Силсилә (ғәр. سلسلة — рәт, сылбыр; рус. Силсила) — суфыйлыҡта — суфый тәриҡәттәре башлыҡтарының рухани генеалогияһы; үҙенә тиклемге шәйехтән бәрәкәт алыу, бағышланыу, тоташыу сылбырына эйә булыу[1].
Күпселек осраҡта силсилә хәҙрәте Али ибн Әбү Талип аша Мөхәммәт Пәйғәмбәргә барып тоташа (мәҫәлән, Күбрәүиҙәр)[2], әммә ҡайһы бер суфыйҙар үҙ силсиләһен Хызыр пәйғәмбәргә еткерә.
Силсиләгә үҙе силсиләгә тоташҡан шәйех кенә тоташтыра һәм дауам итә ала.
Әгәр шәйех-уҡытыусының ике һәм унан да күберәк уҡыусыһы (мөрите) шәйех кимәленә етһә, шәйех-уҡытыусынан силсилә ошондай мөриттәр һаны буйынса тармаҡлана. Әгәр шәйех кимәленә шәйех — уҡытыусы мөриттәренең береһе лә барып етмәһә, силсиләнең был тармағы шул шәйехтә тамамлана. Бынан тыш, шәйех кимәленә етеү тураһында бер үк мөриткә ижәзәне бер нисә шәйех-уҡытыусы ла бирә ала. Ул саҡта ошо шәйехтә силсәләнең төрлө тармаҡтары килеп ҡушыла. Силсиләне белеү күп суфый тәриҡәте неофиттары белеменең мотлаҡ элементы була.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |