Санкт-Петербург дәүләт электротехник университеты

Санкт-Петербург дәүләт электротехник университеты
Нигеҙләү датаһы 1886
Рәсем
Рәсми атамаһы Санкт-Петербургский государственный электротехнический университет им. В. И. Ульянова (Ленина), Санкт-Петербургский государственный электротехнический институт им. В. И. Ульянова (Ленина), Ленинградский электротехнический институт им. В. И. Ульянова (Ленина), Петроградский электротехнический институт имени В. И. Ульянова (Ленина), Электротехнический институт Императора Александра III, Электротехнический институт һәм Техническое училище Почтово-телеграфного ведомства
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Урын Петроградский район[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәйҙең һәм Ҡытайҙың техник университеттары Ассоциацияһы[d]
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Санкт-Петербург, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены орден Народной Республики Болгария орден «Знамя Труда» орден Дружбы
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q50300337?
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][2]
Рәсми сайт eltech.ru
Указания, как добраться улица Профессора Попова, 5, 5 литера Б / Аптекарский проспект, 3
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Санкт-Петербургского электротехнического университета[d]
Карта
 Санкт-Петербург дәүләт электротехник университеты Викимилектә

Санкт-Петербург дәүләт электротехник университеты В.И.Ульянов (Ленин) исемендәге «ЛЭТИ» — Рәсәйҙең боронғо алдынғы техник юғары уҡыу йорттарының береһе, 1886 йылда нигеҙ һалына. Электротехника өлкәһендә махсуслаштырылған Европала беренсе юғары уҡыу йорто

2016 йылдың 5 июлендә университет РФ-ның биш башҡа вуздары араһында «Рәсәйҙең алдынғы университеттары» статусына конкурста еңеүселәр иҫәбенә инә[3].

Рәсәйҙең алдынғы университеттарының конкурентлыҡҡа һәләтен күтәреү 5-100 Проектында ҡатнашыусы.

Электротехник институты (1917 йылға тиклем)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1886 йылдың 3 июнендә император Александр III өс йыллыҡ уҡыу срогы менән техник училище тураһында тулы положениены раҫлай. 1886 йылдың 4 сентябрендә Рәсәйҙә Почта-телеграф ведомствоһының беренсе граждандар электротехник уҡыу йорто Техник училище асыла. Революцияға тиклемге осорҙа уҡыу йортоноң исеме һәм уның статусы бер нисә тапҡыр үҙгәртелә:

  • 1886-1891 — Почта-телеграф ведомствоһының Техник училищеһы,
  • 1891-1899 — Электротехник институты
  • 1899-1918 — император Александр III Электротехник институты

Санкт-Петербург электротехник институты революциянан һуңғы ваҡытта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1930 йылда ЛЭТИ-ла СССР Фәндәр академияһы профессоры В.И.Коваленко һәм профессор Н.А. Скрицкий инициативаһы менән «телемеханик» һөнәре ойошторола һәм һуңыраҡ автоматика һәм телемеханика кафедралары ойошоторола.

1935 йылда СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Вологдин Валентин Петрович ДЭТИ-ла юғары йышлыҡтағы электротехника лабораторияһын ойоштора, ул 1947 йылда юғары йышлыҡтағы токтың ғилми-тикшеренеү институты тип үҙгәртелә

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күп кенә уҡытыусылар, хеҙмәткәрҙәр һәм институттың студенттары фронтҡа китә. Ҡамауҙа ҡалған Ленинградта профессор С.А.Ринкевич етәкселегендә бер төркөм ғалимдар ҡала. 1942 йылдың апрелендә Ринкевичтың тырышлығы менән СССР караптар төҙөү сәнәғәтенең Халыҡ комитеты ғилми-тикшеренеү эштәре бюроһы ойошторола. Ул 1944 йылға тиклем Ленинградты обороналауҙы тәьмин итеү буйынса махсус эштәр башҡара. Профессор А. А. Алексеев Тормош юлында эшләүсе караптарҙың һәм причалдарҙың металл конструкцияларын иретеп йәбештереү буйынса Ладогала эштәр ойоштора.

1986 йылдың 5 ноябрендә Инструменталь урамында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ЛЭТИ хеҙмәткәрҙәренә һәм студенттарына һәйкәл асыла,

1992 йылда техник институт университет статусын ала.

Файл:LETI foto 1.jpg
ЛЭТИ-ның өсөнсө корпусы

Университет бөгөн

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

50-нән ашыу юғары технологиялы сәнәғәт өлкәһе предприятиеһы — ЛЭТИ-ның стратегик партнёрҙары. Сит ил партнерҙары араһында 19 эре сәнәғәт предприятиеһы, 8 фәнни-белем биреү үҙәге, 5 ғилми-тикшеренеү институты, 40 илдән 85 университет бар.

Әлеге мәлдә ЛЭТИ-ла 8000 яҡын уҡыусы ватан студенттары, аспиранттар һәм тыңлаусылар уҡый. Университетта РФА 5 ағза-корреспонденты, 20 милли һәм халыҡ-ара наградалар лауреаттары, 200 фән докторы һәм профессор эшләй.

Хәҙерге ваҡытта СПбГЭТУ-ла 301 аспирант уҡый, шуларҙың 49 сит ил студенты, 6 һәм докторант. Университетта 23 ғилми һөнәр буйынса 9 диссертация советы эшләй.

ЛЭТИ-ны тамамлаусылар араһында — Нобель премияһы лауреаты Жорес Иванович Алферов.

СпбДЭТУ «ЛЭТИ» 5-100 Проектында ҡатнаша[4].


2014 йылда «Эксперт РА» агентлығы уҡыу йортон Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең иң яҡшы вуздары исемлегенә индерә, унда уға «D» рейтингы класы бирелә[5].

2014 йылдың декабрендә "ЛЭТИ" QS University Rankings: Үҫешеүсе Европа һәм Үҙәк Азия 2014 / 15 "рейтингында йөҙ иң яҡшы юғары уҡыу йорто иҫәбенә инә[6][7]

2015 йылда университет Хеҙмәт баҙарын тикшереү үҙәге ҡатнашлығында "Рәсәй бөгөн" халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығының "Социаль навигаторы" әҙерләгән юғары уҡыу йорттарына ихтыяж рейтингында өсөнсө урын ала[8].

2016 йылда СПбДЭТУ «ЛЭТИ» Round University Rankings халыҡ-ара рейтингында Рәсәйҙең иң яҡшы егерме юғары уҡыу йорто исемлегенә инә[9].

2016 йылда "Эксперт РА" Рәсәйҙең иң яҡшы юғары уҡыу йорттары рейтингында 36-сы урынды ала[10].

2016 йылда "Интерфакс" мәғлүмәт агентлығы университеттарының милли рейтингында СПбДЭТУ 22-се урын ала (588 балл), 2014 йылдағы һөҙөмтәһенә ҡарата 5 пунктҡа күтәрелә[11].

2016 йылдың декабрендә Рәсәй иҡтисады яғынан уларҙың ихтыяжын сағылдырған РФ юғары уҡыу йорттарының милли рейтингы һөҙөмтәләре баҫылып сыҡты. "ЛЭТИ" иң яҡшы унау исемлегенә инә[12].

2017 йылғы юғары уҡыу йорттарының халыҡ-ара рейтингында Academic Ranking of World Universities-European Standard (ARES-2017) 22-се урын биләй. Юғары уҡыу йортона "А" категорияһы бирелә[13].

2017 йылда университеттарҙың милли рейтингында балдар һаны буйынса (489), 25-27-се урынды биләне.

2019 йылда халыҡ-ара "Өс университет миссияһы" рейтингында 651-700 урынды биләй[14].

2020 йылда QS World University Rankings рейтингында 701-750-се урын ала[15]

2020 йылдан РАЭКС версияһы буйынса Рәсәй вуздары рейтингында 23-сө урынды биләй[16].

