Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
Барлығы: 80 [1][2] | |
Тел |
урыҫ, семейҙар һөйләше |
Дин | |
Раса тибы |
европеоид |
Туғандаш халыҡтар |
урыҫтар, белорустар, украиндар |
Бөтә донъя мираҫы ЮНЕСКО |
Семейҙар — XVIII быуатта Рәсәй империяһы хөкүмәте тарафынан Речь Посполитаяны бүлгән саҡта Байкал аръяғына һөрөлгән старообрядсылар. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу барышында урыҫтар тип һаналғандар. 2010 йылда Бүрәт Республикаһында 26 семей иҫәптә була[3].
Семейҙар Байкал аръяғына раскол ваҡытында Рәсәйҙең көнбайыш сиктәрендәге Речь Посполитая территорияһында урынлашҡан Ветканан (хәҙер Белоруссияның Гомель өлкәһендәге ҡала) күсереләләр. Ветка беренсе тапҡыр 1735 йылда ҡыйратыла — 40 000 кеше Көнсығыш Себер һәм Байкал аръяғына күсерелә. Әлеге ваҡиғалар «беренсе ҡыуыу» исемен ала. Екатерина II колониялаштырыу маҡсатында старообрядсыларҙы Ветканан саҡыртып ала ла Байкал аръяғына күсерә. Уларҙың ҡайһы берҙәре үҙ теләге менән бара, сөнки уларға төрлө ташламалар вәғәҙәләнә; ҡайһы берҙәре мәжбүри рәүештә күсерелә[4]. 1765 йылда — икенсе, артабан өсөнсө күсереү ойошторола. Старообрядсыларҙың аҙаҡҡы партияһы Байкал аръяғына 1765 йылда алып барып еткерелә.
XVIII быуат уртаһында Рәсәй менән Цин империяһының үҙ-ара мөнәсәбәттәре насарая. 1752 йылда Камчатка һәм Охотскиҙы Амур йылғаһы аша тәьмин итеүҙе ойоштороу проекты барлыҡҡа килә. 1753 йылдың 28 декабрендә Сенат Амур буйлап бүрәнә ҡыуыуҙы әҙерләргә тейеш булған «Йәшерен Нерчин экспедицияһын» булдыра. Нерчин заводынан ҡасҡан каторжанин Ҡытай властарына, урыҫтар Амурҙы баҫып алырға ниәтләй, тип хәбәр итә. Ил сигендә хәлдәр ҡырҡа киҫкенләшә. Селенга коменданты Варфоломей Якоби 1757 йылда Рәсәйҙең көнсығыш сиктәрен һаҡлау буйынса проект төҙөй. План буйынса сиктәрҙә ғәскәрҙәрҙең һаны 35 мең кешегә тиклем еткереү ҡаралған була. 1764 йылда Тубылда ике ландмилиция полкын («Польшанан сығарылған кешеләрҙән») ойоштора башлайҙар, уларҙы Байкал аръяғына Цин империяһы сигенә ебәрәләр, ә хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙҙарҙы һәм 40 йәштән өлкәнерәктәрҙе — полктарҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн Селенга һәм Нерчин өйәҙҙәренә.
Күсерелгән старообрядсыларҙы урындағы халыҡ семейҙар тип йөрөтә башлай, сөнки улар яңғыҙаҡ каторжаниндарҙан айырмалы рәүештә ҙур ғаиләләре һәм мөлкәттәре менән күсенеп киләләр.
Байкал аръяғына «поляк күсенеүселәрен» урынлаштырыу һәм Селенгинскиҙа уларҙың көнкүрешен ойоштороу өсөн 1766 йылда махсус «Игенселек һәм йәшәүгә урынлашыу Контораһы» учреждениеһы булдырыла, уның етәксеһе итеп Селенга гарнизоны плац-майоры Налабордин тәғәйенләнә. Күскенселәрҙең йәшәйешен көйләү Селенга коменданты генерал Якобиға йөкмәтелә[5]. Семейҙар, Тарбағатай, Куйтун, Куналей, һуңғараҡ Яңы Брянь һәм башҡа ауылдарға нигеҙ һалып, эре төркөмдәр менән таралып ултыралар[4][6] уларҙың ауылдары Бүрәт Республикаһының Бичура, Мухоршибир, Тарбағатай һәм өлөшләтә Хорин, Заиграев, Селенга, Кижинга райондары территорияларында урынлаша, шулай уҡ Байкал аръяғы крайының Красная Чика районында. Дини ҡараштарына бәйле тормош үҙенсәлектәре арҡаһында семейҙар «православтар» менән ҡушылмайҙар һәм үҙҙәренең әхлаҡи һәм физик яҡтан айырмалы һыҙаттарын һаҡлап ҡалалар. Физик тибы буйынса семейҙар — буйға оҙон, ҙур кәүҙәле, күпселек осраҡта сибәрҙәр, башҡа халыҡтарҙан айырмалы рәүештә һаулыҡтары ныҡ[7].
Семейҙар үҙҙәре менән юғары ауыл хужалығы мәҙәниәтен алып киләләр. Улар арыш, бойҙай, арпа, ҡарабойҙай, һоло, картуф, йәшелсә, киндер үҫтерәләр. Малсылыҡ ярҙамсы роль уйнай. XIX быуатта Верхнеудинск өйәҙе Байкал аръяғында игенселек йүнәлешендә иң үҫешкән була.
XIX быуаттың икенсе яртыһында, Байкал аръяғында алтын сығара башлағас, семейҙар алтын приискаларында эшләй башлайҙар. Көнсығыш Себерҙә семейҙар иң яҡшы прииск эшселәре булып һанала. 1880-се йылдар башында Бер Мухоршибир улусында ғына прииск эштәренә 780 кеше яллана[8].
