Сун империяһы

Сун империяһы
宋朝

Төньяҡ Сун 1111 йылда
Төньяҡ Сун 1111 йылда

 
 
960 — 1279
Баш ҡала

Кайфэн (Баньлян) (1 млн. кеше), Ханчжоу (Линьань) (800 мең кеше)

Телдәр

ҡытай теле

Дин

конфуцианлыҡ, буддизм, даосизм

Халҡы

100 млн. кеше

Идара итеү формаһы

монархия

Династия

Чжао (趙)

 Сун империяһы Викимилектә
Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Тарихҡа тиклемге Ҡытай
Өс хаким һәм биш император
Ся династияһы
Шан династияһы
Чжоу
Көнсығыш Чжоу Яҙҙар һәм Көҙҙәр
Һуғышыусы батшалыҡтар
Цинь династияһы
Чу династияһы — болалы ваҡыт
Хань Көнбайыш Хань
Синь: Ван Ман
Көнсығыш Хань
Өс батшалыҡ дәүере: Вэй, Шу, У
Көнбайыш Цзинь
Ун алты вәхши дәүләт Көнсығыш Цзинь
Көньяҡ һәм төньяҡ династиялар
Суй династияһы
Тан династияһы
Сун
Төньяҡ Сун
Көнбайыш Ся
Көньяҡ Сун

Сун империяһы (ҡыт. ябайл. 宋朝, пиньин: Sòng Cháo, палл.: Сун чао) — Ҡытайҙа 960 йылдан 1279 йылғаса йәшәп килгән дәүләт. Идара (етәкселек) итеүсе династия — Чжао (趙), хакимлек ҡылған зат-тоҡом фамилияһы буйынса.

Империяға нигеҙ һалыу 907 йылда Тан династияһы (唐朝) ҡолатылғандан һуң Ҡытайҙа хөкөм һөргән бүленгәнлек, ваҡланғанлыҡ һәм тарҡаулыҡты туҡтата. Империяның барлыҡҡа килгәнгә тиклем ил Биш династия һәм ун батшалыҡ дәүерен (五代十国) үткәрә. Династия тарихында 1127 йыл һынылыш осоро булып һанала. Чжурчжэндәр ҡәбиләләре дәүләте Цзинь ғәскәре Сун империяһының баш ҡалаһы Кайфэнды (Баньлянды) баҫып ала. Император ғаиләһе яҡындары һәм ҡуштандары менән Маньчжурияға тотҡонлоҡҡа ҡыуып алып кителә, әммә тәхеттән ҡолатылған монархтың бер улына көньяҡҡа, хәҙерге тарихи өлкә булып һаналған Цзяннань өлкәһенә ҡасырға мөмкинлек тыуа. Ул баш ҡаланы Ханчжоуға (Линьань) күсерә, ә уның ғәскәр башлығы Юэ Фэй (аҙаҡтан Ҡытайҙың милли батыры) чжурчжэндәрҙең көньяҡҡа артабан хәрәкәт итеүен туҡтата. Шунан сығып Сун империяһының тарихы баш ҡаланың күсерелеүе менән бәйле «Төньяҡ осор» (баш ҡала күскәнсе) һәм «Көньяҡ осор» (баш ҡала күсерелгәндән һуң) тигән ике дәүергә бүленеп йөрөтөлә.

Сауҙаның һәм һөнәрселектең әүҙем үҫеше, Көньяҡ Азиянан дөгөнөңяңы сорттарын индереү халыҡ һанының йылдам артыуына килтерә: Сун династияһы хакимлек итә башлаған саҡта империяла 60 миллион кеше йәшәһә, Сун дәүеренең икенсе яртыһы осорона бында көн итеүселәрҙең нисбәте 100 миллионға етә.

Сун династияһы хакимлек иткән осорҙа илдә иҫәпләшеү өсөн банкнот ҡулланыла башлай һәм ҡытай һыу транспортының һәм диңгеҙҙә йөҙөү даирәһенең бығаса күрелмәгәнсә үҫеше күҙәтелә. Төньяҡ тарафтарҙан даими һағалап торған һуғыш һәм баҫҡынсылыҡ ҡурҡынысы үҙ сиратында оборона комплексының тейешле кимәлгә күтәрелеүенә һәм технологик алға барышҡа алып килә. Шуға ла Кайфән ҡалаһындағы металлургия тармағының ныҡлы күтәрелеше һәм дарыны хәрби маҡсаттарҙа ҡулланыу бик тә нигеҙле рәүештә ошо осорға ҡараған техник ҡаҙаныш булып һанала.

