Саюдис

Саюдис
лит. Sąjūdis
Нигеҙләү датаһы 1988
Логотип
Етәксе Витаутас Ландсбергис[d]
Дәүләт  Литва
Сәйәси идеология Милләтселек
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Вильнюс, Литва
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1993
Рәсми сайт lietsajudis.lt
 Саюдис Викимилектә
Саюдис логотипы

Саюдис (лит. Sąjūdis, «Хәрәкәт») — Литва ижтимағи-сәйәси ойошмаһы. 19881990 йылдарҙа Литва ССР-ының СССР составынан сығыу процесын (бүленеп сығыуын) етәкләй.

Тәүге исеме — «Литва үҙгәртеп ҡороу хәрәкәте» (лит. Lietuvos Persitvarkymo Sąjūdis), һуңынан — Литва хәрәкәте (лит. Lietuvos Sąjūdis).

Гедимин проспектындағы Литва фәндәр академияһы бинаһында мемориаль таблицаһы. Был бинала 1988 йылдың 3 июнендә Хәрәкәттең Литваны үҙгәртеп ҡороу буйынса инициатив төркөмө һайлана һәм 1988—1990 йылдарҙа бында Хәрәкәт Сеймының ултырыштары үткәрелә.

СССР-ҙа иғлан ителгән үҙгәртеп ҡороу һәм асыҡлыҡ осоронда һәм Литва ССР-нда 1987 йылда властарҙан бойондороҡһоҙ тәүге берләшмәләр барлыҡҡа килә башлай — дискуссия клубтары, экологик ойошмалар, тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәрен һаҡлау йәмғиәттәре. Йәмәғәт фекер йүнәлешенең әүҙемләштереүендә 1987 йылдың май айында Совет мәҙәниәт фондының республика бүлексәһе булараҡ ойошторолған Литва мәҙәниәте фонды һәм етәкселеге аҫтында барлыҡҡа килгән милли-мәҙәни берекмәләр шаҡтай ҙур роль уйнай. Шулай уҡ Эстонияла 1988 йылдың апрелендә Халыҡ фронтының барлыҡҡа килеүе өҫтәмә этәргес көс бирә.

Ойошторолоуы һәм маҡсаттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1988 йылдың 3 июнендә үҙгәртеп ҡороу буйынса Литва хәрәкәтенең инициатив төркөмө булдырыуы (Lietuvos Persitvarkymo Sąjūdžio Iniciatyvinė grupė) Саюдис тарихының башы тип һанала. Литва фәндәр академияһы бинаһында үткәрелгән йыйылышта 500-гә яҡын техник һәм гуманитар интеллигенция вәкилдәре ҡатнаша. ЛДП-ның инициатив төркөмөнә 35 билдәле мәҙәниәт, сәнғәт, фән, журналистика эшмәкәрҙәре (актёр Регимантас Адомайтис, Казимирас Антанавичюс, яҙыусы Витаутас Бубнис, Литва ССР-ы фәндәр академияһы ағза-корреспонденттары, профессор, Вильнюс университетының элекке ректоры Юозас Булавас, Зигмас Вайшвила, профессор, философ Бронюс Гензялис, музыка белгесе профессор Витаутас Ландсбергис, шағир Юстинас Марцинкявичюс, Ромуальдас Озолас, яҙыусы Витаутас Петкявичюс,Казимера Прунскене, яҙыусы һәм тәржемәсе Виргилиюс Чепайтис, кинорежиссёр Арунас Жебрюнас, архитектор Альгимантас Насвитис һәм башҡалар; уларҙың 17-һе Литва коммунистар партияһы ағзаһы булып тора..

Предприятиеларҙа һәм учреждениеларҙа ЛДП-ның булышлыҡ төркөмдәре ойошторола. Саюдиста 180 самаһы кеше ҡатнаша. Саюдис. ЛДП-ның Ойоштороу йыйылышы Вильнюста 1988 йылдың 2223 октябрендә Спорт һарайында үтә. Булышлыҡ төркөмдәре тарафынан съезға Литва ССР-ының бөтә райондарына 1027 делегат һайлана. Съезд делегаттары яҡынса 1000 булышлыҡ төркөмдәре вәкилдәре була. Съезда барыһы 1021 теркәлгән делегат ҡатнаша; делегаттар һәм почетлы ҡунаҡтар сифатында үҙҙәренең реформатор ҡараштары менән билдәле булған Литва Коммунистик партияһы Үҙәк Комитеты ағзалары, Вильнюс һәм СССР ҡалалары кешеләре (мәҫәлән, сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаған Андрей Вознесенский ҡатнаша). Съезда ЛДП эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре буйынса программалы докладтар уҡып ишеттерелә, программа һәм устав ҡабул ителә, етәксе органы һайлана — ЛДП Сеймы. Сейм, үҙ сиратында, 35 кешенән торған Сейм Советын ойоштора. Уның составына башта булдырылған инициатив төркөмдөң күпселек ағзалары инә.

