Википедияла
Сафин фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.
Тимур Сафин Шәхси мәғлүмәт Енесе
ир-ат
Тулы исеме
Тимур Марсель улы Сафин
Гражданлығы
Рәсәй Федерацияһы
Специализация
рапирала фехтование
Клуб
(Өфө )
Тыуған датаһы
4 август 1992 ({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}} ) (32 йәш)
Тыуған ере
Ташкент , Үзбәкстан
Спорт карьераһы
2001 — хәҙерге ваҡыт
Рабочая сторона
уң ҡул
Тренеры
Л. Р. Грушина , Р. Р. Нәсибуллин
Буйы
182
Ауырлығы
82
Бүләктәре һәм миҙалдары
Фехтование (ир-егеттәр)
Олимпия уйындары
Алтын
Рио-де-Жанейро 2016
командалы рапира
Бронза
Рио-де-Жанейро 2016
рапира
Донъя чемпионаттары
Бронза
Ҡазан 2014
рапира
Европа уйындары
Бронза
Баҡы 2015
командалы рапира
Европа чемпионаттары
Бронза
Страсбург 2014
командалы рапира
Алтын
Торунь 2016
рапира
Алтын
Торунь 2016
командалы рапира
Дәүләт һәм ведомстволы бүләктәр
[[commons:Category: Timur Safin Викимилектә |Аудио, фото, видео]] на Викискладе
Сафин Тимур Марсель улы (4 август 1992 йыл ) — рапирала фехтовальщик , ике тапҡыр Европа чемпионы. Европа уйындары, донъя һәм Европа чемпионаттары приздарын алыусы. Командалы рапира ярыштарында Олимпия чемпионы (2016), рапирала шәхси ярыштарҙа XXXI йәйге Олимпия уйындарының бронза миҙалын яулаусы. Фехтование буйынса Рәсәй спорт мастеры (2007), халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2012)[ 1] .
Тимур Марсель улы Сафин 1992 йылдың 4 авгусында Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта тыуған[ 1] . Һуңыраҡ ғаиләһе менән Рәсәйгә күсә.
2001 йылдан фехтование менән шөғөлләнә. 2008 йылдан — үҫмерҙәр, 2012 йылдан милли Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы[ 1] .
Өфө ҡалаһының Фехтование буйынса 19-сы балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус мәктәбе (тәүге тренер — Арыҫланов Фәрит Йәүҙәт улы, В. В. Нәғимов[ 2] ), 5-се спорт йүнәлешендәге республика мәктәп-интернаты (тренерҙары — Грушина Лира Рим ҡыҙы, Нәсибуллин Руслан Рафиҡ улы|) тәрбиәләнеүсеһе[ 1] .
2010 йылдан Башҡортостан физик культура институтында белем ала[ 1] .
Карьераһында иң яҡшы һөҙөмтәләре[ 2]
Олимпия уйындары 2016 — 1-се урын (командалы), 3-сө урын (шәхси)
Донъя чемпионаты 2014 — 3-сө урын (шәхси)
Донъя кубогы этабы 2016 (Сан-Хосе) — 1-се урын (шәхси)
Европа чемпионаты 2016 — 1-се урын (шәхси һәм командалы)
Үҫмерҙәр араһында донъя беренселеге 2012 — 1-се урын (шәхси), 2-се урын (командалы)
Үҫмерҙәр араһында Европа беренселеге 2012 — 2-се урын (командалы)
Европа чемпионаты 2013 ( ) — 1-се урын (шәхси һәм командалы)
Рәсәй чемпионаты 2014, 2015 — 1-се урын (шәхси)
Иң көслөләр турниры — 1-се урын (шәхси)
Башҡа ҡаҙаныштары
Шәхси иҫәптә
үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселеге 2006 — 3-сө урын;
юниорҙар араһында Рәсәй беренселеге 2012 — 1-се урын;
юниорҙар араһында Рәсәй беренселеге 2010, 2011 — 3-сө урын;
йәштәр араһында Рәсәй беренселеге 2011 — 3-сө урын;
ир-егеттәр араһында Рәсәй чемпионаты 2011 — 3-сө урын.
Командалы иҫәптә
үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселеге 2009 — 1-се урын;
юниорҙар араһында Рәсәй беренселеге 2010, 2012 — 1-се урын;
юниорҙар араһында Рәсәй беренселеге 2009, 2011 — 3-сө урын;
үҫмерҙәр араһында Европа беренселеге 2011 — 2-се урын;
йәштәр араһында Рәсәй беренселеге 2011 — 1-се урын;
йәштәр араһында Рәсәй беренселеге 2010 — 2-се урын;
Рәсәй кубогы 2010 — 1-се урын;
Рәсәй кубогы 2012 — 2-се урын;
ир-егеттәр араһында Рәсәй чемпионаты 2012 — 2-се урын.