Сфа́тул Цэ́рий (рум. Sfatul Ţării — край Советы, ил Советы) — Бессарабиялағы дәүләт власы органы. 1917 йылдың 21 ноябрендә төҙөлгән. Молдавия Халыҡ Республикаһын иғлан итә (1918 йылдың 9 апреленән — Молдавия Демократик Республикаһы) һәм Бессарабияның Румынияға берләшеүен таный, шунан һуң 1918 йылдың 27 ноябрендә юҡҡа сығарыла.
Сфатул Цэрий өлөшләтә Хәрби-молдаван съезында ойошторола. 1917 йылдың 21 ноябрендә асыла. Беренсе ултырышты Гурие Гросу изгеләндерә. Рәйесе эсер Инкулец Ион Константинович, рәйес урынбаҫары — Халиппа Пантелеймон Николаевич була; башҡарма орган — генераль директорҙар Советы (Директориат); «Сфатул цэрий» гәзите баҫып сығарыла. Килеп тыуған ситуация, шулай уҡ ауылдағы сыуалыштар, Украина халыҡ республикаһы Үҙәк радаһының бойондороҡһоҙлоҡҡа йүнәлеше Сфатул Цэрийҙы 1917 йылдың 15 декабрендә Молдавия Халыҡ Республикаһы төҙөлөүен иғлан итеүсе декларация ҡабул итергә мәжбүр була. Сфатул Цэрий депутаттары Петроградтағы хөкүмәткә рәсми телеграмма менән хәбәр итәләр. Петроград Советы һәм РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы яңы республиканы таный.
1917 йылдың 20 декабрендә Ерхан Пантелеймон Васильевич етәкселегендә туғыҙ министрҙан торған генераль директорҙар Советы ойошторола. Өйәҙҙәрҙә комиссарҙар тәғәйенләнә, армия төҙөргә уҡталыш яһала, закондар сығарыу өсөн комитеттар булдырыла. Әммә Сфатул Цэрийҙың республикала йәмәғәт тәртибен һаҡлау өсөн административ яҡтан да, финанс мөмкинлектәре лә булмай. Был ваҡытта Советтарҙың йоғонтоһо арта. Ошо шарттарҙа Сфатул Цэрий лидерҙары Румыния хөкүмәте менән Молдавияға ғәскәр индереү тураһында һөйләшеүҙәр алып бара башлайҙар. Был һөйләшеүҙәр тураһында хәбәрҙәр тарала, был бик күп халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра. Һөйләшеүҙәр тамамланғанын көтмәй, 1917 йылдың 7 декабрендә аҙыҡ-түлек һатып алыу һылтауы менән румын армияһының ике полкы Прут йылғаһы аша сыға, Леово һәм бер нисә сик буйы ауылдарын ала. Кишинёв гарнизоны большевиктары румын ғәскәрҙәренә кәртә ҡуялар, ә революцион рухлы һалдаттар Унгены сик буйы станцияһын үҙ контроле аҫтына алалар.
20 декабрҙә Кишинёвта һәм башҡа ҡалаларҙа Сфатул Цэрийҙың эшмәкәрлеген фашлаусы һәм уны Бессарабияны Румынияға һатыуҙа ғәйепләүсе прокламациялар тараталар. Молдавия Халыҡ Республикаһы Хөкүмәте был ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға. 21 декабрҙә «Бессарабия тормошо» «Погэнешть, Сарата Рэзешть һәм Войнешть ауылдарын румын армияһы уратып алған, улар халыҡҡа аталар» тигән мәғлүмәт баҫып сығара. Күп йәмәғәт ойошмалары, Хотин, Бельцкий өйәҙҙәренең крәҫтиән съездарын, Румчеродтың икенсе съезын һәм башҡаларҙы ла индереп, румын ғәскәрҙәрен индереүгә протест белдереүсе ҡарарҙар баҫтыралар.
1917 йылдың 28 декабрендә Сфатул Цэрий ултырышында Крәҫтиәндәр фракцияһынан П. Ерхан «анархия менән көрәшеү, аҙыҡ-түлек складтарын, тимер юлдарҙы һаҡлау, сит илдән бурысҡа аҡса алыуға килешеү төҙөү өсөн» румын ғәскәрен индереү кәрәклеге мәсьәләһен тауышҡа ҡуя. Был тәҡдим күпселек тауыш менән ҡабул ителә (38).
8 ғинуарҙа румын ғәскәре Молдавия Халыҡ Республикаһының төньяҡ һәм көньяҡ райондарына һөжүм башлай. Көстәр тигеҙ булмай һәм бер нисә көн ҡан ҡойошло һуғыштан һуң революцион штаб Кишинёвты ҡалдырып китә. 13 ғинуарҙа уны яңынан румын ғәскәрҙәре баҫып ала. 15 ғинуарҙа Сфатул Цэрий И. Инкулец инициативаһы буйынса румын генералы Е. Броштянуҙы ҡабул итеү хөрмәтенә тантаналы ултырыш үткәрә. Сфатул Цэрий үҙенең мөрәжәғәттәрендә халыҡты, румын ғәскәре тик анархия менән көрәш һәм тимер юлдарҙы, складтарҙы һаҡлау өсөн генә килде тип ышандыра.
