Сахалин | |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Южно-Сахалинск |
Административ-территориаль берәмек | Сахалин өлкәһе, Карафуто[d] һәм Южно-Сахалинская область[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+11:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Япон диңгеҙе һәм Северный Тихий океан[d] |
Халыҡ һаны | 673 100 кеше |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1609 метр |
Оҙонлоҡ | 950 km |
Киңлек | 160 km |
Майҙан | 72 492 км² |
Сахалин Викимилектә |
Сахали́н (элек Карафуто (япон. 樺太 )) — Азияның көнсығыш ярҙары эргәһендәге утрау. Сахалин өлкәһе составына инә. Рәсәйҙең ғәйәт ҙур утрауы. Ярҙарын Охот һәм Япон диңгеҙҙәре йыуа. Азия ҡитғаһынан Татар боғаҙы (иң тар өлөшөндә — Невель боғаҙында — киңлеге 7,3 км һәм ҡышын туңа); япондарҙың Хоккайдо утрауынан — Лаперуза боғаҙы менән айырыла.
«Сахалин» атамаһы Амур йылғаһының маньчжур телендәге атамаһы "Сахалян-Уллы"нан килеп сыҡҡан — тәржемәлә был һүҙ «Ҡара йылға ҡаялары» тигәнде аңлата. Картаға яҙылған был атаманы, хаталанып, Сахалинға беркетәләр, һәм карталарҙың артабанғы баҫмаларында утрау атамаһы булараҡ ҡулланыла башлай.[1][2]
Утрауҙың японса исеме — Карафуто — айн телендәге «камуй-кара-путо-я-мосир» һүҙбәйләнешенә тап килә һәм тәржемәлә «йылға тамағы аллаһы ере» тигәнде аңлата. Хәҙерге Японияла Сахарин (япон. サハリン ) исеме йышыраҡ ҡулланыла.
1805 йылда Рәсәйҙең Иван Федорович Крузенштерн командалығындағы «Өмөт» судноһы Сахалин ярҙарының ҙур өлөшөн тикшерә, ләкин ул Сахалинды урап сыға алмай, шуға Сахалиндың утрау йәки ярымутрау булыуы тураһындағы һорауға яуап табылмай ҡала. 1808 йылда Дэндзюро Мацуда һәм Риндзо Мамия етәкселегендәге япон экспедицияһы Сахалиндың утрау булыуын иҫбатлай. Оҙаҡ ваҡыт төрлө карталарҙа Сахалин утрау йәки ярымутрау тип билдәләнә. 1849 йылда ғына Г. И. Невельский етәкселегендәге экспедиция, «Байкал» хәрби-транспорт карабында Сахалин һәм ҡитға араһынан үтеп, был мәсьәләгә һуңғы нөктәне ҡуя. Һуңынан был боғаҙ Невельский хөрмәтенә уның исеме менән атала[3].
Утрау меридиан буйынса көньяҡта Крильон морононан төньяҡта Елизавета моронона тиклем һуҙыла. Оҙонлоғо — 948 км, киңлеге —26 километрҙан (Поясок муйыны) 160 километрға тиклем (Лесогорский ауылы киңлегендә), майҙаны — 76,6 мең км².
Утрау рельефы уртаса бейеклектәге тауҙарҙан, убалар һәм уйһыу тигеҙлектәрҙән тора. Утрауҙың көньяҡ һәм үҙәк өлөшөнә тау рельефы хас, һәм ике тау системаһы — Көнбайыш Сахалин (бейеклеге 1327 метрға етә — Онор тауы) һәм Көнсығыш Сахалин (бейеклеге 1609 метрға етә — Лопатин тауы) Тымь-Поронайский уйһыулығы менән бүленгән. Утрауҙың төньяғы (Шмидт ярымутрауынан башҡа) һөҙәк убалы тигеҙлектән ғибәрәт.
Утрау ярҙары телгеләнмәгән тип әйтерлек; эре ҡултыҡтар — Анива менән Терпения (көньяҡҡа табан киң итеп асылған) ярашлы рәүештә утрауҙың көньяғында һәм үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Яр һыҙатында ике эре ҡултыҡ һәм дүрт ярымутрау бар.
