Сидрәт үл-мүнтәһа

Сидрәт үл-мүнтәһа
ғәр. سِدْرَةُ الْمُنْتَهَى
Рәсем
Нимә менән тоташа treasures of God in Islam[d] һәм Миғраж төнө
Вики-проект Проект:Ислам[d] һәм Проект:Мифология[d]
 Сидрәт үл-мүнтәһа Викимилектә

Сидрәт үл-мүнтәһа (ғәр. سدرة المنتهى‎; рус. Сидрат аль-мунтаха; «иң сикке лотос») — ислам инанысында: Аллаһ Тәхете (Ғәреш) янында, етенсе күк йөҙөндәге (Йәннәт) лотос ағасы.

Фарсы шағиры Сәғҙи Ширазиҙың Бостан тигән поэмаһындағы 7-се биттә Миғраж төнө һәм лотос ағасы тураһында шиғри тасуирлама

Сидрәт үл-мүнтәһаны «сикке» тип атайҙар, сөнки ерҙән күтәрелгән һәм Аллаһтан төшкән бөтә нәмә уға барып етә. Икенсе версия буйынса, атама ерҙән һәм ете күктән юғарыраҡ урынлашыуынан килеп сыҡҡан, һәм шунда яралтылмыштарҙы танып белеү тамамлана[1].

Ҡөрьәндә телгә алыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сидрәт үл-мүнтәһа Ҡөрьәндә Ән-Нәджм сүрәһендә Миғраж төнө тураһындағы аяттарҙа телгә алына.

« Тәхҡиҡ, ул Ябраилды үҙ сүрәтендә икенсе мәртәбә күрҙе иң сикке Сидрәт-үл ағасы янында Мәьүә йәннәте шул ағас янындалыр. Ул ағасты күп фәрештәләр ҡаплаған ине. Уның (Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең) күҙе (шул ағастан һәм фәрештәләрҙән) ситкә китмәне һәм ҡуйылған сиктән үтмәне.
Ән-Нәджм 53:13-17 (Мөхәммәт)
»

[2]

Риүәйәттәрҙең береһенә ярашлы, Сидрәт үл-мүнтәһаның япраҡтары һаны ерҙәге кешеләр һаны менән бер тигеҙ. Һәр япраҡ тейешле кешенең исеме менән билдәләнгән, ә Бәрәғәт кисәһендә (Шәғбан айының 15-се һанлы төнө) был ағас һелкенә, һәм киләһе йылда үлергә тейешле кешеләрҙең исемдәре яҙылған япраҡтар ҡойола.

  1. Али-заде, 2007
  2. « А ведь он (т. е. Мухаммад) видел его (т. е. Джибрила) в другой раз у самого дальнего Лотоса, при котором сад — прибежище [праведных]. Когда над Лотосом витали те, кто витает, взор его (т. е. Мухаммада) не отрывался [от происходящего] и не переходил [границы дозволенного].
    »
  • Али-заде, А. А. Сидрат аль-мунтаха // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Sidrat al-Muntahā / Rippin, A. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)