Сиримаво Бандаранаике | |
синг. සිරිමාවෝ රත්වත්තේ ඩයස් බණ්ඩාරනායක | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Шри-Ланка |
Тыуған көнө | 17 апрель 1916[1][2][3][…] |
Тыуған урыны | Балангода[d], Британский Цейлон[d], Британия империяһы |
Вафат булған көнө | 10 октябрь 2000[1][2][3][…] (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Kadawatha[d], Западная провинция[d], Шри-Ланка |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | Миокард инфаркты |
Хәләл ефете | Соломон Бандаранаике[d] |
Балалары | Анура Бандаранаике[d], Чандрика Кумаратунга[d] һәм Sunethra Bandaranaike[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, дипломат |
Биләгән вазифаһы | член Парламента Шри-Ланки[d], премьер-министр Шри-Ланки[d], премьер-министр Шри-Ланки[d], премьер-министр Шри-Ланки[d], лидер оппозиции Шри-Ланки[d], лидер оппозиции Шри-Ланки[d], член Парламента Шри-Ланки[d] һәм член Парламента Шри-Ланки[d] |
Уҡыу йорто | St Bridget's Convent, Colombo[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Партия свободы[d] |
Сиримаво Бандаранаике Викимилектә |
Сирима́во Бандарана́ике, Сирима́во Ди́ас Бандарана́ике (ҡыҙ фамилияһы Ратва́тте), синг. සිරිමාවෝ රත්වත්තේ ඩයස් බණ්ඩාරනායක, там. சிறிமாவோ ரத்வத்த டயஸ் பண்டாரநாயக்க, ингл. Bandaranaike, Sirimavo (1916 йылдың 17 апреле, Ратнапура — 2000 йылдың 10 октябре, Коломбо) — Шри-Ланка (1970 йылға тиклем Цейлон) премьер-министры (1960—1965, 1970—1977, 1994—2000 йылдарҙа), донъяла премьер-министр булып һайланған беренсе ҡатын-ҡыҙ [4]. Хәрби блоктарға ҡатнашмау, нейтраллек һаҡлау һәм һыйышып тыныс йәшәү сәйәсәте алып бара. Һинд океанында хәрби базаларҙы бөтөрөү өсөн көрәшә.
1916 йылдың 17 апрелендә Цейлон доминионының Ратнапура ҡалаһы эргәһендәге Балангод ауылында эре ер биләүсе ғаиләһендә тыуған. Милләте — сингал, дине — буддасылыҡ. Коломбола Изге Бригитта католик мәктәбендә белем ала.
1940 йылда Бөйөк Британия колонияһы администрацияһында эшләгән Соломон Бандаранаикеға (1951 йылдан Цейлонды азат итү фирҡәһе рәйесе, 1956 йылдан Цейлон премьер-министры) тормошҡа сыға. Ире үлтерелгәс (1959), Цейлонды азат итү фирҡәһенең (ЦАИФ, һуңыраҡ Шри-Ланканы азат итеү фирҡәһе, ШЛАИФ) (en) юлбашсыһы, 1960 йылдан фирҡә рәйесе. Был фирҡә 1960 йылдың июлендә уҙған һайлауҙарҙа еңә.
1960-1965 йылдарҙа беренсе мөҙҙәткә премьер-министр итеп һайлана. Шулай итеп, яңа дәүерҙә донъяла хөкүмәт башлығы итеп һайланған беренсе ҡатын кеше булып сыға.
1963 йылда инглиз теле урынына сингал теле дәүләт теле итеп иғлан ителә (бының менән илдәге тамил милли аәҙселеге килешмәй). Сирима́во Бандарана́ике хөкүмәт башында сағында (1972 йылда) илдең яңы конституцияһы ҡабул ителә, Бөйөк Британия милләттәр берҙәмлеге доминионынна бойондороҡһоҙ Шри-Ланка демократик социалистик (буддасыл) йөмһүриәтенә әйләнә.
2000 йылдың авгусында 84 яшендә хөкүмәт башлыгы вазифаһынан киткәнгә тиклем ул, илдәге сәйәси хәлдәргә бәйле, дәүләт кимәлендә бер нисә тапҡыр вазифаһынан да бушатыла, яңынан хакимиәткә ҡайта . 2000 йылдың 10 октябрендә, һайлау округынан ҡайтып барғанда, йөрәк өйәнәгенән вафат була[5].
Ире Соломон Бандаранаике (1899-1959), Шри-Ланка премьер-министры (1956-1959).
Шри-Ланка баш ҡалаһы Коломбо халыҡ-ара һауа яланына Бандаранаике исеме бирелгән