Восстановленная 16-метровая стела на 6-метровой черепахе - часть сунского монументального комплекса Шоу цю в Сяньюане (ныне Цюйфу), сооруженного в честь легендарного Жёлтого императора

Ижтимағи тормошта, хужалыҡта, көнкүрештә һәм иҡтисадта урынлашҡан, үҙ сиратында Тан династияһы империяһы дәүерендә хөкөм һөргән хәрби-феодаль системанан тамырынан айырылып торған яңы иҡтисади тәртип һәм ҡоролош шарттарында Сун империяһы бығаса беленмәгән интеллектуаль күтәрелеш кисерә, - ул күп яҡтан Һуғышыусы батшалыҡтар осорондағы «Йөҙ мәктәп» үҫеше менән тап килә. Баҫма пресс барлыҡҡа килеү арҡаһында фәнни һәм нәфис әҙәбиәт күп һәм әүҙем таралыш ала. Күп яҡлы талант эйәһе һәм киң билдәле ғалим Шэнь Ко эшмәкәрлеге нәҡ ошо Сун династияһы хакимлеге осрона тура килә. Нәҡ был ваҡытта шулай уҡ рәссамдар Ма Юань (кит. трад. 馬遠, упр. 马远, пиньинь: Mǎ Yuàn), 1160—1225) һәм Ся Гуй (кит. 夏圭, ок.1195-1224) уңышлы ижад итә. Хайуандарҙы һүрәтләүҙә уларҙың һөнәрҙәше И Юаньцзи́ (кит. упр. 易元吉, пиньинь: Yi Yuanji;) (около 1000 — около 1064) юғары оҫталыҡҡа ирешә. Философтар Чэн И (кит. упр. 程颐, пиньинь: Chéng Yí) (1033 — 1107) менән Чжу Си (кит. упр. 朱熹, пиньинь: Zhū Xī, тж. шулай уҡ Чжу Юаньхуэй, Чжу Чжунхуэй һәм Чжу Хуэйань исемдәре менән дә билдәле; 1130—1200) конфуцианлыҡ тәғлимәтен неоконфуцианлыҡ тип үҙгәртеп сығыш яһай. Династия кризис кисергән йылдарҙа үҙенсәлекле социаль аҡыл эйәһе Дэн Му йәшәп, ижад итә.

Көньяҡ Сундың Цзинь дәүләтенә ҡаршы көрәше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Көньяҡ Сун 1142 йылда.

1141 йылда төҙөлгән тыныслыҡ килешеүенә ҡарамаҫтан, Цзинь империяһы бөтөн Ҡытай ерҙәрен яулау өмөтөн юғалтмай, ә Сун династияһы үҙ сиратында еңелгән өсөн үс алыу тураһында хыяллана. 1161 йылда Цзинь хакимы Хайлин-ван 300 меңлек армия туплай һәм Сун биләмәләренә баҫып инә. Ҡытайҙар ут бөрккөс ҡоралдары ярҙамында Цзинь флотын яндыра. Чжурчжэндарҙың ҡоро ерҙәге ғәскәре лә еңелеүгә дусар була. 1208 йылда һуғыш ҡабаттан башлана, сундар бер нисә алышта еңелгәндән һуң солох төҙөрү тәҡдиме яһарға мәжбүр була. 1217 йылда Цзинь яугирҙары Сун биләмәләренә тағы һөжүм итә, күп ҡалаларҙы ала, әммә талантлы хәрби етәксе Чэнь Гуй етәкселегендә оборона тотҡан Дэань ҡәлғәһендә туҡтап ҡала. Яуап итеп ҡытайҙар көньяҡтағы Шаньдун ҡалаһын баҫып ала. 1234 йылда Сун һуғышсылары Кайфэн ҡалаһын ҡамай. Цзин империяһы тулыһынса еңелә, ә Сун империяһы һуғышсан һәм рәхимһеҙ монголдар менән күҙгә-күҙ тороп ҡала.

Монголдарҙың баҫып инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монголдар менән тәүге низағтар 1230-сы йылдарҙа теркәлә, әммә хәл иткес хәрәкәттәр 1258 йылда башлана — Мунке (Мункэ) хан ҙур һөжүм башлай. Ҡытай армияһы тар-мар ителә, әммә күп кенә ҡалалар ҡаршылыҡ күрһәтеүен дауам итә. 1259 йылда Мункэ вафат була, һәм монголдар кире сигенә. Артабан Мункэнең вәриҫе Хубилай Сун империяһын баҫып алыуҙы үҙенә маҡсат итеп ҡуя. 1267 йылда ул хәрби походын башлай, әммә уның армияһын Сянъян менән Фаньчэн ҡалаларын батырҙарса обороналаусылар туҡтата, бындағы һуғыштар биш йылға һуҙыла. 1275 йылда Сун армияһы Динцзячжоу ҡалаһы янында тулы еңелеүгә дусар була, икенсе йылына шулай уҡ Линьань баҫып алына. 1279 году сун флотының ҡалған көстәре Яйшан эргәһендә юҡ ителә, һәм 1280 йылға барлыҡ Ҡытайҙы Юань династияһы баҫып ала.

Сун дәүләте императорҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сун династияһы (9601279)
Һарайҙағы исеме Үлгәндән һуң бирелгән исеме Тыуғанда бирелгән исеме Йәшәгән
дәүере
Хакимлыҡ итеү
дәүере
Хакимлыҡ итеү
девизы һәм дәүере
Тарих йәһәтенән йышыраҡ ҡулланылған форма 宋帝昺 (Сун) + һарайҙағы исеме йә үлгәндән һуң бирелгән исеме.
Сун төньяҡ (9601127)
Тай-цзу
太祖 Tàizǔ
Да Сяо-хуанди
大孝皇帝 Dàxiàohuángdì
Чжао Куанъинь
趙匡胤 Zhào Kuāngyìn
927976 960976
  • Цзяньлун (建隆 Jiànlóng) 960963
  • Цяньдэ (乾德 Qiándé) 963968
  • Кайбао (開寶 Kāibǎo) 968976
Тай-цзун
太宗 Tàizōng
Гуан Сяо-хуанди
廣孝皇帝 Guǎngxiàohuángdì
Чжао Куанъи
趙匡義 Zhào Kuāngyì
или Чжао Гуанъи
趙光義 Zhào Guāngyì
939997 976997
  • Тайпин Синго (太平興國 Tàipíngxīngguó) 976984
  • Юнси (雍熙 Yōngxī) 984987
  • Дуаньгун (端拱 Duāngǒng) 988989
  • Чуньхуа (淳化 Chúnhuà) 990994
  • Чжидао (至道 Zhìdào) 995997
Чжэнь-цзун
真宗 Zhēnzōng
Юань Сяо-хуанди
元孝皇帝 Yuánxiàohuángdì
Чжао Хэн
趙恆 Zhào Héng
9681022 9971022
  • Сяньпин (咸平 Xiánpíng) 9981003
  • Цзиндэ (景德 Jǐngdé) 10041007
  • Дачжунсянфу (大中祥符 Dàzhōngxiángfú) 10081016
  • Тяньси (天禧 Tiānxǐ) 10171021
  • Цяньсин (乾興 Qiánxīng) 1022
Жэнь-цзун
仁宗 Rénzōng
Мин Сяо-хуанди
明孝皇帝 Míngxiàohuángdì
Чжао Чжэнь
趙禎 Zhào Zhēn
10101063 10221063
  • Тяньшэн (天聖 Tiānshèng) 10231032
  • Миндао (明道 Míngdào) 10321033
  • Цзинъю (景祐 Jǐngyòu) 10341038
  • Баоюань (寶元 Bǎoyuán) 10381040
  • Кандин (康定 Kāngdìng) 10401041
  • Цинли (慶曆 Qìnglì) 10411048
  • Хуанъю (皇祐 Huángyòu) 10491054
  • Чжихэ (至和 Zhìhé) 10541056
  • Цзяю (嘉祐 Jiāyòu) 10561063
Ин-цзун
英宗 Yīngzōng
Сюань Сяо-хуанди
宣孝皇帝 Xuānxiàohuángdì
Чжао Шу
趙曙 Zhào Shù
10321067 10631067
  • Чжипин (治平 Zhìpíng) 10641067
Шэнь-цзун
神宗 Shénzōng
Шэн Сяо-хуанди
聖孝皇帝 Shèngxiàohuángdì
Чжао Сюй
趙頊 Zhào Xū
10481085 10671085
  • Синин (熙寧 Xīníng) 10681077
  • Юаньфэн (元豐 Yuánfēng) 10781085
Чжэ-цзун
哲宗 Zhézōng
Чжао Сяо-хуанди
昭孝皇帝 Zhāoxiàohuángdì
Чжао Сюй
趙煦 Zhào Xǔ
10771100 10851100
  • Юанью (元祐 Yuányòu) 10861094
  • Шаошэн (紹聖 Shàoshèng) 10941098
  • Юаньфу (元符 Yuánfú) 10981100
Хуэй-цзун
徽宗 Huīzōng
Сянь Сяо-хуанди
顯孝皇帝 Xiǎnxiàohuángdì
Чжао Цзи
趙佶 Zhào Jí
10821135 11001125
  • Цзяньчжунцзинго (建中靖國 Jiànzhōngjìngguó) 1101
  • Чуннин (崇寧 Chóngníng) 11021106
  • Дагуань (大觀 Dàguān) 11071110
  • Чжэнхэ (政和 Zhènghé) 11111118
  • Чунхэ (重和 Chónghé) 11181119
  • Сюаньхэ (宣和 Xuānhé) 11191125
Цинь-цзун
欽宗 Qīnzōng
Жэнь Сяо-хуанди
仁孝皇帝 Rénxiàohuángdì