Сахалин рельефы түбәндәге 11 районға бүленә:
Сахалин климаты — уртаса муссон климатына тап килә (ғинуарҙа уртаса температура — көньяҡта — 6° С-ҡа тиклем, төньяҡта — 24° С , августа — ярашлы рәүештә +19° С һәм +10°С), ҡарлы һыуыҡ ҡыш һәм уртаса йылы йәй.
Климатҡа түбәндәге факторҙар йоғонто яһай:
Сахалиндың эре йылғалары:
Йылға | Административ район) | Ҡайҙа ҡоя | Оҙонлоғо, км | Майҙаны, км² | Уртаса йыллыҡ һыу тотоноу, м³/с |
---|---|---|---|---|---|
Поронай | Тымовский, Смирныховский, Поронайский | Охот диңгеҙенең Терпения ҡултығы | 350 | 7990 | 120[4] |
Тымь | Тымовский, Ногликский | Охот диңгеҙенең Ныйский ҡултығы | 330 | 7850 | 89[5] |
Найба | Долинский | Охот диңгеҙе | 119 | 1660 | |
Лютога | Холмский, Анивский | Охот диңгеҙенең Анива ҡултығы | 130 | 1530 | |
Вал | Ногликский | Чайво ҡултығы Охот диңгеҙенең | 112 | 1440 | |
Айнская | Томаринский | Айна күле | 79 | 1330 | |
Ныш | Ногликский | Тымь йылғаһы (һул ҡушылдыҡ) | 116 | 1260 | |
Углегорка (Эсутору) | Углегорский | Япон диңгеҙенең (Татар боғаҙы) | 102 | 1250 | |
Лангери (Лангры) | Охинский | Охот диңгеҙенең Амур лиманы | 130 | 1190 | |
Большая | Охинский | Охот диңгеҙенең Сахалин ҡултығы | 97 | 1160 | |
Рукутама (Витница) | Поронайский | оз. Невское | 120 | 1100 | |
Оленья | Поронайский | Охот диңгеҙенең Терпения ҡултығы | 85 | 1080 | |
Лесогорка (Таймыр) | Углегорский | Япон диңгеҙенең (Татар боғаҙы) | 72 | 1020 | |
Набиль | Ногликский | Охот диңгеҙенең Набильский ҡултығы | 101 | 1010 | |
Кесе Тымь | Тымовский | Тымь йылғаһы (һул ҡушылдыҡ) | 66 | 917 | |
Леонидовка | Поронайский | Поронай йылғаһы (уң ҡушылдыҡ) | 95 | 850 | |
Сусуя | Южно-Сахалинск, Анивский | Охот диңгеҙенең Анива ҡултығы | 83 | 823 |
Сахалинда 16 120 күл бар, уларҙың дөйөм майҙаны 1000 км² тирәһе. Күберәген төньяҡта һәм көньяҡ- көнсығышта урынлашҡандар. Сахалинда ике ҙур күл бар: Невский күле, майҙаны 178 км² (Поронай районы, Поронай йылғаһы тамағына яҡын урынлашҡан) һәм Тунайча (174 км²) (Корсаков районы, Муравьёв уйһыулығының төньяғында); ике күл дә лагуна тибына ҡарай[6].
Сахалиндың тәбиғи ресурстар потенциалы бик юғары. Сахалин биологик ресурстар запасы буйынса Рәсәйҙә беренсе урындарҙың береһен биләй, бынан тыш углеводородтар һәм күмер запастары ғәйәт ҙур. Сахалин өлкәһе тикшерелгән газ конденсаты запастары күләме буйынса Рәсәйҙә 4-се, газ — 7, күмер — 12-е (н илл.) һәм нефть — 13-сө урында тора. Шул уҡ ваҡытта файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар запасы Сахалинда һәм уның шельфтарында урынлашҡан. Башҡа тәбиғи ресурстар араһында — ағас, алтын, терегөмөш, ағалтын, германий, хром, талка, цеолит бар.
Флора менән фауна ҡитға райондары һәм яҡындағы Хоккайдо утрауы менән сағыштырған ярлыраҡ.
Сахалиндың флористика тарихын өйрәнеүҙе 1859 йылда Федор Богданович Шмидт башлай.[7]
Утрауҙа 44 төргә ҡараған һөтимәрҙәр тереклек итә, шуларҙың иң билдәлеләре — айыу, кеш, ҡама, америка шәшкеһе, төньяҡ боланы, росомаха, кабарга, бында айырым төрсәләргә индерелгән янутҡа оҡшаш урман эте, сивуч һәм башҡа йәнлектәр бар. Сахалин териофаунаһының яртыһы тип әйтерлек — кимереүселәр.
Сахалинда ҡоштарҙың 378 төрө теркәлгән; шуларҙың 201-е (53,1 %) утрауҙа оя ҡора. Утрауҙың көньяҡ өлөшөндә 352 төр, үҙәк өлөшөндә 320, төньяғында 282 төр ҡош булыуы теркәлгән. Оя ҡорған ҡоштарҙың 88 төрө турғай һымаҡтар класына ҡарай; бынан тыш авифаунала сәпсәү һымаҡтар класына ҡарағандарҙың өлөшө ҙур ғына (оя ҡорғандарҙы 33 төрө), ҡаҙ һымаҡтар (22 төрө), ябалаҡ һымаҡтар һәм көндөҙгө йыртҡыс ҡоштар (11-әр төрө).
Сахалин — Рәсәйҙкң халыҡ һаны буйынса иң ҙур утрауы. 2010 йылдың 1 ғинуарына Сахалинда һәм Курил утрауҙарында халыҡ һаны 510,9 мең кешегә еткән[8], Сахалин утрауында халыҡ һаны 493 мең кеше тәшкил итә.
Район | Бөтәһе
население |
%% халыҡтың дөйөм һанынан | Ҡала халҡы | Ауыл халҡы |
---|---|---|---|---|
Южно-Сахалинск ҡала округы | 200 739 | 42,87 | 193 669 | 7070 |
Александровск-Сахалинск ҡала округы | 11 523 | 2,46 | 9697 | 1826 |
Анива ҡала округы | 18 872 | 4,03 | 9396 | 9476 |
городской округ Долинский ҡала округы | 24 434 | 5,22 | 11 751 | 12 583 |
Корсаков ҡала округы | 40 183 | 8,58 | 33 056 | 7127 |
Макаровский ҡала округы | 8257 | 1,76 | 6753 | 1504 |
Невельский ҡала округы | 15 751 | 3,36 | 10 589 | 5162 |
Ногликск ҡала округы | 11 327 | 2,42 | 9915 | 1412 |
Охинск ҡала округы | 23 169 | 4,95 | 21 081 | 2088 |
Поронай ҡала округы | 21 950 | 4,69 | 17 066 | 4884 |
городской округ Смирныховский ҡала округы | 12 097 | 2,58 | 7292 | 4805 |
Томаринский ҡала округы | 8172 | 1,75 | 3858 | 4314 |
городской округ Тымь ҡала округы | 14 702 | 3,14 | 7424 | 7278 |
Холмск ҡала округы | 38 371 | 8,20 | 28 521 | 9850 |
Углегор муниципаль районы | 18 677 | 3,99 | 16 109 | 2568 |
Сахалин утрауы халҡы тотош алғанда: | 468 224 | 100,00 | 386 177 | 81 947 |
Сахалин утрауы менән Баш идаралыҡ аша Приамурский генерал-губернаторы идара итә; урындарҙа — хәрби губернатор; 1894 йылдың 30 майына тиклем һуңғы губернатор утрау начальнигы вазифаһында эшләй.
Ф. И. О. | Титулы, чины, званиеһы | Вазифала эшләгән ваҡыты |
---|---|---|
Гинце Андрей Иванович | генерал-майор | |
Кононович Владимир Иосифович | генерал-майор | |
Мерказин Владимир Дмитриевич | генерал-майор |
Ф. И. О. | Титулы, чины, званиеһы | Вазифала эшләгән ваҡыты |
---|---|---|
Мерказин Владимир Дмитриевич | генерал-майор | |
Ляпунов Михаил Николаевич | генерал-лейтенант |
Ф. И. О. | Титулы, чины, званиеһы | Вазифала эшләгән ваҡыты |
---|---|---|
Бунге Фридрих Фридрихович | надворный советник |
Фәнни-популяр
География
Флора һәм фауна
Тарих
Нәфис әҙәбиәт