Серб сәнғәте

Серб сәнғәте —  Сербия дәүләте территорияһында йәшәгән сербтар сәнғәте. Оҙаҡ йылдар дауамында серб сәнғәте фәҡәт дини нигеҙгә ҡоролған булған. Сербия һынлы сәнғәте, ҡорамдар эсендә фрескалар төшөрөлгәнлектән, сиркәү биналары скульптура менән биҙәлгәнлектән, архитектура менән бәйләнгән булған.

Урта быуаттар һынлы сәнғәтенә серб православие монастырҙарында һаҡланып ҡалған византий фрескалары һәм иконалары ҡараған. Хәҙерге осор башында серб сәнғәте Габсбург монархияһы сәнғәте йоғонтоһонда булған. Хәҙерге серб сәнғәте XIX быуаттан баш алған.

Урта быуаттарҙағы серб сәнғәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

IX быуаттың 2-се яртыһында Сербияла православие формаһындағы христианлыҡ ҡабул ителгән. Илдә таш сиркәүҙәр төҙөлә башланы. Сиркәү архитектураһында византий сәнғәте менән Далмация буйҙарынан килгән йоғонтоно берләштереү күҙгә ташлана. Был йоғонто Нови-Пазар (VIII—X бб.) эргәһендәге Расала торған Изге Пётр сиркәүендә һиҙелә. Сиркәүҙең манара менән тамамланған үҙәк өлөшөн ҡулсаға оҡшаш көмбәҙле неф уратып алған. X—XI быуаттарҙа серб ҡорамдарында өс нефлы базиликалар барлыҡҡа килгән (Призреналағы Богородица Левишская сиркәүе).

Урта быуаттар Сербияһында ҡорамдар төҙөүҙе дәүләт хуплаған. Стефан Неманя нигеҙләгән Студеница монастыры урта быуаттар серб архитектураһы өлгөһө булып тора. Был монастырҙа үҙ эсенә фрескалар, эске йыһаздар, изгеләрҙең скульптурын һыйҙырған византий стилендәге сәнғәт әҫәрҙәре йыйылған. 1986 йылда ЮНЕСКО монастырҙы Бөтә донъя мәҙәни мираҫы теҙмәһенә индерҙе. Милешев, Сопочаны һәм Высокие Дечаны монастырҙары византий архитектураһы үрнәге булып тора.

Високи Дечани монастыры

1204 йылда 4-се Тәре походы барышында, Константинополде алғандан һуң, күп кенә грек рәссамдары Сербияға ҡасып килгәс, илдә византий сәнғәте йоғонтоһо көсәйгән. Византий стиле Милешев монастырының Вознесение ҡорамында, стена живописендә һәм Пече ҡалаһындағы Изге апостолдар иконаһында һәм Сопочани монастырында күренә. 1300 йылдан һуң Богородица Левишка сиркәүен (1306—1307 йй. тирәһе) һәм Иҫке Нагорианда Георгий Победоносец ҡорамын тергеҙгәндә византий сәнғәте йоғонтоһо үҙенең юғары нөктәһенә (пик) еткәйне. XIV быуаттың 1-се яртыһында серб архитектураһында ике йүнәлеш — косов-метохий мәктәбе формалашҡан. Мәктәпкә ҡараған ҡорам архитектураһында византия тәре-көмбәҙле көнбайыш ишекле ғибәҙәтхана тибы иң күп таралыш алған. Быға миҫал булып Призреналағы Богородица Левишская сиркәүе (1306—1307), Печа Патриархияһы комплексындағы Изге Димитрий сиркәүе (1321—1324) тора.

1330 — 1350 йылдарҙа Сербияла (Метохия) Високи Дечани монастыры төҙөлгән. Ул, был осорҙоң башҡа серб монастырҙарынан айырмалы рәүештә, Роман архитектураһы стилендә төҙөлгән. 2004 йылда ЮНЕСКО Дечани монастырын да Бөтә донъя мәҙәни мираҫына индерҙе.

Серб урта быуат сәнғәте предметы булған ҡулъяҙмалар бик ҡыҙыҡлы. Мирославский Евангелиеһы ҡулъяҙмаһында ҡыҙыҡлы миниатюралар бар, ул һоҡландырғыс каллиграфияһы менән үҙенә йәлеп итә. XIV быуатҡа ҡараған Хлудовский псалтыры матур биҙәлгән. XIV б. серб кенәздәре ҡулъяҙма яҙыу эшенә иң яҡшы күсереп яҙыусыларҙы һәм рәссамдарҙы ылыҡтырған.

Иртә Ренессанс (Возрождение)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Морач монастырының Аллаһ әсәһенең Успения сиркәүе
Монастырҙың эске ихатаһы

Төрөктәр баҫып алған осорҙа илдә ҡәлғә нығытмалары төҙөлгән. XIII—XV быуаттарҙа сауҙа юлдарында тешкә оҡшаған осло диуарлы, ҙур таш, бейек квадрат йәиһә түңәрәк манаралы ҡәлғәләр төҙөлгән. Тауҙарҙағы ҡәлғә диуарҙары урын-ер рельефына тап килеп торған (Ибар йылғаһы үҙәнендәге Звечан һәм Маглич; Дунай йылғаһындағы Голубац).

XV быуатта Сербияның төрөктәр тарафынан баҫып алыныуы бөтөн серб сәнғәтенә негатив йоғонто яһаған, серб ерҙәренең мәҙәни һәм иҡтисади үҫешен тотҡарлаған. Сербтар христиан общиналарына берләшкән һәм төрөктәр уларҙы түбән ҡатламға индергән (мосолман илдәрендәге райя подданныйҙары). Серб дворяндары Ғосман дәүләтенә үтеп инеп бөтмәгән (интеграцияланмаған). Ғосман хөкүмәте серб христиан сиркәүен бөтөргән. Тап дворянлыҡ һәм сиркәү вәкилдәре архитекторҙар һәм рәссамдар ижадының төп заказсылары һәм ҡурсалаусылары булғанлыҡтан, серб сәнғәте лә түбәнгә тәгәрәгән. Был йылдарҙағы ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, илдә сәнғәт һәйкәлдәре тыуҙырылған.

1557 йылда Серб Патриархияһы тергеҙелгәндән һуң сәнғәт йәнләнә башлаған. XVII—XVIII быуаттарҙа ҡорамдар күпселеген 1690 йылда Австрия империяһына ингән Воеводинала төҙөлгән. XVII быуат башында бында Морач монастырында иҫтәлекле эштәр яҙған рәссам Георгий Mitrofanović эшләгән. XVIII быуат һуңындағы серб сәнғәтендә (рәссамдар Никола Нескови, Теодор Крачун, Яков Орфелин) Барокко художество йүнәлеше тойомланған.

Сербия живописенә иртә барокко рәсәй рәссамдары йоғонтоһонда килеп ингән. Был стилдә Йов Василевич һәм Василий Романович, Дмитрий Василеви, Йоаким Маркович, Йован Попович һ.б.[1] рәссамдар эшләгән.

Һуңғы барокко живописенең килеп сығыуы һәм үҫеше Иосиф II осорондағы мәҙәни һәм сәйәси традициялар менән билдәләнгән. Һуңғы барокко стилендә рәссамдар Яков Орфелин һәм Теодор Илич, ағас ырып биҙәүселәр Аксентий Маркович һәм Марко Вуятови эшләгәндәр. Алдағы быуат рәссамдары: Стефан Гаврилович, Йован Исайловиа, Георгий Мишкович һәм Михайло Живкович[2] эштәрендә яңы дәүер стиле булараҡ неоклассицизм сағылған.

