Сарра, Сара (йәһ. שָׂרָה) | |
---|---|
Йәшәгән дәүере: | Йәһүдилектә: б.э.т.1802—1675 Православиела: б.э.т. 2105—1978 |
Төбәк: | Арам Палестина Египет |
Телгә алына: |
[[|Быт. ]]11-25 |
Атаһы: | Фарра[1] |
Әсәһе: | Земрута |
Ҡатыны (ире): | Ибраһим |
Балалары: | Исхаҡ |
Ерләнгән урыны: | Хеврон |
Бәйле төшөнсәләр: | тәүинә |
Бәйле ваҡиғалар: | көндәшен ҡыуҙыртыу |
Бәйле персонаждар: | Һәжәр (Исмәғилдең әсәһе) (Агарь) |
Сарра, Сара, Сора, Сарай (йәһ. שָׂרָה, сарра — рус. владычица; שָׂרָי, сара) - Ибраһим пәйғәмбәрҙең ҡатыны, йәһүд халҡының дүрт тәүинәһенең беренсеһе.
«Сарра» исеменең этимологияһы буйынса төрлө фекерҙәр бар. Киң таралған ҡарашҡа ярашлы «Сарра» "кенәзбикә, хакимә" тигәнде аңлата. Аггадта Сарай исеме «үҙ халҡының кенәзбикәһе» тип интерпретациялана. Ә исеменең Сарраға үҙгәртелеүе — «бөтә кешелек кенәзбикәһе» мәғәнәһен бирә[2].
Библияла Сарра Авраамдың атаһының килене тип атала[3]. Шул уҡ ваҡытта Библияла Авраам һөйләүенән уның атай бер, инәй башҡа һеңлеһе икәне аңлашыла[4].
Сарра Авраамдың ҡатыны ғына түгел, ире ғүмерен бағышлаған эштә лә мөһим роль уйнай. Йәһүд комментаторҙары Авраам менән Сарра (ул саҡта әле Аврам һәм Сара) яңы дин ҡабул иткәндәр тигән мәғәнәлә аңлата, Авраам — ирҙәр, ә Сарра ҡатын-ҡыҙҙар араһында дәғүәт алып барған[5]
Библия Сарраның түлһеҙлеге тураһында бәйән итә (Тәүрат|Быт|11:29-30.) Үҙ балалары булыуҙан өмөт өҙгән Сарра Ибраһимға үҙенең хеҙмәтсеһе Һәжәрҙе (Исмәғилдең әсәһе) уның урынына бала тапһын өсөн кәнизәк итеп бирә.
Аллаһ Ибраһимға, Саранан улың булыр, тип вәғәҙә итә. «Унан халыҡтар барлыҡҡа килер, халыҡтар батшалары унан тыуыр» (Вәғәзсе 9: 11). 17:16). Аллаһтың Ибраһим менән Сараға ир бала бирергә вәғәҙәһе Ибраһим менән Сараның (йәһүд динендә Сарай) исемен үҙгәртеү һәм килешеү төҙөү менән бәйле. Был килешеү символик рәүештә ир бала сөннәткә ултыртылырға тейешлекте белдерә (Тәүрат|Быт| 17:1-21). Шунан һуң Сарра 90 йәшендә Исхаҡты тыуҙырған.
Библияға ярашлы, Аллаһ Ибраһимға Сарраның һүҙҙәрен тыңларға ҡушҡан (Тәүрат|Быт|21:12). Был күрһәтмәгә таянып, Ибраһим Һәжәр менән Исмәғилде ҡыуып ебәреү талабын үтәй (Тәүрат|Быт|21:14).
Библияға ярашлы, Сарра 127 йәшендә Кирьят-Арбала (Хеврон) вафат була, Ибраһим уны Махпела мәмерйәһендә ерләгән (Тәүрат|Быт|23:1-20}}).
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |