Стефан (Штефан) Прокопиу | ||||
рум. Ștefan Procopiu | ||||
![]() | ||||
Тыуған көнө | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Румыния, Бырлад ҡалаһы | |||
Вафат көнө | ||||
Вафат урыны |
Румыния, Яссы ҡалаһы | |||
Ил | ||||
Ғилми даирәһе | ||||
Эшләгән урыны |
Бухарест университеты | |||
Альма-матер |
Яссы университеты | |||
Ғилми дәрәжәһе |
Румыния Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы | |||
Ғилми исеме |
профессор | |||
Ниндәй өлкәлә танылған |
физик, Бор магнетонын беренсе асыусы һәм иҫәпләүсе | |||
Награда һәм премиялары |
Румыния Социалистик Республикаһының
| |||
Стефан (Штефан) Прокопиу (рум. Ștefan Procopiu; 19 ғинуар 1890 йыл — 22 август 1972 йыл) — румын ғалим-физигы, педагог, профессор (1926), физика-математика фәндәре докторы (1924), Румыния Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1955)[1]. Румыния Социалистик Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты (1964).
Стефан (Штефан) Прокопиу 1890 йылдың 19 ғинуарында Румынияның көнсығышында урынлашҡан хәҙерге Васлуй жудецендағы Бырлад ҡалаһында тыуған.
1908—1912 йылдарҙа Александру Ион Куза исемендәге Яссы университетында уҡый.
1913—1919 йылдарҙа Бухарест университетында ассистент булып эшләй. 1919 йылда стипендиат итеп Францияға ебәрелә, унда Париж университетында Габриэль Липпман, Мария Склодовская-Кюри, Поль Ланжевен һәм улар кеүек башҡа билдәле ғалим-физиктарҙың лекцияларын тыңлай.
1924 йылдың мартында «физика-математика фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһен ала. Үҙ илена ҡайтҡандан һуң, 1925 йылдың ғинуарынан — Яссы университетында гравитация, йылылыҡ һәм электр фәндәре буйынса профессор. Был вазифала 1962 йылда пенсияға сыҡҡансы эшләй. Шунда уҡ Георге Асаки исемендәге Яссы техник университеты профессоры итеп тәғәйенләнә.
1936 йылдан Румыния Фәндәр академияһы ағзаһы[2], 1948 йылдың июненән — Румыния Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, ә 1955 йылдың июленән — Фәндәр академияның мөхбир ағзаһы.
Стефан Прокопиу ике тапҡыр халыҡ-ара Нобель премияһы биреү комитетының ағзаһы була.
Ғалимдың фәнни тикшеренеүҙәре электромагнетизмға, термодинамикаға, электрохимияға, оптикаға, магнетизмға һәм спектроскопияға арналған.
1911 йылда Стефан Прокопиу тәүгеләрҙән булып магнит мәле берәмеге — Бор магнетонын аса һәм уны иҫәпләй, был дәүмәл һуңынан Дания физигы Нильс Бор (7.10.1885—18.11.1962) хөрмәтенә уның исеме менән атала.