Судоку (япон. 数独су:доку , әйтелеше )(яп. 数独 су:доку, әйтелеше ) — һандарҙан торған башватҡыс. Ҡайһы ваҡыт судокуны «магик квадрат» тип яңылыш әйтеп йөрөтәләр, сөнки судоку 9-сы тәртиптәге латин квадраты. Судокуны төрлө илдәрҙең гәзит-журналдары бик әүҙем баҫып сығаралар, судоку йыйынтыҡтары ҙур тираждар менән нәшер ителә. Судоку башватҡысын сисеү — ялдың бер популяр төрө.
Уйын яланы 9×9 ҙурлығындағы квадраттан ғибәрәт, ул өс шаҡмаҡлы бәләкәй квадраттарға бүленгән. Бөтә уйын яланы шулай итеп 81 шаҡмаҡтан тора. Уларҙа уйын башында бер нисә һан яҙылып ҡуйылған. Улар аҫтыртын әйтелеүсе һандар. Уйнаусы ошо һандарҙан файҙаланып буш шаҡмаҡтарҙы 1-ҙән алып 9-ға тиклем һандар менән тултырырға тейеш. Һәр бер бағаналағы һәм 3×3 квадратында һандар бары тик бер генә тапҡыр ҡулланылырға тейеш.
Судокуның ҡатмарлылығы иң башта бирелгән аҫтыртын әйтеүсе цифрҙар иҫәбенең күпме булыуына һәм уны сисеү ысулдарының ниндәйен ҡулланыуға бәйле. Уларҙың иң ябайҙары дедуктив ысул менән сиселә: һәр ваҡыт бер шаҡмаҡта бары тик бер генә һан тора торған шаҡмаҡ бар. Судокуның ҡайһы берҙәре бер нисә минут эсендә генә сиселә, ә ҡайһы берҙәренә бер нисә сәғәт бүлергә лә тура килә.
Дөрөҫ төҙөлгән башватҡыстың бары тик бер генә сиселеше бар. Тик ҡайһы бер интернет сайттарында бер нисә сиселеше йә булмаһа сиселешәрҙең төрлө вариантлыһы ла бирелә.
XVIII быуатта Леонард Эйлер «Carré latin» "Латин квадраты» тигән уйынды уйлап сығарған. Үткән быуаттың 70-се йылдарында Төньяҡ Америкала махсус һанлы кроссвордтар уйлап сығарылған. АҠШ-та 1979 йылда «Dell Puzzle Magazine» журналында беренсе тапҡыр судоку баҫылған. Ул саҡта башватҡыс «Number Place» тип аталған. 1980—1990 йылдарҙа «Nikoli» япон журналы үҙенең биттәрендә башватҡысты даими рәүештә баҫтырып сығара башлаған, шунан алып судоку ҙур популярлыҡ ҡаҙанған. Хәҙер судоку — күп гәзиттәрҙең мотлаҡ компоненты булып тора. Мәҫәлән, немецтарҙың күп миллионлы «Die Zeit»[1], австриялыларҙың «Der Standard»[2], Рәсәйҙең «Труд» гәзиттәре шундайҙарҙан.
Дөйөмләштерелгән судокуның төп бурысы N2×N2 яланында NP-ның тулы һаны, сөнки ундағы мәсьәләнең төп бурысы булып латин квадратын тултырыу тора[3].
Оҙаҡ ваҡыт судокуны сисеү өсөн мәсьәләнең минималь аҫтыртын һандарының иҫәбе нисә булыуы кәрәклеге тураһындағы һорау билдәле булмаған. Мәҫәлән, 16 аҫтыртын әйтеүсе һан менән бирелгән судокуны сисеп буламы? Sudoku@vtaiwan иҫәпләүҙәрҙең бүленеше проекты BOINC платформаһында шундай судокуҙарҙың булыу мөмкинлеген тикшергән[4]. Был тикшеренеүҙәр 2012 йылдың ғинуарында 16 аҫтыртын һаны булған судокуларҙың сиселеше булмауын иҫбатлай[5].
Миҫал: