Смедерево ҡәлғәһе

Кесе ҡәлғәгә күренеш.

Смедерево ҡәлғәһе (сер. Смедеревска тврђава) — XV быуат башында Дунай ярында урынлашҡан ҡәлғә, унан Сербия деспотияһы менән Георгий Бранкович идара итә. Ваҡыт уҙыу менән, ҡәлғә тирәләй Смедерево ҡалаһы төҙөлә. 1459 йылда төрөктәрҙең ҡәлғәне яулап алыу һөҙөмтәһендә урта быуат серб дәүләтселеге тулыһынса юҡҡа сығарыла.

Ҡәлғәне Бранковичтар 1428 йылда төҙөй башлай. Белград венгрҙар ҡулында булғанлыҡтан, Смедерево Венгрияның яңы баш ҡалаһы булып китә. 1430 йылда ҡәлғәнең кесе нығытма өлөшө, шул иҫәптән һарай һәм башҡа биналар төҙөлөшө тамамлана. 1430—1439 йылдарҙа дөйөм майҙаны 11 гектар тәшкил иткән өс мөйөшлө Бөйөк ҡәлғә-нығытма төҙөлөп бөтә, шуның арҡаһында Смедерево ҡәлғәһе Европаның тигеҙлектә урынлашҡан иң ҙур ҡәлғәһе иҫәбенә инә[1]

Дунайға яҡын Кесе ҡәлғә-нығытманың диуары эсендә ҡабул итеү өсөн залы була, унда урта быуат һарайы тормошо үтә, шулай уҡ ювелир оҫтаханаһы, типография урынлаша, тәңкәләр баҫыла. Бөйөк ҡәлғә-нығытма эсендә урам һәм Благовещен сиркәүе урынлаша; һуңғыһында Изге Лука ҡалдыҡтары һаҡлана, тип иҫәпләнә. Шулай уҡ бөйөк ҡәлғә һөнәрселек һәм сауҙа үҙәге булараҡ билдәле, унда Дубровниктан колония эшләй.

1459 йылда Ғосман империяһы тарафынан баҫып алына. 1867 йылда, кенәз Михаила Обренович хакимлыҡ иткәндә, Смедерево ҡәлғәһе асҡыстары Сербияға кире ҡайтарыла.

Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында немец ғәскәрҙәре ҡәлғәне һуғыш кәрәк-яраҡтары һаҡлау өсөн ҡуллана. 1941 йылдың 5 июнендә һуғыш кәрәк-яраҡтары шартлай һәм нығытма ҡоролмаларының бер өлөшөн юҡҡа сығара. Шартлауҙа 2500-гә яҡын кеше һәләк була һәм 5 меңдән ашыу кеше яралана. Союздаштар авиацияһы 1944 йылда бомбаға тотҡанда, ҡәлғәгә тағы ла ҙур зыян килә.

Бөйөк ҡәлғә нығытмалары

Смедерево ҡәлғәһе — төҙөк булмаған өсмөйөштө хәтерләткән монументаль комплекс. Бер яҡтан ҡәлғә Дунай, икенсе яҡтан — Езава йылғаһы менән сикләнә, ә өсөнсө яҡтан асыҡ була, тик ҡәлғә ҡоролмалары ғына һаҡлай.

Ҡәлғә 1,5 саҡрымлыҡ 2 метрҙан ашыу ҡалынлығындағы стеналар менән уратып алынған һәм 25 башня (шул иҫәптән 19 Бөйөк ҡәлғә-нығытма башняһы һәм 6 Бәләкәй ҡәлғә-нығытма башняһы) бейеклеге яҡынса 25 метр.

Бөйөк ҡәлғә нығытмалары күренеше (кесе ҡәлғәнең стенаһынан фото)
  1. Информация Туристической организации общины Смедерево