Саутгемптон

Саутгемптон
ингл. Southampton
Герб
Рәсем
Рәсми атамаһы Southampton
Рәсми тел инглизсә
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Бөйөк Британия[1]
Административ үҙәге Саутгемптон[d]
Административ-территориаль берәмек Саутгемптон[d]
Сәғәт бүлкәте UTC±0:00[d]
Историческое графство Гэмпшир[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Ичен[d], River Test[d] һәм Southampton Water[d]
Халыҡ һаны 271 173 кеше (2016)[2]
Туғандаш ҡала Гавр[3][4], Калининград[3], Триест[d], Калиш[d] һәм Хамптон[d]
Майҙан 51,47 км²
Почта индексы SO
Рәсми сайт southampton.gov.uk
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 52 662
Урындағы телефон коды 023
Карта
 Саутгемптон Викимилектә

Саутгемптон[5] (ингл.  Southampton; инглиз әйтелеше: i/ңaʊθˈh.æmp'təн/) — Бөйөк Британияның көньяҡ яры буйындағы ҡала һәм унитар берәмек, Англияла Хэмпшир графлығында. Те-Солент боғаҙы ярында Итчен һәм Тест йылғалары ҡушылған урында урынлашҡан. Эре диңгеҙ порты.

Халҡы — 253 651 кеше (2011 йылға ҡарата). Бөйөк Британияла иң күп халыҡлы ҡала булып тора. Халыҡ тығыҙлығы 3484 кеше/км² тәшкил итә.

Урта быуат ҡала диуары

Ҡала 43 йылдан билдәле булған боронғо рим биләмәһе clausentum урынында барлыҡҡа килә. Урта быуаттарҙа Саутгемптон Англия короллегенең мөһим порттарының береһенә әүерелә. Бынан йөн һәм тире сығаралар, ә алмашҡа Аквитаниянан шарап алып ҡайталар. Плантагенеттар өсөн Саутгемптон француз биләмәләрен Англия менән тоташтырыусы күпер була. 1447 йылда Саутгемптон графлыҡ хоҡуҡтарына эйә була.

XVII һәм XVIII быуаттарҙа Саутгемптон порты бөлгөнлөккә төшә һәм 1840 йылда Лондон менән тимер юлы бәйләнеше булдырылғас, йәнләнә. Бухтаның тәрәнлеге бында заманса карап догын урынлаштырырға мөмкинлек бирә, уға ҡеүәтле диңгеҙ караптары килеп туҡтай ала. 1912 йылдың 10 апрелендә Саутгемптондан һуңғы рейсына «Титаник» пароходы юллана. Бында шулай уҡ уның төрө «Олимпиктың» рейстары башлана. Бында уның өсөнсө төрө «Британник» килә: атап әйткәндә, Беренсе донъя һуғышының яралыларын бушатыу өсөн туҡтай.

1862 йылда Саутгемптонда Хартли Институтына нигеҙ һалына (хәҙер университет), ә 1951 йылда нефть эшкәртеү заводы һәм нефть ташыу порты төҙөлә башлай.

Саутгемптон унитар берәмеге 49 км² майҙанды биләй, көньяҡ-көнсығышта Те-Солент боғаҙы менән йыуыла, ҡалған башҡа яҡтарында Хэмпшир графлығы менән сиктәш.

Саутгемптон күренештәре

Саутгемптон унитар берәмек территорияһында 2001 йылғы мәғлүмәттәр буйынса 217 445 кеше йәшәгән, халҡының уртаса тығыҙлығы 4 363 кеше/км² тәшкил иткән (2001 йылға ҡарата)[6].

Саутгемптонда унитар берәмек советы идара итә, ул 16 округта һайланған 48 депутаттан тора. Һуңғы һайлауҙар һөҙөмтәһе буйынса советта 26 урынды консерваторҙар биләй биләй[7].

1952 йылда Хартли университет колледжы король хартияһын ала һәм Саутгемптон университеты итеп үҙгәртелә, ул әлеге ваҡытта Бөйөк Британияның иң абруйлы 20 университет төркөмөнә ингән («Рассел» төркөмө).

Саутгемптон ҡалаһында инглиз-американ Corporation Carnival & plc компанияһының, донъяла иң ҙур сәйәхәт караптары операторының штаб-фатиры урынлашҡан. Компания акциялары 'S&P 500 һәм 100 FTSE индексына инә.

Red Funne компанияһы паромы Саутгемптон ҡалаһын Уайт утрауындағы Каус һәм Ист-Каус ҡалалары менән тоташтыра[8].

Саутгемптон ҡалаһында 2016/2017 миҙгелендә Англия Премьер-Лигаһында сығыш яһап, Англия Кубогына эйә булыусы «Саутгемптон» профессиональ футбол клубы төпләнгән. «Изгеләр» (команданың ҡушаматы) үҙенең 32 мең тамашасыны һыйҙырышлы «Сент-Мэрис» стадионында дәғүәселәрен ҡабул итә.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ратуша (XX быуат).

Ҡаланың байтаҡ өлөшө Икенсе донъя һуғышынан һуң яңынан төҙөлә. Саутгемптон данлы үткәне тураһында түбәндәгеләре хәтерләтә:

  • норманд эзбизташынан эшләнгән урта быуат диуарҙары фрагменттары
  • Изге Михаил сиркәүе
  • Баргейттың төньяҡ ҡала ҡапҡалары (XII быуат),
  • король Джон йорто (XII быуат) — боронғо инглиз граждан архитектураһы өлгөләренең береһе

Ҡала менән бәйле кешеләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бенни Хилл — комик актёр һәм режиссёр (Саутгемптон ҡалаһында тыуған).
  1. archINFORM (нем.) — 1994.
  2. https://web.archive.org/web/20190709042006/http://www.citypopulation.de/UK-Cities.html
  3. 3,0 3,1 http://www.hiow.gov.uk/moreinfo/twin.htm
  4. https://www.lehavre.fr/ma-ville/un-reseau-vivant-de-villes-partenaires
  5. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 324.
  6. Рәсми күрһәткестәр халыҡтың тығыҙлығы 2016 йыл 11 октябрь архивланған.
  7. Ҡала советы депутаттары
  8. Isle of Wight Ferry Routes. Red Funnel. Дата обращения: 23 ғинуар 2015.