Скандинавия | |
---|---|
Территория | 928 057 км² |
Халҡы | 20 419 799 кеше |
Тығыҙлығы | 22 кеше/км² |
Дания Норвегия Швеция | дәүләтте керетеп |
Телдәр | дат, норвег, швед |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1 UTC+2 |
Интернет-домены | .dk, .no, .se |
Ҡалалар | Стокгольм, Копенгаген, Осло |
Scandinavia Викимилектә |
Скандина́вия (дан. һәм швед. Skandinavien, норв. Skandinavia) — Европаның төньяғында урынлашҡан һәм үҙ эсенә Скандинавия һәм Ютландия ярымутрауҙарын һәм эргә-тирәләге утрауҙарҙы үҙ эсенә алған тарихи-мәҙәни өлкә. Традицион рәүештә Скандинавияға өс дәүләт — Швеция, Норвегия һәм Дания инә. Географик мәғәнәлә Скандинавия төшөнсәһе ҡайһы берҙә Скандинавия ярымутрауына синонимлы булып тора[1]. Скандинавия киң мәғәнәлә шулай уҡ Финляндияны, Исландияны һәм Атлантик океандың төньяғындағы ҡайһы бер утрауҙарын үҙ эсенә ала[2], һәм «Төньяҡ Европа илдәре» (швед. Norden, ингл. Nordic countries) төшөнсәһенә яҡынлай.
Скандинавия төбәге үҙенең көньяҡ өлөшөндә (Ютландия ярымутрауында һәм Скандинавия ярымутрауының көньяҡ осонда) б.э.т. XIV быуаттан алып боронғо германдарҙың ата-бабалары — Хәрби балталары мәҙәниәте вәкилдәре йәшәгән[3]. Артабанғы төбәкте колонизациялау б.э. 1-се мең йыллыҡ аҙағында булған викингтарҙың диңгеҙ походтарына бәйле; был осорҙа Исландияла кешеләр урынлаша башлай. 1397—1523 йылдарҙа Скандинавия дәүләттәре Кальмар унияһына берләшәләр.
Скандинавия илдәренең телдәре — дат, норвег һәм швед телдәре уртаҡ боронғо скандинавия теленән барлыҡҡа килгәндәр һәм герман телдәре төркөмөнөң төньяҡ тармағына ҡарайҙар.
Төбәктең төньяғында фин һәм саам телдәрендә һөйләшеүселәр йәшәй.
Скандинавия географиһы күп төрлө. Бында норвег фьордтары, Скандинавия тауҙары, Данияның уйһыулы өлкәләре, архипелагтар бар. Швецияла Боҙланыу осоронан ҡалған күлдәр күп.
Климат төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай үҙгәрә. Көнбайыш Европаға хас булған диңгеҙ климаты Данияла, Швецияның көньяғына һәм Норвегияның көнбайыш яр буйында өҫтөнлөк итә. Был ерҙәрҙә яуым-төшөмдәр бик йыш була һәм Норвегияның ҡайһы бер өлкәләрендә 5 000 мм-ға барып етә. Үҙәк өлөштә — Ослонан Стокгольмға тиклем — дымлы континенталь климат өҫтөнлөк итә, ә төньяҡта субарктик климаты хакимлыҡ итә.
Скандинавияла теркәлгән иң юғары температура +38,0 °C (Малилль, Швеция)[4], ә теркәлгән иң түбән температура −52,5 °C (Вуоггачольм, Швеция) тәшкил итә.
Скандинавия Викимилектә | |
Скандинавия Викияңылыҡтарҙа | |
Скандинавия Викигид |