Альфредо Сибечи | ||
Информация | ||
Тулы исеме | Альфредо Хуан Сибечи | |
Тыуа | 30 октябрь 1895 Монтевидео, Уругвай | |
Вафат | 19 июнь 1958 (62 йәш) Монтевидео, Уругвай | |
Гражданлығы | Уругвай | |
Карьера | ||
Клуб карьераһы* | ||
1915—1918 | Уондерерс | |
1918—1928 | Насьональ | |
Йыйылма командаһы** | ||
1915—1924 | Уругвай | 39 (1) |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Олимпия уйындары | ||
Алтын | Париж 1924 | футбол |
Көньяҡ Америка чемпионаты | ||
Алтын | Буэнос-Айрес 1916 | |
Алтын | Монтевидео 1917 | |
Көмөш | Рио-де-Жанейро 1919 | |
Алтын | Чили 1920 | |
Бронза | Буэнос-Айрес 1921 | |
Бронза | Рио-де-Жанейро 1922 | |
Алтын | Монтевидео 1924 | |
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала. ** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе. | ||
Альфредо Хуан Сибечи[1] (исп. Alfredo Juan Zibechi (Zibecchi); 30 октябрь 1895 йыл — 19 июнь 1958 йыл) — Уругвай футболсыһы, ярымһаҡсы, футбол буйынса 1924 йылғы Олимпия чемпионы, Уругвайҙың һәм Көньяҡ Американың күп тапҡыр чемпионы.
Альфредо Сибечи — Уругвайҙың XX быуат башындағы иң күренекле футболсыларҙың береһе. 1915—1924 йылдарҙа ул Уругвай йыйылма командаһы өсөн 39 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 38) матч үткәрә һәм бер гол индерә. Сибечи — Көньяҡ Америка чемпионатында ете тапҡыр ҡатнаша һәм «Селесте» менән бергә 4 еңеү яулай, шулай уҡ Липтон Кубогының күп уйындарында ҡатнаша.
Альфредо 1924 йылғы Олимпия уйындары чемпионы була. Унда ул турнир хужалары — Франция йыйылма командаһына ҡаршы (5:1) бер уйын үткәрә Клуб кимәлендә — «Уондерерс», ә 1919 йылдан «Насьональ» өсөн сығыш яһай, уның менән бергә биш тапҡыр Уругвай чемпионы була.
Футболсы булараҡ карьераһын тамамлағандан һуң, «Насьоналда» эшләй, шул иҫәптән бер нисә йыл клуб етәксеһе була.