Сулавеси | |
---|---|
Майҙаны | 453 мең км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 6220 м |
Сулавеси диңгеҙе Викимилектә |
Сулавеси (индон. Laut Sulawesi, ингл. Celebes Sea), Целебес диңгеҙе) — Тымыҡ океандың көнбайыш өлөшөндәге диңгеҙ.
Сулавеси, Калимантан, Минданао, Сангихе утрауҙары һәм Сулу архипелагы араһында урынлашҡан. Майҙаны яҡынса 453 мең км², максималь тәрәнлеге 6220 м, һыу температураһы йыл әйләнәһенә 27-28 °С, тоҙлолоғо яҡынса 34,5‰.
Сулу архипелагында бихисап мәрйен рифтары урынлашҡан, ә Калимантандың яр буйҙарын башлыса мангр урмандары менән ҡаплаған.
Сулавеси диңгеҙенең ағымдары Минданао ағымының тәьҫире арҡаһында барлыҡҡа килә. Диңгеҙ аша Тымыҡ океан һыуҙары Һинд океаны яғына йүнәлә.
Төп порттары — Венанг (Сулавеси утрауы) һәм Таракан (Таракан утрауы).
Был диңгеҙ тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |