Сулимов Даниил Егорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 21 декабрь 1890 (2 ғинуар 1891) или 22 декабрь 1890 |
Тыуған урыны | Минйәр |
Вафат булған көнө | 27 ноябрь 1937 (46 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР, Совет Рәсәйе |
Үлем төрө | Үлем язаһы |
Ерләнгән урыны | Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | председатель Совета народных комиссаров РСФСР[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | ВКП(б)-ның XVII съезы[d] |
Ойошма ағзаһы | КПСС Үҙәк комитеты һәм Общество старых большевиков[d] |
Сулимов Даниил Егорович Викимилектә |
Сулимов Даниил Егорович (21 декабрь 1890 йыл (2 ғинуар 1891 йыл) — 27 ноябрь 1937 йыл) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре[1]
Даниил Егорович Сулимов Минйәр металлургия заводы ҡасабаһында (хәҙер — Силәбе өлкәһе Минйәр ҡалаһы) эшсе-прокатлаусы ғаиләһендә тыуған. 1905 йылда эшсе сифатында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Шул уҡ йылды РСДРП(б) ағзаһы була. 1907 йылда РСДРАП(б)-ның Минйәр комитеты ағзаһы була. Бер нисә тапҡыр ҡулға алына. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында 1915 йылда армияға мобилизациялана, унда Өфө һәм Глазов ҡалаларында һалдаттар араһында революцион агитация үткәрә.[2]
1917 йылда Февраль революцияһынан һәм Октябрь революцияһынан һуң совет етәкселеге, хужалыҡ һәм партия эшендә[2].
1918 йылдың ноябрь — декабрь айҙарында — Пермь башҡарма комитеты рәйесе[3]. 1919 йылда — Һамар совет ауыл хужалығы ағзаһы, 5-се армияның политотдел начальнигы урынбаҫары, РКП(б) Силәбе губерна ойоштороу бюроһы рәйесе, Силәбе губерна совет ауыл хужалығы рәйесе
1919—1920 йылдың декабрь-февраль — РКП (б)-ның Силәбе өлкә комитеты г рәйесе . 1920—1923 йылдарҙа — Көньяҡ Урал заводтары идараһы рәйесе, Урал сәнәғәт бюроһы рәйесе, ВЦСПС Урал бюроһы ағзаһы, РКП (б) Үҙәк Комитетының Урал бюроһы ағзаһы, Урал иҡтисади кәңәшмәһе рәйесе.
1923 йылдың декабрендә 1926 йылдың мартында — Урал өлкә башҡарма комитеты рәйесе.
1926 йылдың мартында — 1927 йылдың мартында — Урал өлкә ВКП(б) комитетының 1-се секретары.
1927 йылдың февралендә — 1930 йылдың ноябрендә— 1 юлдар СССР тимер юлдар халыҡ комиссары урынбаҫары.
1937 йылдың 3 июленән 1930 йылдың 22 ноябренә тиклем — РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе
РКП(б) Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат (1921—1923). ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһы (1923—1937). ВКП(б) ойоштороу комитеты ағзаһы (1927 йылдың апреле — 1930 йылдың июне).
ВКП (б) Үҙәк Комитетының июнь пленумында (23-29 июнь 1937) И. Сталин Д. Сулимовты сәйәси лояль булмауында һәм уны«халыҡ дошмандары» менән бәйләнештә ғәйепләй. Пленум ҡарары менән Д. Сулимов ВКП(б) ағзалығы составынан сығарыла.
1937 йылдың 27 июнендә эш урынында — ВКП(б) Июнь пленумы эше ваҡытында ҡулға алына. 1937 йылдың 1 авгусында ВЦИК составынан сығарыла. Ҡоротҡослоҡта, контрреволюцион террорсылар ойошмаларында һәм шпионажда ғәйепләнә. Сулимовтың исеме Сталиндың атып үлтерелә торғандар исемлегенә инә[1] 2021 йыл 23 ғинуар архивланған., ул 1937 йылдың 1 ноябренә билдәләнә (№21 45 кешенән торған исемлегектә, ВКП(б) ҮК кандидаттар һәм элекке кандидаттар грифы аҫтында»). Сталин тарафынан юҡ итеүгә хөкөм ителә[2] 2021 йыл 26 ғинуар архивланған.. 1937 йылдың 27 ноябрендә СССР юғары судының хәрби коллегияһы хөкөм ҡарарын раҫлай. Шул уҡ көндө үк атып үлтерелә.
1956 йылдың 17 мартында үлгәндән һуң аҡлана.