XIX быуатта живопись

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Анастас Йованович

XIX быуаттың тәүге ун йыллыҡтарында серб рәссамдарының күпселеге литография техникаһында эшләгән. Уларға Анастас Йованович ҡараған. Графика продукцияһы өлөшө булған литографияла милли-тарихи темалар өҫтөнлөк алған. Был өлкәлә серб рәссамдары: Йован Попович, Урош Кнежевич, Симич Павле, Стеве Тодорович, Джордже Крстич һ.б. эшләгән. XIX быуат һуңында Сербияла халыҡ тормошонан көнкүреш мотивтарына яҙылған, тарихи ваҡиғаларҙы һәм дәүләт эшмәкәрҙәрен[3].һүрәтләгән эштәр популяр булған

XVII быуат һуңында — XIX быуат башында серб сәнғәте Мәғрифәтселек осоро идеялары һәм рационализм философияһы йоғонтоһонда булған. Элекке саҡтағы кеүек доминанталы булған дини живопискә өҫтәп, рәссамдар портрет жанрына мөрәжәғәт иткән. Портрет живописе галереяһына серб руханиҙары, офицерҙары, граждандар —  юристар, профессорҙар, яҙыусылар, бай сауҙагәрҙәр һәм уларҙың ҡатындары һ.б.[4] ингән.

XIX быуат уртаһында серб рәссамдары романтизмға мөрәжәғәт иткәндәр. Романтик идеялар илгә Австриянан, Германиянан, Италиянан килгән. Сербияның рәсми һәм сәйәси тормош шарттары 1860-сы й. һуңында һәм 1870-се й. башында сәнғәттең был йүнәлешенең сәскә атыуына килтергән. Рәссамдар тарафынан йылы тондарҙа яҙылған композицияларға яҡтылыҡ һәм күләгә уйнауы өҫтәлгән[5]. рәссамдар Катарина Иванович (1811—1882), Джура Якшич (1832—1878), Павел Симич (1818—1876), Новак Радони (1826—1890) һәм Стеве Тодорович (1832—1925) был йүнәлештә эшләгән.

Хәҙерге һынлы сәнғәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Надежда Петрович

1895 йылда Кирило Кутлик Сербияла тәүге сәнғәт мәктәбен асҡан. Уҡыусыларының күбеһе, живопистең яңы авангард йүнәлештәрен өйрәнеү маҡсатында, уҡыуҙарын Францияла һәм Германияла дауам иткәндәр. Фовизм йоғонтоһонда торған Надежда Петрович, Кубизм стилендә эшләгән Сава Сумалови шундайҙарға инә.

Икенсе Донъя һуғышынан һуң серб живописенең төп йүнәлеше булып Социалистик реализм торған. 1970-се йылдарҙа рәссамдарҙың бер өлөшө Сюрреализмға мөрәжәғәт иткән.

ХХI быуатта философия теорияларына ярашлы, йәш рәссамдар Йованка Саниенови һәм Симонида Райцевич (тормошта барыһы ла ысын һәм ысын булмаған бер нимә лә юҡ), реализм живописен сюрреализм менән берләштерергә тырышҡандар[6].

Хәҙерге заман серб рәссамдарына: Владимир Манич, Драган Бартулы, Исидора Иванович, Деяна Манделца, Бильана Вукович, Сладжана Маринкович, Ивана Настески һәм Майя Джурович ҡарай. Уларҙың әҫәрҙәре славян халыҡтарының мәҙәни традициялары дөйөмлөгөн дә, хәҙерге заман сәнғәтенең яңылығын да сағылдыралар.

  1. «СЛИКАРСТВО РАНОГ БАРОКА» 2018 йыл 30 сентябрь архивланған..
  2. «СЛИКАРСТВО КАСНОГ БАРОКА» 2016 йыл 14 июнь архивланған..
  3. «ГРАФИКА XIX ВЕКА» 2016 йыл 24 ноябрь архивланған..
  4. «НЕОКЛАСИЦИЗАМ — АРСЕНИЈЕ ТЕОДОРОВИЋ И ПАВЕЛ ЂУРКОВИЋ» 2017 йыл 21 апрель архивланған..
  5. «EПОХА РОМАНТИЗМА» 2017 йыл 30 ғинуар архивланған..
  6. Gordana Biba Marković, XV Prolećni Anale 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.

Тышҡы һылтанмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]