Синай Яков Григорьевич

Синай Яков Григорьевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Америка Ҡушма Штаттары
 СССР
Тыуған көнө 21 сентябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1][2][3][…] (89 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР[1]
Һөнәр төрө математик, физик, профессор, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө математик физика[d], Ихтималлыҡ теорияһы, статистическая механика[d], математика[4] һәм dynamical systems[d][4]
Эш урыны Принстонский университет[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Институт теоретической физики им. Л. Д. Ландау РАН[d]
Уҡыу йорто МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[5]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Колмогоров Андрей Николаевич[6]
Аспиранттар Бунимович, Леонид Абрамович[d], Маргулис Григорий Александрович, Jonathan Mattingly[d][5], Nikolai Chernov[d][5], Корнфельд, Исаак Павлович[d][5], Pavel Bleher[d][5], Denis Kosygin[d][5], Luca De Sanctis[d][5], Yuri Mikhailovich Suhov[d][5], Toufic Mubadda Suidan[d][5], Alexander Boris Soshnikov[d][5], Michael L Blank[d][5], Azer Ali Oglu Kerimov[d][5], Mikhail Soloveitchik[d][5], Seth Patinkin[d][5], Vadim V. Anshelevich[d][5], Pavel Bachurin[d][5], Francesco Cellarosi[d][5], Илья Виноградов[d][5], Anastatsia Ruzmaikina[d][5], Andrey Olegovich Golosov[d][5], In-Jee Jeong[d][5], Долгопят, Дмитрий Ильич[d][5], Константин Ханин[d][5] һәм Светлана Яковлевна Житомирская[d]
Уҡыусылар Бунимович, Леонид Абрамович[d], Каток, Анатолий Борисович[d], Маргулис Григорий Александрович, Luigi Accardi[d][5], Andras Kramli[d][5], Akhtam A. Dzhalilov[d][5], Соболевский, Андрей Николаевич[d][5] һәм Ilya Goldsheid[d][5]
Ойошма ағзаһы Лондон король йәмғиәте[d], АҠШ фәндәр милли академияһы[d], Рәсәй Фәндәр академияһы, Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d], Венгрия фәндәр академияһы[d], Европа академияһы[d][7], Польша фәндәр академияһы[d], Америка математик йәмғиәте[d][8][9] һәм Норвегия фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт math.princeton.edu/direc…
Вики-проект Проект:Математика[d]
Число Эрдёша 3 һәм 4
 Синай Яков Григорьевич Викимилектә

Яков Григорьевич Синай (21 сентябрь 1935, Мәскәү, СССР) — динамик системалар теорияһы, Эргодик теория һәм математик физика өлкәһендә эшләүсе совет һәм америка математигы, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (7 декабрь 1991), Абель премияһы лауреаты (2014).

Я. Г. Синай фәнни традицияларға бай ғаиләлә тыуған. Уның ата-әсәһе медицина өлкәһендәге тикшеренеүселәр булған[10] ә олатаһы В. Ф. Каган — Рәсәйҙә Евклидтыҡы булмаған һәм дифференциаль геометрия өлкәһендә эшләгән тәүге математиктарҙың береһе була[11][12]. Атаһы — медицина хеҙмәте подполковнигы, медицина фәндәре докторы Григорий Яковлевич Синай (1902—1952), 3-сө Мәскәү медицина институтының микробиология кафедраһы мөдире, 1945 йылдан 2-се Мәскәү дәүләт медицина институтының микробиология һәм вирусология кафедраһы профессоры, «Микробиологические методы исследования при инфекционных заболеваниях» фундаменталь ҡулланма мөхәррире (1940, 1949) «Туляремия» (1940) һәм «Краткое руководство по борьбе с чумой» (1941) монографиялары авторы. Әсәһе — Надежда Вениаминовна Каган (1900—1938), М. Горький исемендәге эксперименталь медицина институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр; яҙғы-йәйге энцефалитҡа ҡаршы кәзә вакцинаһы эшләү менән шөғөлләнә, лаборантка Н. Я. Уткина менән бергә энцефалит вирусын йоҡтороу һөҙөмтәһендә һәләк була. Ағаһы — механик Г. И. Баренблатт.

1957 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлай. 1956 йылда курсташы, билдәле физик Бенцион Моисеевич Вулдың ҡыҙы Елена Бенционовна Вулға өйләнә.

А. Н. Колмогоровтың уҡыусыһы. Фән кандидаты (1960), фән докторы (1964). 1960 йылдан Мәскәү дәүләт университетында эшләй, 1971 йылдан — профессор. Шулай уҡ Л. Д. Ландау исемендәге Теоретик физика институтының өлкән (1962), һуңынан баш (1986) ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. 1993 йылдан — Принстон университеты профессоры.

Уның уҡыусылары араһында Г. А. Маргулис айырыуса билдәле.

