Сона́та (итал. sonare — яңғырау) — соната формаһы тип аталған инструменталь музыка жанры. Фортепиано һәм камера оркестры өсөн ижад ителә. Ҡағиҙә булараҡ, соло һәм дуэт. Шулай уҡ соната тип музыкаль пьессалар йыйынтығын атайҙар.
Соната формаһы ике теманың ҡаршылыҡлы үҫештә менән бирелүе менән характерлы. Уға ике тональлектең ҡапма-ҡаршылығы, сюжеттың, ҡағиҙә булараҡ, тиҙләтелгән темпта барыуы хас. Соната XVII быуатта уҡ барлыҡҡа килә. Бер цикл эсендә темп яғынан дүрт өлөш: тиҙле темп — аҡрын — тиҙле — аҡрын темп. Ләкин был форма аҡрынлап үҙгәрешкә дусар була. Соната үҙенең иң юғары дәрәжәһенә Гайдн, Моцарт, Бетховен ижадтарында ирешә. Бетховен сонаталары тирән эстәлеклелек, образдарның көслөлөгө, эске конфликтлылығы менән характерлана. Соната формаһы Ф. Шопен, P. Шуман, Ф. Лист, И. Брамс, Э. Григ һ. б. тарафыннан ҡулланыла һәм үҫтерелә. XX быуатда M. Равель, К. Дебюсси, A. Скрябин, C. Прокофьев, Д. Шостакович, П. Хиндемит, Б. Барток һ. б. композиторҙар соната жанры өҫтөндә актив эшләҙәр[1].
Был музыка тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырыр кәрәк. |