Саппоро

Саппоро
япон. 札幌市
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Япония

Префектура

Хоккайдо

Округ

Исикари

Координаталар

43°03′ с. ш. 141°21′ в. д.HGЯO

Мэр

Фумио Уэда (япон. 上田 文雄)

Майҙаны

1121,12 км²

Халҡы

1 933 787 кеше (2014)

Тығыҙлығы

1724,87 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC+9

Телефон коды

+81 11

Һанлы танытмалар
Код

01100-2

Рәсми сайт

city.sapporo.jp  (яп.)

Регион

Хоккайдо

Символика

Сәскә: Ландыш
Ағас: Сирень
Ҡош: Кәкүк

Саппоро (Япония)
Саппоро
Саппоро

Са́ппоро (япон. 札幌市 , рус. Саппоро-си, тыңларға ) — Япониялығы ҡала. Дәүләт кимәлендә әһәмиәтле булып иҫәпләнә, Хоккайдо префектураһының хакимиәте урынлашҡан, мөһим иҡтисад, сәнәғәт, мәғариф һәм мәҙәни үҙәк. Ҡаланың майҙаны 1121,12 км² тәшкил итә, халыҡ һаны — 1 933 787 кеше (30 июнь 2014). Кеше һаны буйынса Японияла дүртенсе урында тора.

Саппоро — 1972 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарының, 1986, 1990 һәм 2017 йылғы Ҡышҡы Азия уйындарының баш ҡалаһы.

Саппоро — курорт һәм туризм урыны. Ҡала янында күп һанлы йылы һыу сығанаҡтары бар. Йыл да үткәрелгән Ҡарлы фестиваль 2 миллиондан ашыу туристарҙы йәлеп итә.

Ҡала барлыҡҡа килгәнсе, был урында айн халҡы йәшәгән[1]. 1866 йылда, Эдо дәүере аҙағында, шул урында халыҡты үҙенә ылыҡтырған канал ҡаҙылған, һәм Саппоро ауылы барлыҡҡа килгән[2]. Ауылдың исеме Сат поро пет (サッ・ポロ・ペッ) һүҙбәйләнешенән килеп сыҡҡан, һәм «Бөйөк ҡоро йылға» тигәнде аңлата[3].

Саппороға рәсми нигеҙ һалыныу йылы итеп 1868 йыл иҫәпләнә. Был йылда Мейдзи хөкүмәте Хоккайдоның хакимиәт үҙәген Исикари йылғаһы янында төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Быға тиклем утрау менән Хакодате ҡалаһынан идара ителгән була. Был ҡала утрауҙың артабанғы үҫешенә һәм хәүефһеҙлегенә йоғонто яһай алмай.

Хоккайдо префектураһының элекке йорто

1907 йылда Мияги префектураһының Сендай ҡалаһында Тохрку император университетына нигеҙ һалына. Шул уҡ йылда Саппоро ҡалаһында университетҡа бойһонған Аграр колледжы асыла.

1918 йылда Саппоро ҡалаһында трамвай йөрөй башлай.

1918 йылда Хоккайдо император университеты асыла.

1930 йылда муниципаль автобустар маршруттары эшләй башлай. 1937 йылда Саппоро 1940 йылда уҙғарыласаҡ Ҡышҡы олимпия уйындарының баш ҡалаһы итеп һайлана. Әммә Икенсе япон-ҡытай һуғышы башланыу сәбәпле, Саппорола олимпия уйындарын үткәреүҙән баш тарталар.

1942 йылда Окадама аэропорты асыла.

Икенсе донъя һуғышының һуңғы көндәрендә, 1945 йылдың 14-15 июлдә Саппоро көслө бомбаға тотола. Һөҙөмтәлә 190 кеше үлә, 6788 кеше яралана, 78000 кеше торлаҡһыҙ ҡала. Дөйөм алғанда, ҡаланың 17,5 процент йорто емерелә.

1950 йылда Саппорола беренсе Ҡар фестивале үткәрелә.

1968 йылда Хоккайдо префектураһының һәм Саппоро ҡалаһының 100 йыллығы билдәләнә.

1971 йылда Японияла дүртенсе булып Саппорола беренсе ҡала метро юлы асыла.

1972 йылдың 3-сө февралдән алып 13-сө февралгә тиклем Саппоро ҡалаһында Азияла беренсе тапҡыр Ҡышҡы олимпия уйындары үтә. Шул уҡ йылды Саппороға ҡала статусы бирелә.

«Ҙур һигеҙ» илдәре саммиттын үткәреүгә ҡаршы булған сара , 2008

2008 йылда Саппорола «Ҙур һигеҙ» илдәре саммиттын үткәреүгә ҡаршы сара үткәрелә[4].

Физик-географик ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саппоро ҡалаһы Исикари тигеҙлегенең көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Исикари йылғаһы ҡушылдығы Тоёхира ярында урынлашҡан[5]. Саппоро урамдары бар яғы ла дөрөҫ булған селтәргә оҡшаған. Көнбайыш һәм көньяҡ өлөшөндә бер нисә тау урынлашҡан, улар иҫәбендә: Тейне, Маруяма, Моива тауҙары.

Саппорола ял баҡсалары бик күп, Одори баҡсаһы ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан.

Климаты

Саппоро дымлы контитенталь климат бүлкәтендә урынлашҡан (Кёппен төҙөгән климаттар классификацияһы буйынса — Dfa/Dfb). Йәй ғәмәлдә эҫе, әммә дымлы түгел. Ҡыш ярайһы уҡ һыуыҡ һәм ҡарлы. Дөйөм йыллыҡ ҡар ҡалынлығы — 597 см[6]. Йыллыҡ яуым-төшөм күләме — яҡынса 1100 мм[5].

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 8,4 10,8 15,1 28,0 30,4 31,6 36,0 36,2 32,7 26,4 22,4 14,8 36,2
Уртаса максимум, °C −0,6 0,1 4,0 11,6 17,3 21,5 24,9 26,4 22,4 16,1 8,5 2,0 12,9
Уртаса температура, °C −3,6 −3,1 0,6 7,1 12,4 16,7 20,5 22,3 18,1 11,8 4,9 −0,9 8,9
Уртаса минимум, °C −7,1 −6,7 −3,1 3,1 8,2 12,9 17,2 19,0 14,1 7,4 1,2 −4,2 5,2
Абсолют минимум, °C −20,9 −19,6 −17,1 −8 −2,2 2,5 7,0 8,8 0,8 −3 −12 −20,2 −20,9
Яуым-төшөм нормаһы, мм 114 96 79 58 54 47 83 124 136 110 105 113 1118
Сығанаҡ: Погода и климат
Хоккайдо Университеты

Саппоро ҡалаһы түбәндәге ҡалалар менән туғандашлыҡ мөнәсәбәте урынлаштырған[7][8]:

  • САППОРО // Япония от А до Я. Популярная иллюстрированная энциклопедия. (CD-ROM). — М.: Directmedia Publishing, «Япония сегодня», 2008. — ISBN 978-5-94865-190-3.