Саул улы | |
мадьярса Saul fia | |
Постер фильма | |
Жанр | |
---|---|
Режиссёр |
Ласло Немеш |
Продюсер |
Габор Райна |
Сценарий авторы |
Ласло Немеш |
Оператор |
Матьяш Эрдей |
Композитор |
Ласло Мелиш |
Кинокомпания |
Magyar Nemzeti Filmalap |
Оҙайлығы |
107 мин. |
Ил | |
Тел | |
Йыл | |
IMDb |
3808342 |
Официальный сайт | |
«Саул улы»[1][2] йәки «Шауль улы»[3] (мадьярса Saul fia) — 2015 йылғы венгр фильм-драмаһы, ундағы ваҡиғалар 1944 йылда Освенцим концлагерында бара; режиссёр Ласло Немештың беренсе тулы метражлы фильмы. Төп ролдә һәүәҫкәр актёр Геза Рёриг төшкән.
Фильмдың премьераһы 2015 йылдың 15 майында Канн кинофестивалендә була, ул унда «Гран-при» яулай[4][5]. 2016 йылдың февралендә картина сит телдәге иң яҡшы фильм номинацияһында «Оскар» премияһына лайыҡ була[6](Венгриянан тәҡдим ителә[7], ул туғыҙ картинанан торған шорт-листҡа[8], ә һуңынан биш дәғүәсе араһына инә[9]).
Фильмдағы ваҡиғалар 1944 йылдың октябрендә Освенцим концлагерында (Аушвиц-Биркенау) бара. Саул Ауслендер (Геза Рёриг) зондеркомандаға — нацистарҙың газ камераларында кешеләр үлтереү, уларҙың кәүҙәләрен һәм кейем-һалымын яндырыу кеүек эш-йомоштарын башҡара торған тотҡон йәһүдтәр төркөмөнә инә. Саул нацист табибының газ камераһында иҫән ҡалған малайҙы үлтереүенең шаһиты була һәм ул малайҙы үҙ улы тип уйлай. Ул малайҙы йәһүд доғалары менән ерләргә кәрәк тип таба һәм бының өсөн раввин табырға тырыа. Тиҙҙән зондеркоманда ағзалары нацистарҙың бөтәһен дә юҡ итергә йыйыныуы тураһында белеп ҡала. Улар ҡасырға әҙерлек башлай. Саул да ошо эшкә йәлеп ителә. Тотҡондар концлагерҙан тышҡа сығыуға өлгәшә. Саул малайҙың мәйетен тоҡҡа һалып алып сыға[10][11][12][13][14].
Мәғлүмәттәр Канн кинофестивале өсөн әҙерләнгән буклеттағыға ярашлы килтерелде[15].
«Саул улы» фильмының донъя премьераһы 2015 йылдың 15 майында Канн фестивалендә була[4].
Венгрияла ул 2015 йылдың 11 июнендә прокатҡа сыға[16].
2015 йылдың 18 декабрендә АҠШ-та сикләнгән прокаты башлана[17].
Тәнҡитселәр картинаны юғары баһалай. Rotten Tomatoes сайтында 87 тәнҡитсенең 96 проценты кинотаҫмаға ыңғай баһа бирә. Metacriticта фильм 39 рецензия нигеҙендә 89 % рейтинг ала[18]. На Metacritic фильм имеет рейтинг 89 % на основании 39 рецензий[19].
Британ кино тәнҡитсеһе Питер Брэдшоу фекеренсә, тәьҫир итеү көсө буйынса "Сауылдың улы"н Элем Климовтың «Иди и смотри» һәм Лайоша Кольтаиҙың «Без судьбы» фильмдары менән сағыштырырға мөмкин.
url=
в шаблоне {{cite web}}. Стас Тыркин. [ Сын Саула / Saul fia] . Гоголь-центр.