Сулу диңгеҙе | |
---|---|
Урынлашыуы | Көньяҡ-Көнсығыш Азия |
Майҙаны | 335 мең км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 5576 м |
Сулу диңгеҙе Викимилектә |
Сулу (тагал Dagat Sulu, мал. Laut Sulu) — Тымыҡ океан диңгеҙе.
Сулу диңгеҙе төньяҡ-көнсығыш һәм көнсығыштан Филиппин архипелагы, төньяҡ-көнбайыштан оҙон Палаван утрауы, көньяҡ-көнбайыштан Калимантан утрауы һәм көньяҡ-көнсығыштан Сулу архипелагы менән сикләнгән. Сулу диңгеҙен башҡалар менән тоташтырыусы утрауҙар араһындағы боғаҙҙар тар һәм һай. Мәҫәлән, Сулу диңгеҙен Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе менән тоташтырыусы Миндоро боғаҙының тәрәнлеге яҡынса тик 450 м тәшкил итә, ә Сулавеси һәм Минданао диңгеҙҙәре менән тоташтырыусы боғаҙҙар тағы ла һайыраҡ. Диңгеҙҙең максималь тәрәнлеге 5576 м.
Һыу температураһы ҡышын 25,5 °С, ә йәйен 29°С. Тоҙлолоғо 33-34,5‰.
Диңгеҙҙең көньяҡ өлөшөндә мәрйен рифтары таралған. Туббатаха аттолы диңгеҙ ҡурсаулығы булып тора һәм ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы иҫәбенә инә.
Яр буйы халҡы араһында балыҡсылыҡ үҫешкән. Төп порттары — Илоило (Панай утрауы), Замбоанга (Минданао утрауы), Сандакан (Калимантан утрауы) һәм Пуэрто-Принсеса (Палаван утрауы).
Был диңгеҙ тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |