Андрей Дмитриевич Сахаров (21 май 1921, Мәскәү — 14 декабрь 1989, Мәскәү) — совет физик-теоретигы, СССР Фәндәр академияһы академигы, тәүге совет водород бомбаһын эшләүселәрҙең береһе. Йәмәғәт эшмәкәре, диссидент һәм хоҡуҡ яҡлаусы; СССР халыҡ депутаты, Европа һәм Азия Совет Республикалары Союзы конституцияһы проекты авторы, 1975 йыл өсөн Нобель премияһы лауреаты.
Афғанстанға совет ғәскәрҙәрен индереүҙе ғәйепләгәндән һуң барлыҡ совнт наградаларынан һәм премияларынан мәхрүм ителә, 1980 йылда ҡатына Елена Боннэр менән Мәскәүҙән ҡыуыла. 1986 йылдың аҙағында КПСС Үҙәк Комитеты генераль секретары М. С. Горбачев уларға һөргөндән Мәскәүгә ҡайтырға рөхсәт итә. Был донъяла СССР-ҙа исенме төрлө фекер йөрөтөү менән көрәште туҡтатыуҙың мөһим мәле тип баһалана.
Тышҡы медиафайлдар |
---|
Атаһы, Дмитрий Иванович Сахаров — физика уҡытыусыһы, билдәле күнегеүҙәр тупланмаһы авторы — урыҫ[11], әсәһе Екатерина Алексеевна Сахарова (ҡыҙ фамилияһы — Софиано) — грек сығышлы хәрбиҙәр тоҡомонан булған Алексей Семенович Софианоның ҡыҙы — хужабикә. Әсәһе яғынан өләсәһе Зинаида Евграфовна Софиано — Белгород дворяндары Мухановтар тоҡомонан.
Рухи атаһы (крестный) — билдәле музыкант Александр Борисович Гольденвейзер.
Иртә бала сағы һәм йәшлеге Мәскәүҙә үтә. Башланғыс белемде Сахаров өйҙә ала. Мәктәпкә етенсе синыфҡа бара.
1938 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Сахаров Мәскәү дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инә.
Һуғыш башланғас, 1941 йылдың йәйендә хәрби академияға уҡырға инеп ҡарай, әммә сәләмәтлек торошо буйынса ҡабул ителмәй. 1942 йылда Ашхабадҡа эвакуацияланған МДУ-ны отличие менән тамамлай[12].
Сергей Васильевич Вонсовский рассказал, со слов И. Е. Тамма, как Тамм и Леонтович принимали у студента Сахарова экзамен по теории относительности — и поставили ему тройку. Потом, чуть ли не ночью после экзамена, Тамм позвонил Леонтовичу и сказал что-то вроде: «Слушай, так ведь этот студент всё правильно говорил?! Это мы с тобой ничего не поняли — это нам надо тройки ставить! Надо с ним ещё поговорить». Так Сахаров стал учеником Тамма.[13] М. И. Кацнельсон
|
Икенсе сығанаҡ буйынса[14] имтихан тапшырыу аспирантурала И. Е. Тамм менән бергә уҡығанда була. Имтиханды С. М. Рытов һәм Е. Л. Фейнберг ҡабул итә, Сахаров бары тик «дүртле» ала.
1942 йылда Ҡоралланыу халыҡ комиссариаты ҡарамағына йүнәлтелә, унан Ульяновск патрондар эшләү заводына ебәрелә. Шул уҡ йылда броняны тишеүсе сердечниктарҙы тикшереү ҡоралын уйлап таба һәм башҡа тәҡдимдәр индерә.
1944 йылдың аҙағында ФИАН аспирантураһына уҡырға инә (ғилми етәксеһе — И.Е. Тамм). Вафатына тиклем Лебедев исемендәге ФИАН хеҙмәткәре булып ҡала.
1947 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Академик Тамм үтенесе буйынса МЭИ-ға ҡабул ителәҡабул ителгән МЭИ[15].
1948 йылда махсус төркөмгә индерелә һәм 1968 йылға тиклем термоядро ҡоралын эшләү өлкәһендә хеҙмәт итә, «Сахаров слойкаһы» тип аталған схема буйынса беренсе совет водород бомбаһын проектлауҙат һәм эшләүҙә ҡатнаша. Бер үк ваҡытта Сахаров Тамм менән бергә 1950—1951 йылдарҙа идара ителеүсе термоядро реакцияһы буйынса тикшеренеүҙәр уҙғара. Мәскәү энергетика институтында ядро физикаһы, сағыштырмалыҡ теорияһы һәм электричество буйынса курстар уҡый. Физика-математика фәндәре докторы (1953 йыл). Шул уҡ йылда 32 йәшендә СССР Фәндәр академияһы академигы итеп һайлана һәм йәше буйынса С. Л. Соболевтан ҡала, икенсе йәш академик була[16]. Уға рекомендацияны академик И. В. Курчатов һәм СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Ю. Б. Харитон һәм Я. Б. Зельдович яҙа[17][18]. В. Л. Гинзбург фекеренсә, Сахаровтың мөхбир ағзаһы баҫҡысын аша атлап шунда уҡ академик булып китеүендә милләте лә ниндәйҙер роль уйнай[19]:
|
|
1955 йылда академик Т. Д. Лысенконың эшмәкәрлегенә ҡаршы төҙөлгән "Өс йөҙҙөң хаты"на ҡул ҡуя.
Валентин Фалин фекеренсә, Сахаров, ҡоралланыу ярышын туҡтатырға тырышып, Американың диңгеҙ яры буйына ҡеүәтле ядро боеголовкаларын урынлаштырыу проектын тәҡдим итә.
Сахаровтың иҫәпләүҙәре буйынса, бындай бомба шартлау һөҙөмтәһендә яр буйындағы бөтөн нәмәне юҡҡа сығарырлыҡ гигант тулҡыны-цунами барлыҡҡа киләсәк[21].
Все люди имеют право на жизнь, свободу и счастье. А. Д. Сахаров. Конституция (Проект). Ст. 5.
|
1950 йылдар аҙағында ядро ҡоралын һынауҙы туҡтатыу өсөн әүҙем сығыш яһай. Өс мөхиттә һынауҙарҙы тыйыу тураһындағы Мәскәү килешеүен төҙөүгә өлөш индерә. Ядро ҡоралын һынау һөҙөмтәһендә буласаҡ ҡорбандарҙың үҙен аҡлауын мәсьәләһенә, ғөмүмән, киләсәк хаҡына кешеләрҙе ҡорбан итеүгә мөнәсәбәтен Д. Сахаров түбәндәгесә белдерә:
…Павлов [генерал госбезопасности] как-то сказал мне: — Сейчас в мире идёт борьба не на жизнь, а на смерть между силами империализма и коммунизма. От исхода этой борьбы зависит будущее человечества, судьба, счастье десятков миллиардов людей на протяжении столетий. Чтобы победить в этой борьбе, мы должны быть сильными. Если наша работа, наши испытания прибавляют силы в этой борьбе, а это в высшей степени так, то никакие жертвы испытаний, никакие жертвы вообще не могут иметь тут значения. Была ли это безумная демагогия или Павлов был искренен? Мне кажется, что был элемент и демагогии, и искренности. Важней другое. Я убеждён, что такая арифметика неправомерна принципиально. Мы слишком мало знаем о законах истории, будущее непредсказуемо, а мы — не боги. Мы, каждый из нас, в каждом деле, и в „малом“, и в „большом“, должны исходить из конкретных нравственных критериев, а не абстрактной арифметики истории. Нравственные же критерии категорически диктуют нам — не убий![22]. |
1960 йылдар аҙағында СССР-ҙа хоҡуҡ һаҡлау хәрәкәте лидерҙарының береһе була. Шул ваҡыттан алып КГБ күҙәтеүе аҫтында тора, тентеүҙәргә, матбуғат биттәрендә кәмһетеүҙәргә дусар ителә.
1966 йылда КПСС Үҙәк Комитетының генераль секретары Л. И. Брежневҡа егерме биш мәҙәниәт һәм фән эшмәкәренең Сталинды аҡлауға ҡаршы яҙған хатҡа ҡул ҡуя[23].
1968 йылда «Размышления о прогрессе, мирном сосуществовании и интеллектуальной свободе» брошюраһын яҙа[24], ул күп кенә илдәрҙә баҫылып сыға. Йәйгеһен брошюра "The New York Times"та баҫылып сыҡҡас, уны Арзамас-16 йәшерен объектында эшләүҙән ситләтәләр. 1968 йылдың 26 авгусында, совет ғәскәрҙәре Чехословакияға индерелгәндән һуң биш көн үткәс, Сахаров Александр Исаевич Солженицын менән таныша: академик Евгений Фейнбергтың фатирында йәшкерен осрашып, улар үҙнәшерҙә киң таралған үрҙә атап үтелгән брошюра һәм Ҡыҙыл майҙанда үткән демонстрация тураһында фекер алыша[25].
Шул уҡ ваҡытта New York Times-та баҫыла башлай (Сахаровтың материалдары башҡа баҫмаларҙа ла сыға), мәҡәләләрендә АҠШ менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырырға саҡыра, "Сталин терроры"н, СССР-ҙың Чехословакияға баҫып инеүен, икенсе төрлө фекер йөрөтөүселәргә ҡарата сәйәси репрессияларҙы, совет режимына лояль ҡарашлы интеллигенцияны һ.б. ғәйепләй[26]
1970 йылда "Мәскәү Кеше хоҡуҡтары комитеты"н ойоштороусыларҙың береһе була (Андрей Твердохлебов һәм Валерий Чалидзе менән бергә).
1971 йылда совет хөкүмәтенә «Памятная записка»[27] менән мөрәжәғәт итә.
1960 йылдарҙа — 1970 йылдар башында диссидентлыҡта ғәйепләнеүселәр процестарына йөрөй. Шундай бер сәфәре ваҡытында 1970 йылда Калугала (Б. Вайль— Р. Пименов процессы) Елена Боннэр менән таныша һәм 1972 йылда уға өйләнә. Сахаров һуңыраҡ үҙенең көндәлегендә былай тип яҙа: «Люся миңә (академикка) күп фекерҙәр әйтте, унһыҙ мин күп нәмәне аңламаҫ һәм эшләмәҫ инем. Ул яҡшы ойоштороусы, минең мейе үҙәгем».
1970—1980 йылдарҙа совет матбуғатында А. Д. Сахаровҡа ҡаршы (1973, 1975, 1980, 1983) кампаниялар уҙғарыла[28].
1973 йылдың 29 авгусында «Правда» гәзитендә СССР Фәндәр академияһы ағзаларының Сахаровтың эшмәкәрлеген ғәйепләгән хаты баҫыла («Письмо 40 академиков» 2012 йыл 23 октябрь архивланған.). 31 августа шул уҡ гәзиттә Сахаров һәм Солженицынды ғәйепләгән «Яҙыусылар хаты» донъя күрә.
1973 йылдың сентябрендә СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы И. Р. Шафаревич А. Д. Сахаровты яҡлап «асыҡ хат» яҙа.
1974 йылда Сахаров матбуғат конференцияһы йыя һәм СССР-ҙа сәйәси тотҡондар көнө үтеүе хаҡында белдерә.
1975 йылда «Ил һәм донъя тураһында» китабын яҙа. Шул уҡ йылда Сахаровҡа Нобель Тыныслыҡ премияһы бирелә. Совет гәзиттәрендә фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең А. Сахаровтың сәйәси эшмәкәрлеген ғәйепләүсе коллектив хаттары баҫыла.
1977 йылдың сентябрендә үлем язаһы проблемаһы буйынса ойоштороу комитетына хат менән мөрәжәғәт итә, унда бөтә СССР-ҙа һәм бөтөн донъяла уны бөтөрөү өсөн сығыш яһай.
