Сокчхо | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Канвондо[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+9:00[d] |
Халыҡ һаны | 79 846 кеше (2015) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 2 метр |
Туғандаш ҡала | Йонаго[d], Грешем[d], Чонып[d][1] һәм Тайдун[d][2] |
Майҙан | 105,25 км² |
Рәсми сайт | sokcho.gangwon.kr/foreig… |
![]() | |
![]() | |
![]() | |
![]() | |
![]() | |
Был объекттан күренештәр категорияһы | Category:Views from the Sokcho Lighthouse Observatory[d] |
![]() |
Сокчхо (кор.속초시?, 束草市?, Sokcho-si) — Көньяҡ Кореяның Канвондо провинцияһындағы ҡала. Илдең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Көнсығыш диңгеҙе яры буйында урынлашҡан.
Ҡала эсендәге боронғо ултыраҡтар бронза быуатына ҡарай. Борон хәҙерге Сокчхо биләмәһе Корея дәүләте Когурьёға ҡараған, ә VI быуатта Силла дәүләте контроле аҫтына күскән. 757 йылғы административ реформаларҙан һуң бында Иннёнхён (Иннён районы) административ берәмек барлыҡҡа килә. 1221 йылда (Корё династияһы) биләмә Янджа составына инә.
Сокчхо тураһында 1760 йылда телгә алына — Чосон дәүләте картаһына индерелгән була.
1945 йылдың 24 авгусынан алып 1951 йылдың 8 ғинуарына тиклем Сокчхо төньяҡ коммунистик хөкүмәт хакимлығы аҫтында була, унан һуң көньяҡ корея ғәскәрҙәре тарафынан яулап алына.
Сокчхоға 1963 йылда ҡала статусы бирелә[3].
Сокчхо Япон диңгеҙе ярында Демилитаризациялы зонанан көньяҡҡа ҡарай 62 километр алыҫлыҡта урынлашҡан һәм Сораксан милли паркына ҡапҡалар булып тора. Сокчхоны Приморье крайы менән тоташтырыусы паром кисеүе бар.
Сокчхо климаты Кореяның континенталь өлөшөнән бер аҙ айырыла. Ҡала көнбайыштан тауҙар менән уратып алынған һәм диңгеҙ буйында ята, шуға күрә климаты океан йоғонтоһо аҫтына эләгә. Йыллыҡ уртаса температура — 11,8 °C, уртаса йыллыҡ яуым — төшөм күләме 1300 мм. Елдең уртаса тиҙлеге — 3,1 м/с[4].
Йылдар буйынса халыҡ һаны динамикаһы:
1970 | 1975 | 1980 | 1985 | 1990 | 1995 | 2000 | 2005 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
024 73 | 351 71 | 759 65 | 430 69 | 758 73 | 979 81 | 880 87 | 706 84 | 80 505 |
Исеме | Хангыль | Майҙаны, км² | Халыҡ, кеше |
---|---|---|---|
Йоннандон | 영랑동 | 7,60 | 6217 |
Кедон | 교동 | 0,75 | 13 066 |
Кымходон | 금호동 | 1,43 | 7976 |
Нохактон | 노학동 | 22,29 | 412 23 |
Тонмендон | 동명동 | 0,78 | 4360 |
Тэпходон | 대포동 | 65,89 | 3933 |
Чояндон | 조양동 | 5,62 | 915 20 |
Чхонходон | 청호동 | 0,94 | 4720 |
Бюджетын барлыҡҡа килтереүсе тармаҡ булып туризм тора. Пляждар һәм йәнәшәләге билдәле Сораксан тауҙары һыҙаты ҡалаға Көньяҡ Кореянан да, шулай уҡ сит илдәрҙән дә күп туристарҙы йәлеп итә.
2003 йылда ҡала бюджеты 160,700 вон миллиард тәшкил (яҡынса 150 миллион доллар)[5] иткән.
Тарихи:
Тәбиғи:
Фестивалдәр:
Илдәге бөтә ҡалалар һәм өйәҙҙәр кеүек үк Сокчхоның да үҙенең бер нисә символы бар[8]:
Сокчхоның бер нисә туғандаш ҡалаһы бар[9]: