Скоморохов Николай Михайлович (19 май 1920 йыл — 14 октябрь 1994 йыл, Монино) — Бөйөк ватан һуғышының совет осоусы-истребителе, авиация маршалы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби осоусыһы (1971), хәрби фәндәр докторы, профессор. СССР Юғары Советының 6-8-се саҡырылыш депутаты (1962—1974).
Скоморохов Николай Михайлович 1920 йылдың 19 майында Һарытау губернаһы Лапоть ауылында (хәҙер — Һарытау өлкәһе Красноармейск районы Белогорское ауылы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Милләте буйынса — урыҫ.
1930 йылдан Әстерханда йәшәй. 1935 йылға тиклем урта мәктәптә уҡый, һуңынан ФЗУ мәктәбен тамамлай, III Интернационал исемендәге заводта токарь һәм слесарь булып эшләй, китапхана техникумын тамамлай. 1939 йылдан техникумда һәм аэроклубта уҡый.
1940 йылдың декабрендә үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армияға китә. 1942 йылдың мартынан Батайск хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлай.
Ҡатыны — Мария, ҡыҙы — Светлана.
Скоморохов 1942 йылдың декабрендә рядовой осоусы булып һуғыша башлай, Адлер аэродромынан оса. 1943 йылдың ғинуарында беренсе еңеүен яулай. Кавказ аръяғы, Төньяҡ Кавказ, Көньяҡ-Көнбайыш, 3-сө Украина фронттарында 5-се һәм 17-се һауа армияһы составында һуғыша. Кавказды обороналауҙа һәм азат итеүҙә, Украинаны, Молдованы, Румынияны, Болгарияны, Югославияны, Венгрияны, Чехословакияны азат итеүҙә, дошманды Австрия территорияһында тар-мар итеүҙә ҡатнаша.