1979 йылдың декабрендә һәм 1980 йылдың ғинуарында Афғанстанға совет ғәскәрҙәрен индереүгә ҡаршы мөрәжәғәттәр менән сығыш яһай, улар көнбайыш гәзиттәренең передовицаһында баҫыла[29].
1980 йылдың 22 ғинуарында эшкә барышлай ҡулға алына, һуңынан ҡатыны Елена Боннэр менән бергә судһыҙ Горькийға — ул ваҡытта сит ил граждандары өсөн ябыҡ ҡалаға һөргөнгә ебәрелә[30][31]. Сахаров быны үҙенең Афғанстанға совет ғәскәрҙәрен индереүгә ҡаршы булыуына бәйләй[32]. Бынан алдараҡ, 1980 йылдың 8 ғинуарында, СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән өс тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменән, барлыҡ дәүләт наградаларынан[33]; шулай уҡ СССР Министрҙар Советы ҡарары менән Сталин (1953) һәм Ленин (1956) премиялары лауреаты исеменән мәхрүм ителә (СССР Фәндәр академияһының ағзаһы булып ҡала. Сахаровты академик исеменән мәхрүм итеүгә ҡаршы булып академик Капица, СССР Фәндәр академияһы президенты Кельдышҡа шәхси әңгәмәлә: «1933 йылда Гитлер Эйнштейнды Пруссия фәндәр академияһынан сығара…», — ти[34].
Сахаров Горький ҡалаһында өс оҙайлы аслыҡ иғлан итә. 1981 йылда ул Елена Боннэр менән бергә Лиза Алексееваның (Сахаровтарҙың килене) ире эргәһенә сит илгә сығыу хоҡуғы өсөн ун ете көнлөк аслыҡ үткәрә.
Ҙур совет энциклопедияһында (1975 йылда баҫылып сыға) һәм 1986 йылдарға тиклем сыҡҡан энциклопедик белешмәләрҙә Сахаров тураһындағы мәҡәлә «һуңғы йылдарҙа ғилми эшмәкәрлектситләшә» тигән фраза менән тамамлана.
1983 йылдың июлендә дүрт академик (Прохоров, Скрябин, Тихонов, Дородницын) «Правда» гәзитендә «Намыҫ һәм выжданды юғалтҡанда»[35] тип аталған хат баҫтыра, унда Көнбайышта донъя күргән «Опасность термоядерной войны»[36][37] мәҡәләһен баҫтырған өсөн Сахаровты тәнҡитләйҙәр.
Икенсе тапҡыр 1984 йылдың майында Е. Боннэрҙы енәйәти эҙәрлекләүҙәргә протест белдереп аслыҡ иғлан итә (26 көн). 1985 йылдың апрель — октябрендә Е. Боннэрҙың йөрәгенә операция эшләтергә сит илгә сығыу хоҡуғы өсөн өсөнсө (178 көн) аслыҡ иғлан итә. Был ваҡыт эсендә Сахаровты күп тапҡыр дауаханаға һалалар (беренсе тапҡыр — ихтыярынан тыш, аслыҡ иғлан итеүенең алтынсы көнөнә; аслыҡты туҡтатыуы тураһында белдереүенән һуң (11 июль) уны дауахананан сығаралар; ҡабат асығыуын дауам итә башлағас (25 июлдә), ике көндән ҡабат үҙ ихтыярынан тыш дауаханаға урынлаштыралар) һәм көсләп ашаталар (ашатырға тырышалар, ҡайһы берҙә быға өлгәшәләр)[38].
Сахаров Горькийҙа һөргөндә булған ваҡытта донъяның күп илдәрендә уны яҡлап кампаниялар ойошторола. Мәҫәлән, Аҡ йорттан биш минутлыҡ юлда, Вашингтонда совет илселеге урынлашҡан майҙан (хәҙерге Рәсәй илсеһе резиденцияһы)[39] Сахаров майҙаны тип үҙгәртелә. Донъяның барлыҡ баш ҡалаларында 1975 йылдан башлап даими рәүештә «Сахаров тыңлауҙары» уҙғарыла.