Рәсми рәүештә 1989 йылдың 16 мартында теркәлә. Cамизат рәүешендә күбәйткес аппараттарҙа нәшер ителгән «Саюджио жиниос» („Sąjūdžio žinios“, «Хәрәкәт хәбәрҙәре») информацион бюллетене һәм легаль «Атгимимас» („Atgimimas“, «Яңырыу») гәзите сығарыла. Литва телендәге бер нисә һандан һуң «Атгимимас» гәзите шулай уҡ урыҫ телендәге версияла сыға башлай («Возрождение»), һуңынан «Татыулыҡ» («Согласие») үҙаллы гәзите сыға башлай. Саюдис ойошма һәм уның баҫмалары эмблематикаһында, асыҡ күргәҙмә агитацияһында — милли символиканы ҡуллана — милли флаг төҫтәре, тарихи герб, Гедиминас терәктәре билдәһе.

Иң баштан уҡ мәҙәни яңырыу, демократлаштырыу, республиканың иҡтисади үҙаллылығы, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү — Саюдистың үҙ алдына ҡуйған маҡсаттары. Саюдис Альгирдас Бразаускас етәкселегендәге Литва коммунистар партияһының реформатор ҡанаты менән хеҙмәттәшлек итә.

Саюдис плакаты (февраль 1990): ӘЙЕ — «демократик» Литваға (флаг төҫтәре), ЮҠ — СССР «төрмәһенә» (флаг төҫтәре). Дәүләт аҡсаһына 10 мең тираж менән баҫтырыла.

1988 йылдың ноябрь айынан ЛДП яйлап сепаратик сәйәси позицияға төшә бара. 1988 йылдың 16 февралендә ЛДП етәкселеге хәрәкәттең төп маҡсаты — Литваның СССР-ҙан айырылып сығыуы тип иғлан итә. ЛДП, элеккесә СССР-ҙы яйлап реформалау һәм яңырыу идеяларына тоғро ҡалған, Литва Коммунистар партияһына оппозицияға һәм конфронтацияға күсә. 1989 йылдың 26 мартында үткән СССР халыҡ депутаттары һайлауҙарында Литва ССР-ы бүлгән 42 мандаттан 36 мандаты Саюдис кандидаттарына эләгә. СССР халыҡ депутаттары съезын улар Литваның бойондороҡһоҙлоҡҡа ынтылышын күрһәтеү өсөн ҡуллана (уларҙың инициативаһы буйынса 1939 йылдың 23 авгусындағы Молотов-Риббентроп пактына йәшерен документтарҙың булыу-булмауын асыҡлау өсөн комиссия ойошторола).

Литва ССР-ы Юғары Советына һайлауҙар 1990 йылдың 24 февралендә (айырым ҡала округтарында өҫтәмә һайлауҙар 4 мартта һәм 10 мартта) уҙғарыла һәм Саюдис кандидаттары 141 мандаттан 101 мандатҡа эйә була. Яңынан һайланған Юғары Советтың 1990 йылдың 11 мартындағы беренсе ултырышында уҡ Литва бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү буйынса Акт ҡабул ителә.

Ойоштороу структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Булышлыҡ итеү төркөмдәренең күпселек өлөшө урындарҙа ойоштороу йыйылышына тиклем үк барлыҡҡа килә. Партия ойошмалары кеүек, уларҙың бер өлөшө — территориаль беренсел ойошмалар булараҡ, башҡа өлөштәре — предприятиеларҙа һәм учреждениеларҙа беренсел ойошмалар булараҡ эшләй башлай.

Саюдистың ойоштороу съезында етәкселек органдары булдырыла — ЛДП Сеймы (LPS Seimas; 220 ағза) һәм Совет Сеймы (LPS Seimo taryba; 35 ағза). Литва коммунистар партияһ ы менән тәрәнәйә барған айырымлылыҡ ойоштороу структураһын нығытыуҙы талап итә. Башта Инициатив төркөмө һәм ЛДП Сеймы коллегиаль органдары үҙгәртеп ҡорола (уларҙың ағзалары тигеҙ хоҡуҡтарға эйә була): 1989 йылдың 25 ноябрендә Сейм Советы ултырышында уның рәйесе итеп Витаутас Ландсбергис һайлана һәм профессиональ рәүештә эшләгән секретариат булдырыла.

ДЛП-ның Сейм Советынан тыш ЛДП-ның Вильнюс координация советы һәм Каунас Советы ҙур йоғонто менән файҙалана. Саюдистың сәйәси программаһының үҫешенә уларҙың үҙ-ара ярыш сәме йоғонто яһай: каунассылар тәүге көндәрҙән үк кискмәҫтән бойондороҡһоҙлоҡто тергеҙе-ҙе талап итәләр.

Саюдистың 20 йыллығына арналған Почта маркаһы (2008)

Литваның ҡайһы бер сәйәси партиялары Саюдистан бүленеп сыға, уның сафтарынан бик күп хәҙерге ил эшмәкәрҙәре барлыҡҡа килә. Әлеге партиялар формалашҡан осорҙа Саюдистың элекке етәкселәренең (В. Чепайтис, К. Прунскен, В Ландсбергис) киң мәғлүмәттәр сараларында һәм суд тикшереүҙәрендә совет именлек органдары менән хеҙмәттәшлектә ғәйепләнеүе, әүҙем ағзаларҙың башҡа эшмәкәрлек сфераларына күсеүе Саюдис хәрәкәтенең ролен кәметә.

1993 йылдан алып Саюдис күп һанлы ижтимағи ойошмаларҙың береһе генә булып ҡала.

  • Alfred Erich Senn. Lithuania Awakening. Berkeley: University of California Press, 1990.
  • Георгий Ефремов. Мы люди друг другу. (Литва: будни свободы. 1988-90). Москва: Прогресс, 1992.