1983 йылдан — Америка сәнғәт һәм фән академияһының почётлы сит ил ағзаһы[13]. Америка Ҡушма Штаттары Милли фәндәр академияһыны сит ил ағзаһы (1999)[14]. 2009 йылда Лондон король йәмғиәтенең сит ил ағзаһы итеп һайлана[15]. 2012 йылдан Америка математика йәмғиәтенең мөхбир ағзаһы булып тора

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп эштәре математика, шулай уҡ математик физика өлкәһенә ҡарай, айырыуса ихтималлыҡ теорияһы, динамик системалар теорияһы, эргодик теория һәм статистик физиканың башҡа математик проблемалары тығыҙ үрелеп бара. Тәүгеләрҙән булып динамик системаларҙың киң класы өсөн энтропияны иҫәпләп сығарыу мөмкинлеген таба («Колмогоров — Синай энтропияһы»). Уның кире кәкрелек йөҙө өҫтөндә геодезик ағымдар буйынса эштәре ҙур әһәмиәткә эйә, унда ул геодезия ағымы траекторияһы буйлап күсеүҙәр осраҡлылыҡтың мөмкин булған иң көслө үҙенсәлектәренә эйә һәм, ғөмүмән, ихтималлыҡ теорияһының үҙәк сик теоремаһын ҡәнәғәтләндергән осраҡлы процестар тыуҙырыуын иҫбатлай. Хеҙмәттәренең ҙур серияһы таратыусы биллиардтар теорияһы — "Синай биллиардтары"на (ингл.) en (Dynamical billiards) арналған[16]. Я. Г. Синайҙың фазалар күсеүе, квант хаосы теорияһы, Бюргерс тигеҙләмәһенең динамик үҙенсәлектәре, бер үлсәмле динамика өлкәһендәге эштәре яҡшы билдәле.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Я. Г. Синай 2007 йылда
  • Мәскәү математика йәмғиәте премияһы (1960)
  • Больцман миҙалы (1986)
  • СССР Фәндәр академияһының А. А. Марков исемендәге премияһы (1989)
  • Соломон Лефшецтың мемориаль лекцияһы (1989)
  • Математик физика өлкәһендә Дэнни Хайнеман премияһы (1990)
  • Дирак миҙалы. (1992)
  • Математика буйынса Вольф премияһы (1996/1997)
  • Ю. Мозер лекцияһы (2001)[17]
  • Математика буйынса Неммерс премияһы (2002)
  • Колмогоров миҙалы (2007)
  • Пуанкаре премияһы (2009)
  • Добрушин исемендәге халыҡ-ара премия (2009)[18]
  • Стил премияһы (2014)
  • Марсель Гроссман премияһы (2015)
  • Синай Я. Г. Введение в эргодическую теорию. — Ереван: Изд-во Ереванского университета, 1973. — 132 с.
  • Синай Я. Г. Теория фазовых переходов: строгие результаты. — М.: Наука, 1980.
  • Корнфельд И. П., Синай Я. Г., Фомин С. В. Эргодическая теория. — М.: Наука, 1980.
  • Синай Я. Г. Курс теории вероятностей. Ч. 1. — М.: Изд-во МГУ, 1985; Ч. 2. — М.: Изд-во МГУ, 1986.
  • Синай Я. Г. Современные проблемы эргодической теории. — М.: Физматлит, 1995.
  • Синай Я. Г. Введение в эргодическую теорию. — 2-е изд., испр. и доп. — М.: ФАЗИС, 1996. — XII + 132 с.: ил. — (Библиотека студента-математика; Вып.1). — ISBN 5-7036-0022-7. (Книгу «Современные проблемы эргодической теории» (М.: Физматлит, 1995) можно рассматривать в известной степени как продолжение данной книги.)
  • Yakov Sinai. Russian Mathematicians in the 20th Century. — World Scientific, 2003. — 700 с.
  • Yakov G. Sinai. Selecta. Volume I: Ergodic Theory and Dynamical Systems, Springer, 2010.
  • Yakov G. Sinai. Selecta. Volume II: Probability Theory, Statistical Mechanics, Mathematics Physics and Mathematical Fluid Dynamics, Springer, 2010.

Баҫмаларҙың мөхәррире:

  • Многокомпонентные случайные системы / ИППИ АН СССР; отв. ред. Р. Л. Добрушин, Я. Г. Синай. — М.: Наука, 1978. — 324 с.
  • Странные аттракторы: сборник статей / пер. с англ. под ред. Я. Г. Синая, Л. П. Шильникова. — М.: Мир, 1981. — 253 с.
  • Зайлер Э. Калибровочные теории: связи с конструктивной квантовой теорией поля и статистической механикой / пер. с англ. В. В. Аншелевича, Е. И. Динабурга; Под ред. Я. Г. Синая. — М.: Мир, 1985. — 222 с.
  • Нейман Дж. фон. Избранные труды по функциональному анализу. В 2 т. / Под ред. А. М. Вершика, А. Н. Колмогорова и Я. Г. Синая. — М.: Наука, 1987.
  • Фракталы в физике: Труды VI международного симпозиума / Пер. с англ. под ред. Я. Г. Синая и И. М. Халатникова. — М.: Мир, 1988. — 670 с.
  • Математические события XX века: Сб. статей / Ред. Ю. С. Осипов, А. А. Болибрух, Я. Г. Синай. — М.: Фазис, 2003, — 548 с.