Распространение сапсана в мире: Оялау урындары Ҡышлау урындары Йыл буйы йәшәйҙәр Миграциялары
Сапсан — ҡарға ҙурлығындағы ыласындар ҡаиләһендәге йылғыр йыртҡыс ҡош
Осҡанда оҙон һәм осло ҡанаты, ҡыҫҡа ҡойроғо күҙгә салына. Текә ултыра. Һырты ҡара көрән, кәүҙәһенең аҫ яҡы уҡ башағы һүрәтендәге ҡара көрән таптар менән сыбарланған кҡрәнһыу һары. Күҙҙәре эргәһенән мыйыҡҡа оҡшаған һыҙыҡтар үтә. Шоңҡарҙан бәләкәйлеге, балабандан дөйөм ҡара төҫө менән айырыла.
Ер йөҙөндәге тере заттарҙан иң етеҙе. 322 км сәғәтенә оса, йәғни секундына 90 метр.
Тауышы көслө: «ҡыяҡ- ҡыяҡ- ҡыяҡ».
Э. Ф. Ишбирҙин. башҡортостан ҡоштары. Өфө-1986 йыл 8-се бит
- «Галичья Гора» ҡурсаулығындағы сапсандар питомнигы
- Юғары тиҙлекле «Сапсан» поезы
- Валдай милли паркы