1986 йыл һуңында — ете йыл тиерлек һөргөндә булғандан һуң — илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, азат ителә. 1986 йылдың 22 октябрендә Сахаров үҙен депортациялауҙы һәм ҡатынын һөргөнгә ебәреүҙе туҡтатыуҙы һорай (быға тиклем М. С. Горбачевҡа, «айырым осраҡтарҙан тыш»[38], әгәр ҡатынының йөрәген дауалау рөхсәт ителһә, йәмәғәт сығыштарын туҡтатып, фәнни эшмәкәрлеккә генә иғтибар йүнәлтергә вәғәҙә итеп мөрәжәғәт иткән була), үҙенең йәмәғәт эшмәкәрлеген туҡтатыуын вәғәҙәләй (шул уҡ иҫкәрмә менән). 15 декабрҙә көтмәгәндә уның фатирына телефон үткәрелә (һөргөн ваҡытында фатирында телефон булмай), сығыр алдынан КГБ хеҙмәткәре: «Иртәгә һеҙгә шылтыратырҙар», — ти. Икенсе көндө (16 декабрь), ысынлап та, М. С. Горбачев шылтырата һәм Сахаров менән Боннэрға Мәскәүгә ҡайтырға рөхсәт итә[40].
Аркадий Вольский әйтеүенсә, Сахаровты Андропов ҡайтарырға теләгән була: «Юрий Владимирович Сахаровты Горькийҙан сығарырға әҙер, әммә ул үҙе ғариза яҙһа һәм был хаҡта һораһа ғына… Әммә Сахаров ҡырҡа баш тарта: „Юҡҡа ғына Андропов мин унан нимәлер һорар тип өмөтләнә. Үкенеү юҡ“. Һуңынан, Горбачёв Үҙәк комитеттың генераль секретары булғас, ул үҙе шәхсән Сахаровҡа шылтырата…»[41]. Академик Исаак Халатников үҙенең хәтирәләрендә Сахаров тураһында хәстәрлек күргән Анатолий Петрович Александровҡа Андропов, был һөргөн уның өсөн иң «йомшаҡ» яза булыуын, сөнки Политбюроның башҡа ағзалары ҡаты сарала күреүҙе талап итеүен белдерә.
1986 йылдың 23 декабрендә Боннеэр менән Мәскәүгә ҡайта һәм Лебедев исемендәге Физика институтында баш ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшен дауам итә.
1988 йылдың ноябрь-декабрендә Сахаров беренсе тапҡыр сит илгә сыға. Унда ул АҠШ президенттары Р. Рейган һәм Дж. Буш, Франция президенты — Ф. Миттеран, Бөйөк Британияның премьер-министры М. Тэтчер менән осраша.
1989 йылда СССР Фәндәр академияһынан СССР халыҡ депутаты итеп һайлана[42], шул уҡ йылдың май — июнендә Кремлдең Съездар һарайында СССР Халыҡ депутаттарының Беренсе съезында ҡатнаша.
1989 йылдың ноябрендә «яңы конституция проектын» тәҡдим итә. Уның нигеҙендә шәхестең һәм барлыҡ халыҡтарҙың дәүләтселеккә хоҡуғын яҡлау ята. Тере сағында берҙән-бер мәҡәләһе — «Комсомольская правда» (Вильнюс) 12 декабрь, 1989 йыл.
1989 йылдың 14 декабрендә, сәғәт өстә А. Д. Сахаров Кремлдә Төбәк-ара депутаттар төркөмө йыйылышында (СССР Халыҡ депутаттарының II съезы) һуңғы тапҡыр сығыш яһай.
Андрей Дмитриевич Сахаров кисәһе 1989 йылдың 14 декабрендә, 69-сы йәшендә Чкалов урамындағы үҙ фатирында ҡапыл йөрәге туҡтауҙан[43] вафат була. Сахаровты шәхсән белгән Анатолий Собчак һәм Сергей Григорьянц, уны үлтергәндр, тип раҫлай[44][45].
Мәскәүҙең Востряков зыяратында ерләнгән[46].