1918 йылдың 22 ғинуарында министр П. Ерхан Сфатул Цэрийға, Украина Халыҡ Республикаһы бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итте тип мәғлүмәт бирә. 23-нән 24 ғинуарға ҡарай төндәге ултырышта, республика территорияһында румын ғәскәре урынлашҡан шарттарҙа, Сфатул Цэрий бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә. Бойондороҡһоҙлоҡ тураһында декларацияла демократик хоҡуҡ һәм ирек, халыҡтар тигеҙлеге, ерҙең крәҫтиәндәргә бирелеүе һәм башҡалар иғлан ителә.
Сфатул Цэрий етәкселәре И. Инкулец һәм Д. Чугуряну Яссыға, Бессарабияның Румынияға ҡушылыуы мәсьәләһе буйынса, был ваҡытта ошо ҡалала урынлашҡан Румыния хөкүмәте менән кәңәшләшеү өсөн бер нисә тапҡыр барып ҡайталар, сөнки Бухарест немец ғәскәрҙәре тарафынан оккупацияланған була. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә төҙөлгән планға ярашлы, берләшеү тураһында мәсьәләне референдум түгел, ә Сфатул Цэрий хәл итергә тейеш, ә берләшкәндән һуң Бессарабия провинциаль автономия статусын һаҡлай, Сфатул Цэрий властың юғары органы булып ҡала һәм бөтә халыҡтың тауыш биреүе менән һайлана.
1918 йылдың 2 ғинуарынан 9 апреленә тиклем Сфатул Цэрийҙың Бессарабияның Румынияға ҡушылыуына ҡаршы сығыш яһаусы биш депутаты (Рудьев, Катарос, Прахницкий, И. Панцырь һәм П. Чумаченко) румын хәрби командование бойороғо буйынса атып үлтереләләр. Бындай яҙмышҡа дусар булыуҙан ҡурҡҡан күп депутаттар Бессарабиянан ҡасалар. Днестрҙы аша сығырға маташҡанда Гринфельд Надежда Евгеньевна — ике ҡатын-ҡыҙ депутаттың береһе шулай уҡ атып үлтерелә.
1918 йылдың 9 апрелендә Сфатул Цэрий ултырышында Бессарабияның Румыния менән ҡушылыуы мәсьәләһе ҡуйыла. Молдавия Демократик Республикаһы иғлан ителә. Тауыш биргән ваҡытта Сфатул Цэрий ултырышы барған бина пулеметтар менән ҡоралланған румын ғәскәрҙәре менән уратып алынған була, ә тауыш биреүҙә румын хәрби власть вәкилдәре ҡатнаша. Ҡайһы бер депутаттарҙың ризаһыҙлығына ҡарамай, тауыш биреү йәшерен түгел, ә асыҡ була.
Немец, болгар һәм гагауз аҙсылығы вәкилдәре был мәсьәләлә тауыш биреүҙән тыйылып ҡалыуҙарын белдерә. Крәҫтиәндәр фракцияһы вәкиле В. Цыганко һәм Урыҫ мәҙәни лига вәкиле А. Грекулов берләшеү мәсьәләһен тик бөтә халыҡ референдумы ғына хәл итергә тейеш тип белдерәләр. Әммә уларҙың аргументына ҡолаҡ һалмайҙар, һәм асыҡ исемләп тауыш биреү үткәрелә. Ҡушылыу өсөн 86 депутат тауыш бирә, ҡаршы — 3, тауыш бирмәй ҡала — 36, ултырышта ҡатнашмай — 25.
Регионда күмәк забастовкалар һәм баш күтәреүҙәр башлана.
Ноябрҙә Парижда тыныслыҡ конференцияһына әҙерлек башлана, Румыния унда берләшеүҙең халыҡ-ара танылыу алыуына өлгәшергә иҫәп тота. Румыния хөкүмәте, Бессарабияның Румыния менән автономия тураһында бер ниндәй ҙә шарт ҡуймай, бер һүҙһеҙ берләшеүе тураһында ҡарар ҡабул итеү маҡсатында, Сфатул Цэрийҙы саҡырыуҙы ойоштора. Сфатул Цэрий асылыр алдынан Бессарабияның генераль комиссары генерал Войтяну депутаттарҙы саҡырып ала һәм уларҙы автономиянан баш тартырға өгөтләй.
1918 йылдың 25—26 ноябрендә ултырышта кворумһыҙ, 36 тауыш менән, Бессарабияның Румынияға бер шартһыҙ ҡушылыуы тураһында, 1918 йылдың 27 мартындағы акттың бөтә шарттарын юҡҡа сығарыусы ҡарар ҡабул ителә. Ошо ҡарарҙы ҡабул иткәндән һуң тиҙҙән Сфатул Цэрий йәшәүҙән туҡтай. Депутаттарҙың күп өлөшө был айҡанлы протест белдерә, хатта румын хөкүмәтенә 27 март актына ярашлы автономияны тергеҙеүҙе талап итеп меморандум ебәрә, ләкин уларҙың дәғүәһе иғтибарға алынмай.
Артабанғы 22 йылда Бессарабия Румыния составында була. Бессарабияның Румынияға ҡушылыуы Совет хөкүмәте тарафынан бер ҡасан да танылманы.
Сфатул Цэрий Викимилектә |