм цитаделдәр йылғаның ҡаялы ярында танылып тора[3]
Самшвилде Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән. Археологик ҡомартҡылары 1948 йылда өйрәнелә башлай, ә системалы рәүештә ныҡлап тикшеренеү 1978 йылдан көсәйә. 2000-се йылдарҙа яңы торба үткәргестәр төҙөү өсөн эре халыҡ-ара проект буйынса эштәр башланыу яңы асыштар килтерә.2012 һәм 2015 йылдарҙа Тбилиси университеты өҫтәмә рәүештә тикшереүҙәр ойоштора.