Чжао Хуань
趙桓 Zhào Huán
11001161 11251127
  • Цзинкан (靖康 Jìngkāng) 11251127
Көньяҡ Сун (11271279)
Гао-цзун
高宗 Gāozōng
Сянь Сяо-хуанди
憲孝皇帝 Xiànxiàohuángdì
Чжао Гоу
趙構 Zhào Gòu
11071187 11271162
  • Цзинъянь (靖炎 Jìngyán) 11271130
  • Шаосин (紹興 Shàoxīng) 11311162
Сяо-цзун
孝宗 Xiàozōng
Чэн Сяо-хуанди
成孝皇帝 Chéngxiàohuángdì
Чжао Шэнь
趙昚 Zhào Shèn
11271194 11621189
  • Лунсин (隆興 Lóngxīng) 11631164
  • Цяньдао (乾道 Qiándào) 11651173
  • Чуньси (淳熙 Chúnxī) 11741189
Гуан-цзун
光宗 Guāngzōng
Цы Сяо-хуанди
慈孝皇帝 Cíxiàohuángdì
Чжао Дунь
趙惇 Zhào Dūn
1200 11891194
  • Шаоси (紹熙 Shàoxī) 11901194
Нин-цзун
寧宗 Níngzōng
Гун Сяо-хуанди
恭孝皇帝 Gōngxiàohuángdì
Чжао Ко
趙擴 Zháo Kuó
11681224 11941224
  • Цинъюань (慶元 Qìngyuán) 11951200
  • Цзятай (嘉泰 Jiātài) 12011204
  • Кайси (開禧 Kāixǐ) 12051207
  • Цзядин (嘉定 Jiādìng) 12081224
Ли-цзун
理宗 Lǐzōng
Ань Сяо-хуанди
安孝皇帝 Ānxiàohuángdì
Чжао Юнь
趙昀 Zhào Yún
12051264 12241264
  • Баоцин (寶慶 Bǎoqìng) 12251227
  • Шаодин (紹定 Shàodìng) 12281233
  • Дуаньпин (端平 Duānpíng) 12341236
  • Цзяси (嘉熙 Jiāxī) 12371240
  • Чунью (淳祐 Chúnyòu) 12411252
  • Баою (寶祐 Bǎoyòu) 12531258
  • Кайцин (開慶 Kāiqìng) 1259
  • Цзиндин (景定 Jǐngdìng) 12601264
Ду-цзун
度宗 Dùzōng
Цзин Сяо-хуанди
景孝皇帝 Jǐngxiàohuángdì
Чжао Ци
趙祺 Zhào Qí
12401274 12641274
  • Сяньчунь (咸淳 Xiánchún) 12651274
Гун-цзун
恭宗 Gōngzōng
Сяо Гун-хуанди
孝恭皇帝 Xiàogōnghuángdì
Чжао Сянь
趙顯 Zhào Xiǎn
12711323 12741276
Дуань-цзун
端宗 Duānzōng
Минь Сяо-хуанди
愍孝皇帝 Mǐnxiàohuángdì
Чжао Ши
趙昰 Zhào Shì
12691278 12761278
  • Цзинъянь (景炎 Jǐngyán) 12761278
    Чжао Бин
趙昺 Zhào Bǐng
12711279 12781279
  • Сянсин (祥興 Xiángxīng) 12781279
  • Воробьев М.В. Чжурчжэни и государство Цзинь (Х – 1234 г.) - М. : Наука, 1975.
  • «История Востока» (в 6 т.). Т.II «Восток в средние века», — Москва, издательская фирма «Восточная литература» РАН, 2002. ISBN 5-02-017711-3
  • Гончаров С.Н. Китайская средневековая дипломатия: отношения между империями Цзинь и Сун 1127-1142 гг. – М. : Наука, 1986.
  • Кожанов С.Т. Начальный период войны между империями Сун и Цзинь (1125-1127 гг.) // Дальний Восток и соседние территории в средние века. История и культура востока Азии. / Наука. Новосибирск, 1990. - С. 39–48.
  • Морис Россаби «Золотой век империи монголов», — СПб.: «Евразия», 2009. ISBN 978-5-8071-0335-2
  • Р. П. Храпачевский «Военная держава Чингисхана», — Москва: «Издательство АСТ», 2005. ISBN 5-17-027916-7