Севан

Озеро
Севан
әрм. Սևան, Սևանա լիճ, әрм. Գեղամա ծով
Морфометрия
Абсолют бейеклеге1896 м
Үлсәме78 × 56 км
Майҙаны1243 км²
Күләме33,2 км³
Иң тәрән урыны79,7 м
Уртаса тәрәнләк26,8 м
Гидрология
Үтә күренеүсәнлеге4,5 м
Бассейн
Бассейн4750 км²
Впадающие рекиВарденис, Мартуни, Аргичи, Астхадзор, Гаварагет, Цаккар, Дзкнагет
Урынлашыуы
40°18′38″ с. ш. 45°20′57″ в. д.HGЯO
Ил
[[административ бүленеше Әрмәнстәан|Район]]Гехаркуник өлкәһе
Армения
Точка
Севан
 Севан Викимилектә

Севан — Әрмәнстандағы күл, яҡынса 1900 м бейеклектә, Кавказдың иң ҙур күле. Майҙаны — 1240 км². Уртаса тәрәнлеге — 26,8 м, иң тәрән ере — 80 метр[1]. Раздан йылғаһы. Севан һәм Раздан йылғалары һыуҙарын Севан каскад ГЭС-ы ҡуллана. Севан һыуҙарын тулыландырыу өсөн Арпа йылғаһына һыу ташларға тоннель төҙөлгән (48,3 км). 1978 йылда «Севан» тәбиғи милли паркы булдырылды[2][3].

Күптән түгел Севан гидронимын заманса әрмән теленән сев — «ҡара» һәм ванк — «монастырь», Севанаванк монастыре диуары төҫөнән[4] тип тәржемә ителә ине, был халыҡ этимологияһы булған[5]. Б. э. т. IX—VI быуаттарҙа күл буйында табылған таштағы шына яҙыу расшифровкаһы Севан атамаһының урарт телендәге суниа — «күл» һүҙенән барлыҡҡа килеүен иҫбатларға ярҙам итте[5].

Һуңғараҡ[6] күл Гокча[7][8][9] (әзерб. Göyçə) тип аталған, йәғни төрки телдәрҙә «күк һыу» («гек-сәй») тигәнде аңлата[10]. «Гэкче-дениз» формаһындағы атамаһы Дрезденда һаҡланған XVI быуат «Китаби Деде Коркут» огуз героик эпосы кулъяҙмаһында осрай[11].

Боронғо фарсы телендә күл исеме Гаосравага тип яңғырай.[12]

«Севан» исемдәре барлыҡҡа килеүе тураһында бер нисә легенда бар. Береһе буйынса, бер килен шишмә һыуын ҡаплаған ҡапҡасты һалырға онотҡан. Һыу таралып, өйҙәрҙе баҫа башлаған. Ҡасып барған кешеләр: «Шишмәне асыҡ ҡалдырған кеше ташҡа әйләнһен» тигән. Килен кеше шунда уҡ күл өстөндә күренгән ташҡа әйләнгән, уны Арснакар («килен ташы») тип атайҙар. Икенсе легенда буйынса, үҙ иленән сығып китергә мәжбүр булған ван әрмәндәре тыуған яғын хәтерләткән Севан күле буйына төпләнгән. Әммә һыуыҡ һәм ҡырыҫ климат уларға оҡшамай. Ван күленең йомшаҡ һәм йылы һауаһын иҫләп, улар әсенеү менән: «Ҡара Ван эләкте беҙгә, ҡара Ван!» тип өндәшкән. Шунан бирле күл Севан исемен йөрөтә[13].

Севан 1900 метр бейеклектә урынлашҡан, майҙаны — 1240 км² (1360 км² кимәле түбәнәйгәнсе), тәрәнлеге 83 метрға тиклем. Күлгә 28 йылға ҡоя, бер Раздан (Аракс ҡушылдығы) ағып сыға. Тектоник быуалы. Севан соҡоро ла тектоник сығышлы, быуа голоцен лаваһы түгелеүҙән килеп сыҡҡан[14]. Севан төньяҡ-көнбайыштан — Памбак, төньяҡ-көнсығыштан — Арегуни, көньяҡ-көнсығыштан — Севан һәм Көньяҡ Севан, көнбайыштан — Гегам, көньяҡтан — Варденис тау һырттары менән уратылған. Севан — сөсө һыулы, һыу өҫтө зәңгәрһыу-күк. Һыу минералығы 700 мг/л тирәһе, ҡоро ҡалдығы 0,5 г/л. Һыу йыйыу майҙаны 4,7 мең км².[15]

Севан экологик мәсьәләләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Севан (Гегаркуни) күле. Гийом Делиль картаһында, 1723 йыл

Севан күле— Әрмәнстандағы берҙән-бер сөсө һыу сығанағы. Йылдан-йыл һыу кимәле түбәнәйә, шуға күрә һыуҙы һаҡлау өсөн төрлө саралар күрелә. Ташламалар ағыҙыу һәм күл кимәле төшөү матдәләрҙең биохимик алышыныу тәртибен боҙа, экосистемалар эшенә йоғонто яһай, эвтрофикация барлыҡҡа килә, йәғни һыуҙа органик матдәләр күбәйә. Эвтрофикация күлдең «йәшелләнеүенә», сифаты насарайыуына, һыуҙың эсеүгә һәм хужалыҡта ҡулланыуға яраҡһыҙ булыуына килтерә[1].

«Севан күле ямғырлы көндә» Геворк Башинджагян, 1899 йыл
Әрмән аҡсарлағы

Күлдә эндемик балыҡтар төрө йәшәй: севан беглуһы (мыйыҡлы балыҡ) (Barbus goktschaicus), севан храмуляһы (Varicorhinus capoeta sevangi), севан бағыры (ишхан, Salmo ischchan). Һуңғыһы тәүҙә дүрт төрлө булһа, хәҙерге ваҡытта ҡышҡы бахтак һәм боджак тигәндәре юҡҡа сыҡҡан; Севандың эндемигы, башҡа күлдәрҙән йәки килетерелгән балыҡтар уның йәшәүенә янай. Улар араһында: Ладога һәм Чуд күлдәренән алабалыҡ (Coregonus lavaretus), көмөш табан балыҡ (Carassius gibelio) һәм йылға ҡыҫалаһы (Astacus leptodactylus).[16].

Севан күле бассейнында «Севан» милли паркы төҙөлгән, унда дүрт ҡурсаулыҡ һәм ун заказник урын алған. Әрмән аҡсарлағы попул яцияһы ла бында (Larus armenicus), ҡоштар һаны 4000—5000 пар тәшкил итә. Күлдә туҡтаған башҡа ҡоштар — америка аҡҡошо (Cygnus columbianus), сәңкелдәк ҡаҙ (Anser erythropus), ерәнсәй сумғыс (Netta rufina), мәрйенгүҙ (Aythya nyroca), ҙур ҡарабаш сарлаҡ (Larus ichthyaetus).

  1. 1,0 1,1 рук. программы Вардеванян Ашот. Национальная программа действий по борьбе с опустыниванием в Армении 2015 йыл 5 июнь архивланған.. — Ереван, 2002. — С. 96. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «Opustynivanie» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  2. Севан // Большой энциклопедический словарь, 1997
  3. [ Севан (озеро)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәләБольшой советской энциклопедии
  4. См. Комментарий 38 к тексту Сведения арабских писателей о Кавказе, Армении и Адербейджане: VII. Ал-Мукаддасий // Сборник материалов для описания местностей и племен Кавказа. Вып. 38. Тифлис. 1908
  5. 5,0 5,1 Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь: Свыше 5 000 единиц / Отв. ред. Р. А. Агеева. — М.: «Русские словари», 1998. — С. 160. — 372 с. — ISBN 5-89216-029-7.
  6. Arrān — Encyclopædia Iranica. C. E. Bosworth:

    … the Armenian province of Siwnikʿ or Sisakan (the mountainous region lying between Lake Sevan, later Turkish Gökče, and the Araxes, hence to the west of Arrān)

  7. Озеро Гокча (Gokcha) на атласе Blackie & Sons (Эдинбург, 1882)
  8. Массальский В. И., —. Гокча // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. Эриванская губерния // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  10. Гокча. 2016 йыл 4 июнь архивланған.
  11. Книга деда Коркута.
  12. Гокча // Большая энциклопедия Южакова. — 1901. — Т. 7. — С. 110-111. — VI, 794 с.
  13. Твёрдый А. В. Топонимический словарь Кавказа.
  14. Физическая география Закавказья. Издательство Ереванского университета. 1986.
  15. рук. программы Вардеванян Ашот. Национальная программа действий по борьбе с опустыниванием в Армении 2015 йыл 5 июнь архивланған.. — Ереван, 2002. — С. 54.
  16. Hayastan Armenian Forum > Спасение озера Севан — важная задача 2008 йыл 5 декабрь архивланған.

  • Гульельми М. Озеро Гокча и производимое въ немъ рыболовство. Ibid. 1888 г.
  • Гульельми М. Физическое состояніе Гокчинскаго бассейна. Вѣстникъ Ры­бопромышленности 1889 г.
  • Бассейн Гокчинского озера / Сост. М. Митте, горн. инж.. — Санкт-Петербург : тип. и хромолит. т-ва А. Траншель, 1891. — [1], 41с., 1л. карт. ; 27 см. — Извлеч. из N 4, 5 и 6 «Горн. журн.» за 1891 г.
  • Севанское гидрометеорологическое бюро : Материалы по исследованию озера Севан и его бассейна / Под ред. В. Г. Глушкова и В. К. Давыдова. — Л., 1932—1938. — Части I—XVIII.
  • Результаты комплексных исследований по Севанской проблеме / АН АрмССР, Институт водных проблем. — Ереван, 1961—1962. — Том 1-3.
  • Ежегодные справки по водному балансу озера Севан / Армгосгидромет. — 1962—2007.
  • Мхитарян А. М. Будущий водный баланс озера Севан и изменения его активной отдачи // Известия АН АрмССР, серия Механика. — 1967. — Т. 20, № 4. — С. 12-28.
  • Секоян В. Озеро Севан : Туристский путеводитель. — Ереван, 1969.
  • Багдасарян А. Б., Чилингарян Л. А. О проблеме озера Севан // Водные ресурсы. — 1979. — № 1. — С. 74-81.
  • Айнбунд М. М., Асарин А. Е., Сафарова А. М., Смирнов В. А. О водном балансе оз. Севан и путях его уточнения // Труды ГГИ. — 1981. — Вып. 274. — С. 10-21.
  • Чилингарян Л. А. Прогноз повышения уровня и изменения элементов водохозяйственного баланса озера Севан. — Ереван: Айастан, 1992.
  • Программа годовых и комплексных мероприятий по восстановлению, охране, воспроизводству и использованию озера Севан /Закон РА от 14 декабря 2001 г.  (әрм.)
  • Мнацаканян Б. П. Водный баланс Армении. — Ереван: Зангак, 2005.
  • Чилингарян Л. А., Мнацаканян Б. П. Прогноз повышения уровня крупного озера-водохранилища за многолетие (на примере оз. Севан) // Сб. докл. Междунар. конгресса «ЭТЭВК»; 24-27 мая 2005 года. — Ялта, 2005. — С. 515—518.
  • Бабаян Г. Г. О некоторых прогнозируемых изменениях качества воды оз. Севан в связи с изменением гидрологического режима // Вестник МАНЭП. — Ереван, 2006. — Т. 11, № 8. — С. 107—110.
  • Чилингарян Л. А., Мнацаканян Б. П. Оценка изменения водного баланса озера Севан при понижении его уровня // Вода: экология и технология ЭКВАТЕК-2008. — М., 2008. — С. 94. Архивировано из первоисточника 16 декабрь 2012.