  • 1886—1891 — Почта-телеграф ведомствоһының Техник училищеһы,
  • 1891—1899 — Электротехник институты (ЭТИ)
  • 1899—1918 — Император Александр III Электротехник институты[17]
  • 1918—1921 — В. И. Ульянов (Ленин) исемендәге Петроград электротехник институты[18]
  • 1924—1991 — В. И. Ульянов (Ленин) исемендәге Ленинград электротехник институты
  • 1991—1992 — В. И. Ульянов (Ленин) исемендәге Санкт-Петербург дәүләт электротехник институты
  • 1992—1998 — В. И. Ульянов (Ленин) исемендәге Санкт-Петербург дәүләт электротехник университеты
  • 1998 — әлеге көнгә тиклем — Санкт-Петербург электротехник дәүләт университетының В. И. Ульянов (Ленин) исемендәге «ЛЭТИ»

Ҡулланыуға тәҡдим ителгән рәсми атамалары исемлеге:

  • Санкт-Петербург дәүләт электротехник университетының В. И. Ульянов (Ленин) исмендәге «ЛЭТИ» .
  • СпбДЭТУ «ЛЭТИ»
  • Saint Petersburg Electrotechnical University «LETI»
  • ETU


Факультет һәм кафедралар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университеттың наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ордендары:

Студенттар спорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университтеттың яҡшы йыһазландырылған спорт залы бар. Махсус әҙерлек буласаҡ бөтә спорт тренеры: улар араһында төрлө спорт дисциплинаһы буйынса ун ике спорт мастеры һәм бер халыҡ-ара класлы спорт мастеры.

Һүрәттәр галереяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Выпускники ЛЭТИ
  • Системы прецизионного приборостроения
  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. Закон Санкт-Петербурга № 141-47 от 02.07.1997 (21.07.1997)
  3. Сайт Министерства образования и науки РФ, 08.07.2013. Дата обращения: 5 июнь 2019. Архивировано 2 декабрь 2017 года. 2017 йыл 2 декабрь архивланған.
  4. Совет по повышению конкурентоспособности ведущих университетов определил субсидии вузам – участникам проекта на 2016 год. Дата обращения: 10 февраль 2017. Архивировано 5 декабрь 2016 года. 2016 йыл 5 декабрь архивланған.
  5. Рейтинг высших учебных заведений России и стран членов Содружества Независимых Государств.
  6. Saint-Petersburg Electrotechnical University LETI (англ.). Top Universities(16 July 2015).Дата обращения: 3 января 2020.
  7. «ЛЭТИ» в сотне рейтинга QS по Европе и Азии. СПбГЭТУ «ЛЭТИ».Дата обращения: 3 января 2020.
  8. Рейтинг востребованности вузов в РФ - 2015. РИА Новости (20151215T1100+0300). Дата обращения: 3 ғинуар 2020.
  9. Saint-Petersburg State Electotechnical University ``LETI``. Дата обращения: 3 ғинуар 2020. 2021 йыл 16 октябрь архивланған.
  10. Рейтинги вузов 2016. raexpert.ru. Дата обращения: 10 февраль 2017. Архивировано 31 ғинуар 2017 года. 2017 йыл 31 ғинуар архивланған.
  11. Национальный рейтинг университетов - Национальный рейтинг университетов. univer-rating.ru. Дата обращения: 10 февраль 2017. Архивировано 7 май 2017 года. 2017 йыл 7 май архивланған.
  12. Рейтинг востребованности вузов в РФ - 2016. РИА Новости(20161215T1055+0300).Дата обращения: 3 января 2020.
  13. ARES 2017 Russian Federation. www.eurochambres.org. Дата обращения: 3 ғинуар 2020.
  14. Рейтинг Три Миссии Университетов, 2019. mosiur.org. Дата обращения: 19 сентябрь 2019.
  15. QS World University Rankings 2021 (ингл.) (28 май 2020). Дата обращения: 24 июнь 2020.
  16. Рейтинг лучших вузов России RAEX-100. raex-rr.com. Дата обращения: 16 июнь 2020.
  17. Полное собрание законов Российской империи. Собрание третье. Отделение I. От № 22360-23838 и дополнения. Т. XXIII. 1903
  18. Постановление Комиссара Почт и Телеграфов Союза Коммун Северной Области № 7475 от 3 декабря 1918