| |||||
Государственный гимн Сарк | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | Коронные земли өлөшө Гернси, Хелиер де Картеретҡа Сарк утрауына милек хоҡуғы биреү тараһында Елизавета I-сенең Указы, 1565 й. | ||||
Рәсми телдәр | Инглиз, Француз, сарксский | ||||
Баш ҡала | Сеньор резеденцияһы. Сарктың баш ҡалаһы юҡ. | ||||
Идара итеү төрө | конституцион монархия | ||||
Королева
Сарк сеньоры |
Елизавета II | ||||
Территория • Бөтәһе |
5,45 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2002) • Халыҡ тығыҙлығы |
600 чел. 110 чел./км² | ||||
Валюта | Фунт стерлинг, Фунт Гернси (GBP)На острове Сарке используется фунт Гернси. | ||||
Интернет-домен | .gg | ||||
Код ISO | значение отсутствует | ||||
Телефон коды | +44 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 1 |
Сарк — Ла-Манштың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан ҙур булмаған утрау. Утрау — Бөйөк Британия юрисдикцияһы аҫтындағы Норманд утрауҙарының береһе, Гернси биләмәһе,
Утрау халҡы — 600 тирәһе кеше (2002). Сарктың үҙ флагы бар. Утрауҙа автомобилдәр тыйылған, велосипед һәм атлы экипаж рөхсәт ителгән. Утрауҙа йәшәүселәр трактор менән файҙалана ала. Моторлы транспорт саралары тик пенсионер һәм инвалидтар өсөн генә.
Утрау ике өлөштән тора: Ҙур Сарк утрауы һәм Кесе Сарк утрауы. Ике утрау тар ғына ҡаялы муйын менән тоташҡан.
Утрау халҡының күп өлөшө инглиз телендә һөйләшә. Элегерәк норманд теленең саркс диалектында һөйләшкәндәр (ҡайһы саҡта француз теленең диалекты тип иҫәпләйҙәр). 1998 йылға тиклем сарксс диалектын утрауҙа йәшәүселәрҙең 20%-нан аҙырағы белә.
Сарк Европала феодализмдың иң һуңғы таянысы. Барлыҡ файҙаланырға яраҡлы ерҙәр бер кешенеке — синьорҙыҡы. Ул үҙ ҡарамағындағы ерҙәрҙе ҡуртымға бирә. Был тәртип 2008 йылдың апреленә тиклем дауам итә.[1]
XVI быуатҡа тиклем утрауҙа кеше йәшәмәгән. Ниндәйҙер ваҡыт монах общиналары көн күргән. Утрау, шулай уҡ пираттар өйөрө урыны булыуы менән билдәле.
XVI быуатта Елизавета I указы буйынса утрауға 40 килеп төшә.
1940-сы йылдарҙа Норманд утрауҙарн (шул иҫәптән Саркты) Германия баҫып ала. Утрауҙа феодаль система 2008 йылға тиклем һаклана. Сарк властарын Евросоюзда даими рәүештә тәнҡитләйҙәр. 2008 йылдың апреленде сеньорлыҡ бөтөрөлә.
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |