Сатоси Накамото | |
билдәһеҙ | |
Зат | пол не раскрывается[d] |
---|---|
Гражданлыҡ | билдәһеҙ |
Псевдоним | Satoshi Nakamoto[1] |
Тыуған көнө | билдәһеҙ |
Һөнәр төрө | криптограф, программист, инженер по программному обеспечению |
Эшмәкәрлек төрө | Биткойн[2], информатика[d][2], Мәғлүмәт технологиялары[2], Криптография һәм криптовалюта |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 2010 |
Сатоси Накамото Викимилектә |
Сатоси Накамото (ингл. Satoshi Nakamoto) — биткойн криптовалютаһы протоколын һәм был протокол өсөн тәүге программа тәьминәтен эшләгән кеше йәки кешеләр төркөмө псевдонимы. Был исем артында кем торғанлығын асыҡларға тырышыу осраҡтарының бөтәһе лә уңышһыҙ тамамлана.
2008 йылдың 31 октябрендә Накамото «Bitcoin: A Peer-to-Peer Electronic Cash System»[3][4] тигән мәҡәләһен (The Cryptography Mailing list) metzdowd.com[5] криптография тураһында хаттар таратҡыс аша ебәрә. Ул биткойнды үҙәкләштереүҙән тулыһынса азат булған, өсөнсө яҡтарҙы ҡыҫылдырмаған электрон аҡса итеп һүрәтләй. 2009 йыл башында ул биткойн-янсыҡтың беренсе версияһын сығара һәм «Биткойн» селтәрен эшләтеп ебәрә.
«P2P Foundation» сайтындағы үҙ профилендә Сатоси уға 37 йәш булыуы һәм Японияла йәшәүе тураһында яҙа. Был мәғлүмәттәр дөрөҫлөккә тап килмәй тигән фекер бар: Сатоси инглиз телендә туған телендәге кеүек яҙа, ә «Bitcoin» программа тәьминәте япон теле өсөн локалләштерелмәгән һәм япон телендә документлаштырылмаған[6]. 2010 йылдың уртаһынан Сатоси Накамото «Биткойн» проектында эшләмәй[7].
Сатоси Накамотоны эҙләп табырға тырышыусылар байтаҡ кешене шик аҫтына ала.
2013 йылдың декабрендә блогер Skye Grey, үҙе үткәргән стилометрик анализға һәм ситләтелгән дәлилдәргә нигеҙләнеп, Сатоси Накамото псевдонимы артында, моғайын, криптография һәм хоҡуҡиәт белгесе Ник Сабо[8][9][10] торалыр, тип фараз итә. Ник Сабо — Bit Gold (цифрлы алтын) цифрлы валютаһы тураһындағы хеҙмәттең авторы, ә был валюта биткойндың туранан-тура элгәре булып тора, тип һанала[11]. Финанс өлкәһендәге яҙыусы Доминик Фрисби ҙа үҙе үткәргән (ингл. Dominic Frisby) тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ситләтелгән дәлилдәр тәҡдим итә, әммә Сабоны Сатоси тип иҫбат итерлек тура дәлилдәрҙе ул да тапмай[12].
2014 йылдың 6 мартында Newsweek журналында баҫылған мәҡәләлә, япон сығышлы америкалы Дориан Сатоси Накамото биткойндың авторы булып тора, тип раҫлана[13][14]. Әммә Дориан был мәғлүмәтте кире ҡаға[15].
Журналистар Сиднейҙағы эшҡыуар Крейг Стивен Райтты Сатоси Накамото тип атай[16]. 2016 йылдың 2 майында ул үҙен ысынлап биткойндың авторымын тип иғлан итә[17][18]. Әммә ул күрһәткән дәлилдәр был авторлыҡты иҫбатларлыҡ булмай сыға[19][20][21][22]. Райт ышансылыраҡ дәлилдәр биреүҙән баш тарта һәм блогынан биткойнға ҡағылышлы бөтә яҙмаларын юйҙыра[23].
Сатоси Накамото псевдонимы артында тороусы йәки тороусылар тип тағы күп кешеләр атала, ләкин бер фараз да әлегә тиклем иҫбатлама тапҡаны юҡ.
От 2018 г. интернет твърди[24], че американският художник Винсент ван Волкър е Сатоши Накамото. За z. Например, той говори за факта[25], че е математик и криптолог, има добри контакти и с експерти, които имат познанията, довели до технологията blockhain. Самият той противоречи на това твърдение[26].