Столыпин Пётр Аркадьевич | |
рус. Пётр Аркадьевич Столыпин | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө |
5 сентябрь 1911[1] (49 йәш) |
Ил | |
Тормош иптәше | |
Столыпин Пётр Аркадьевич Викимилектә | |
Петр Аркадьевич Столыпин - (2 [14] апрель, 1862, Дрезден, Саксония — 5 [18] сентябрь, 1911, Киев) - Рәсәй империяһы дәүләт эшмәкәре. Гродно һәм Һарытау губернаһы губернаторы, Эске эштәр министры, Рәсәй премьер министры (хөкүмәт рәйесе) булып эшләгән.
Беренсе Рәсәй инҡилабын баҫтырыусы, аграр реформа үткәреүсе, хәрби-ялан хөкөмө ҡанунын булдырыусы. Рәхимһеҙ сәйәсәте өсөн Столыпинды тәнҡитләү күп булған.
Көнбайыш губерналарҙа урындағы хакимиәтен индергән.
Бөйөк Финляндия кенәзлеге үҙидараһын сикләгән.
Һайлау хоҡуҡтарын кәметкән. Икенсе Думаны таратҡан.
Столыпинды 11 тапҡыр үлтермәксе булғандар.
1911 йылдың 1 (14) сентябрендә Киев ҡала театрында анархист Дмитрий Богров (һаҡсы бүлегенең белдереп тороусыһы) тарафынан атып яраланған, ике көндән Столыпин үлгән. Киев-Печора лавраһына күмелгән.
Аграр реформа проектын Витте тәҡдим иткән, ләкин үткәрергә өлгөрмәгән.
Столыпин ошо реформаны үткәрә башлаған.
Реформа буйынса крәҫтиәндәргә ергә хосуси милекселек индерелгән, утарҙар булдырылған, коммуна (уртаҡ крәҫтиән хужалығы) бөтөрөлгән.
Аграр реформа үткәргәндә крәҫтиәндәр көсләп күсерелгән булған, шулай уҡ Башҡортостанға күсереп (һөрөп ) ебәрелгәндәр булған.
Совет заманында Столыпин эшсәнлеге тәнҡитләнә һәм насар баһа бирелә, Столыпин галстугы (аҫып үлтереүсе) ҡушаматы иҫкә төшөрөлә.
Шулай уҡ либераль эшмәкәр Дмитрий Шипов 1908 йылда Столыпинды иректәрҙе ҡыҫҡаны өсөн тәнҡитләй.
Ҡайһы бер тарихсылар фекере буйынса Столыпин башлаған аграр реформа күбеһенсә алпауыттар, эре ер биләмәләре милекселәре файҙаһына үткәрелгәнгә күрә крәҫтиәндәрҙең ер мәсьәләһе сиселмәй ҡалған һәм шул Рәсәй инҡилабына килтергән. Һул ҡарашлы көстәр (эсерҙар, бигерәк тә большевиктар) ер мәсьәләһен тиҙ арала альтернатив сисеүҙе - алпауыттарҙың ер биләмәләрен крәҫтиән араһында бүлеүҙе тәҡдим итәләр, һәм крәҫтиәндәр тарафынан яҡланып, хакимиәткә киләләр.
Монархистар һәм ҡайһы бер либералдар Столыпин эшсәнлегенә яҡшы баһа бирә. Хатта Горячкин Харбин ҡалаһында 1928 йылда "Беренсе рус фашисы" китабын сығара, китапта Столыпин менән Муссолини һәм Гитлер сағыштырыла. Урыҫ фашистары Харбинда Столыпинды үҙ юлбашсыһы итеп һанаған. Күбеһе урыҫ милләтселәре, уң ойошмалар, шул иҫәптән яҙыусы Солженицын Столыпинды бик хөрмәтләй. Батшалыҡты яратыусылар Столыпинды һуңғы монархияның яҡлаусыһы тип йөрөтә.