Попһыҙлыҡ (беспоповщина) семейҙарҙың тотороҡло дин йүнәлеше булып ҡала. Поплыҡ (поповщина) башта беглопоповщина (Бөйөк Рәсәй сиркәүенән төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡасҡан православ священниктарының раскольниктар араһында ғибәҙәт ҡылыуҙары) рәүешендә күҙ алдына килтерелә. Дини йолаларҙы һәм службаларҙы уставщиктар үткәрә. Мәйеттәрҙе домовиналарҙан соҡоп эшләнгән табуттарҙа ерләгәндәр.
Коллективлаштырыу осоронда семейҙарҙың байтаҡ өлөшө эҙәрлекләнә һәм һөрөлә. 1929 йылда ҡораллы формированиелар ойошторола. Бисура һәм Малета ауылдары ҡаршылыҡ үҙәктәре булалар. 1930-сы йылдар башында Малета крәҫтиән ихтилалы тоҡана, унда яҡынса 600 кеше ҡатнаша.
1930—1940 йылдарҙа Байкал аръяғында 80-дән ашыу старообрядсылар часовнялары һәм ғибәҙәтханалары емерелә.
1960-сы йылдарҙа старообрядсылар сиркәүҙәрен һәм ғибәҙәт ҡылыу йорттарын ябыу тулҡыны тағы ла бер ҡабат үтә. 1970-се йылдар башына Байкал аръяғында рәсми рәүештә теркәлгән бер генә лә старообрядсылар общинаһы ҡалмай. Бүрәт Республикаһы Мухобшир районындағы Яңы Заган ауылында ғына берҙән-бер старообрядсылар сиркәүе ғәмәлдә була.
Семейҙарҙың кейеме (алты буйлы тура сарафан, кичка) — поляк, украин, һәм белорус костюмдарының элементтары менән. Кейемдең айырмалы һыҙаттары: бисер биҙәүестәре, сәсүрмес, бисерлы бәйләмес, муйынсаҡ, сағыу туҡымалар. Күп кенә костюм деталдәре Себерҙәге төп халыҡтарҙан һәм бүрәттәрҙән алынған.
Семейҙарҙың йорттары Мәскәү, Новгород, Псков һәм башҡа боронғо Русь ҡалаларындағы ҡаҙыу эштәре ваҡытында табылғандарға оҡшаш. Айырып торған һыҙаттар — юғары күтәрмә, түңәрәк мөйөшлө бүлмәләр, бик ауыр һәм ҙур өрлөк, йомро бүрәнәле түбә, уртаға бүленгән бүрәнәнән иҙәндәр, бай биҙәлгән тәҙрәләр һәм тәҙрә ҡапҡастары. Майлы буяу менән тәҙрәләрҙе, ишектәрҙе, плинтустарҙы буяғандар, эре стилләштерелгән сәскәләр менән диуарҙарҙы, түбәне, бүлкәләрҙе биҙәгәндәр[9].
Семейҙарҙаң аш һыуы күп итле булған. Ҡурылған һәм быҡтырылған ит — һарыҡ, сусҡа, һыйыр, ҡырағай кәзә һәм изюбрь ите. Ҡуян итен ашамағандар. Ураҙаларҙы бик теүәл, урынына еткереп үтәгәндәр. Йылына яҡынса 244 көн ураҙа тотҡандар. Сәйҙе бөтәһе лә эсмәгән; сәй урынына ҡайнатылған һыу, үлән йәки бадан төнәтмәһе эскәндәр. Тәмәке тартыу һәм хәмер эсеү тыйылған.
Семейҙар тартамаған, эсмәгән, әммә йорттағы иң күренеп торған урында тулы шешә араҡы тотҡандар — был йорт хужаһы араҡы эсмәй икәнен дәлилләгән.
Семей ғаиләләре — традицион, патриархаль тибында, бик күп балалы. Бер нисә өйҙән торған йорт-ҡаралтыла бер ғаиләнән дүрт быуын йәшәгән. Ерҙе һәм мөлкәтте бик һирәк бүлгәндәр. Ғаиләлә ҡатын өҫтөнән иренең хакимлығы таныла. Ир яғынан да, ҡатын яғынан да хыянаттар ҡәтғи тыйылған. Мираҫ ир яғынан тапшырылып килгән. Этник-ара һәм дин-ара никахтар тыйылған. Башҡа динлеләр менән бергә тамаҡ ялғау тыйылған.
Инструменталь музыка семей ғаиләләрендә аҙ таралған. Хәҙерге заманда йыр традицияһы ансамблдәр һәм хорҙар аша сағылдырыла. Яңғыҙ йырлау, таҡмаҡ жанрынан башҡа, популяр түгел.
Семейҙарҙың музыкаль мәҙәниәте буйынса тикшеренеүҙәрҙе 1873 йылда — П. А. Ровинский һәм 1926 йылда Н. П. Протасов үткәрәләр.
Ҡайһы бер ауылдарҙа музыкаль традицияларында индивидуаль һыҙаттар күҙәтелә. Рекрут, хоровод, Байкал аръяғында борондан йәшәгән халыҡтан үҙләштереп алынған төрмә һәм каторга йырҙары киң таралған. Туй йырҙары, дини шиғырҙар, сеңләүҙәр һаҡланып ҡалған. Йола йырҙары һаҡланмаған.
Һәр бер Байкал аръяғы старообрядсылар ауылында халыҡ хорҙары һәм фольклор коллективтары бар. Иң билдәлеләре:
«Старообрядсылар мәҙәниәте музейы» — Тарбағатай ауылы, Бүрәт Республикаһының Тарбағатай районы.
Байкал аръяғы халыҡтарының этнография музейының семей экспонаттары комплексы. Улан-Удэ, Бүрәт Республикаһы.